Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
19 Март 2025, 18:04

Көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды

Район башлығы Азамат Иҙрисов етәкләгән мәғлүмәт төркөмө ауылдарҙа халыҡ менән осрашыуын дауам итә

Көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралдыКөнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды
Көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды

Бөгөн Азамат Сәфәрғәле улы етәкселегендәге мәғлүмәт төркөмө Беренсе Этҡол һәм Таулыҡай ауыл биләмәләре халҡы менән осрашты.

Тәүҙә урындағы биләмә башлыҡтары Шамил Мәхмүтов һәм Ҡәйүм Уразбаев уҙған йылда атҡарылған эштәр тураһында һөйләне, халыҡты борсоған проблемаларҙы күтәреп сыҡты, бындай осрашыуҙарҙың мөһимлеген билдәләне.

Сарала ҡатнашыусылар төрлө проблемаларҙы күтәреп сыҡты, уларҙы хәл итеүҙә район етәксеһенән ярҙам һораны.Үҙ сиратында Азамат Иҙрисов һәр мәсьәләгә айырым туҡталып, уларҙы хәл итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырышасағын белдерҙе.

Ике ауылда ла матбуғатҡа яҙылыу ойошторолдо, был тәңгәлдә урындағы почта бүлексәһе начальниктары Гөлнара Йәндәүләтова һәм Гөлсинә Үҙәнбаева ҙур эш атҡарып сыҡты. 

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас