Һаҡмар
+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
25 Апрель , 20:05

«Бәхетнамә» тапшырыуына барып ҡайтҡандар

Ишмөхәмәт ауылы китапханаһы ауыл ағинәйҙәр менән берлектә БСТ-ның "Бәхетнамә" телетапшырыуында барып ҡайтты. 

«Бәхетнамә» тапшырыуына барып ҡайтҡандар
«Бәхетнамә» тапшырыуына барып ҡайтҡандар

#ПроектХалыҡижадындатаҡмаҡтар

Ишмөхәмәт ауылы китапханаһы ауыл ағинәйҙәр менән берлектә БСТ-ның "Бәхетнамә" телетапшырыуында барып ҡайтты. 

Был турала Ишмөхәмәт ауылының ағинәйҙәр клубы хәбәр итте. 

 

Әйтергә кәрәк, ауыл китапханаһы күп эштәрҙе "Ағинәйҙәр" ҡоро менән берлектә башҡара. Был һөйөнөслө күренеш. Әле улар башҡорт халыҡ ижадын өйрәнеү өҫтөндә эш алып баралар. Ошо маҡсатта таҡмаҡтар, йолалар, һынамыштар, әйтемдәрҙе тергеҙәләр. 

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға рухи көс, дәрт өҫтәп, имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп, ауыл китапханаһында хәрби рухтағы таҡмаҡтар йыйынтығы сығарылды. Тәүге таҡмаҡтар китабы 2 йыл элек баҫтырылған. Шулай уҡ йолаларҙы өйрәнеүҙе лә маҡсат итеп алдыҡ. "Бала һатып алыу" йолаһы тураһында, милли ризығыбыҙ талҡандың файҙаһы, халыҡ кәсептәре тирмән тартыуҙа күрһәтелде. Ағинәйҙәргә афарин, тиергә генә ҡалалыр.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: