Баймаҡта hауа торошо:
21, 23 ° C 0 - 2 м\с СВ
  
Мал аҙығына ҡытлыҡ булмаҫ
Untitled document

Мал аҙығына ҡытлыҡ булмаҫ

 

 

Райондың ауыл хужалығы предприятиеларында, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында мал аҙығы әҙерләү аҙағына яҡынлаша. Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, әле үлән 18257 гектарҙа сабылған, 14817 тонна бесән, 15596 тонна сенаж, 1800 тонна силос тупланған. Район буйынса әҙерләнгән мал аҙығы 11 центнер аҙыҡ берәмегенә тиң. Ленин исемендәге, “Баймаҡ тәжрибә хужалығы”, “Рассвет” АХК-ларында, “И.Мөхәмәтғәлиев”, “Р.Рәсүлев” КФХ-ларында иң күп мал аҙығы тупланған.

Балыҡты ... дөрөҫ тот!
Untitled document

Балыҡты ... дөрөҫ тот!

 

 

Район прокуратураһы республикала ҡулланыуға тыйылған ауҙарҙы билдәләү өсөн сауҙа нөктәләрен тикшерҙе. Тикшереү барышында ҡаланың магазиндарында маркировкаһыҙ һәм рус телендә яҙыуы булмаған синтетик балыҡ ауҙары табылды. Шәхси эшҡыуарҙар уларҙың законлы алып киленеүен һәм Рәсәйҙә етештерелгәнлеген тейешле документтары менән иҫбат итә алманы. Рейд ваҡытында 143 синтетик балыҡ ауы табылды.

08.08.2017
Юбиляр түрҙе биҙәр
Untitled document

Ғүмер артылышында

 

 

Яҡташыбыҙ, педагогия фәндәре кандидаты, Рәсәй Тәбиғи фәндәр Академияһы профессоры, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның өҙлөкһөҙ педагогик белем биреү Департаменты, шулай уҡ һәләтле балаларҙы үҫтереү үҙәге директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре Зиннәт Аллаяров күптән түгел 60 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне. Сығышы менән Ҡолсора ауылынан булған Зиннәт Абдулла улы үҙенең 18 йыл ғүмерен тыуған районына бағышлаһа (Һаҡмар, Темәс, 1-се мәктәптә – директор, мәғариф бүлеге мөдире), теүәл ошолай уҡ ғүмерен республика мәғарифына хеҙмәт иткән: Өфө мәғариф идаралығында үҙәк директоры, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы директоры, БР мәғариф министры.туҡтауһыҙ үҙгәрештәр тураһындағы фекерҙәрегеҙҙе лә ишетке килә...

 

Һоҡланғыс ғүмер юлы
Untitled document

Һоҡланғыс ғүмер юлы

 

 

Бер-береһен ихтирам итеп, ярты һүҙҙән, бер күҙ ҡарашынан аңлашып йәшәгән парҙар һәр кемдә һоҡланыу хистәре уята. Ғаиләлә килешеп, аңлашып, татыу йәшәү ир менән ҡатындан бер-береһен ихтирам итеүҙе, хөрмәт күрһәтеүҙе талап итә. Ғаилә ҡорғанһың икән, уны күҙ ҡараһылай һаҡлап, балаларыңды яҡлап, ир икәнһең, мал табыусы булып, ҡатын икәнһең, өйҙә ҡот уйнатыусы булып йәшәү фарыз.

 

 

 

Ниғәмәт ауылында йәшәүсе Рәбиға һәм Оморҙаҡ Әүәлбаевтар 62 йыл элек ҡорған ғаиләләрен изге усаҡтай күреп, йәш саҡта биргән вәғәҙәләренә тоғро булып йәшәй. Алыҫ 1955 йылдың йәмле июль айында ябай ғына итеп үткәрелгән туй көнөндә бер-береһенең күҙҙәренә нисек һөйөп баҡһалар, бөгөн дә уларҙың мөхәббәте бер ҙә кәмемәгән, киреһенсә артҡан кеүек.

08.08.2017
Килен – ҡәйнә тупрағынан, тиһәләр ҙә...
Untitled document

Килен – ҡәйнә тупрағынан, тиһәләр ҙә...

 

 

“...түҙмәҫлеккә түҙмәгеҙ” мәҡәләһенә мин дә яуап яҙырға булдым. Үҙем ҡатын-ҡыҙ затынан булғас, мине лә килен-ҡәйнә мөнәсәбәттәре битараф ҡалдырмай. 40 йыл килен булдым, 2 йыл ғына киленгә ҡәйнә “ролен” үтәгәнемә. 40 йыл буйы ҡәйнә һәм килендәштәремдең бер-береһенә дошманлығын ғына күрәм. Килен ҡәйнәһен һөйләй, ҡәйнә киленен “сәйнәй”. Ә мин үҙем, ҡайны-ҡәйнәм булһа, ҡәҙер итеп кенә торор инем, тип хыялланғайным.

08.08.2017
Ауылда йүнселлекте, эшҡыуарлыҡты нисек үҫтерергә?
Untitled document

Ауылда йүнселлекте, эшҡыуарлыҡты нисек үҫтерергә?

 

 

Йүнселлекте, эшҡыуарлыҡты, фермерлыҡты үҫтереү бөгөн Рәсәй Федерацияһы һәм  Башҡортостан Республикаһы сәйәсәтенең иң өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора. Ысынлап та, баҙар шарттарында тап ошо йүнәлештәр ил, төбәк иҡтисадын үҫтереүгә тос өлөш индерә. Көрсөк шарттарында был тармаҡтарҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур.

Хәйерле сәғәттә, игенсе!
Untitled document

Хәйерле сәғәттә, игенсе!

 

 

Башҡортостандың аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеүгә тос өлөш индергән, иң сифатлы иген үҫтергән төбәк булараҡ, Баймаҡ районы аграрийҙары өсөн иң яуаплы мәл етте – урып-йыйыу кампанияһы старт алды.

 

Әйтергә кәрәк, беҙҙең район хужалыҡтары урып-йыйыу эштәрен республикала иң тәүгеләрҙән булып башланы. Иген культураларын сабыуға Ленин исемендәге АХК, “Урал аръяғы-Агро” МТС-ы, “Толпар” ЯСЙ-һы, “В.Землянский”, “В. Мырҙаҡаев” КФХ-лары төштө. Әле, дөйөм алғанда, район буйынса иген культуралары 310 гектарҙа сабылған, 6 гектарҙа йыйып алынған, гектар ҡеүәте уртаса 17,3 центнер. Баҫыуҙарҙа 7 комбайн эшләй.

 

Быйыл район игенселәренә 73886 гектарҙа иген һәм 4047 гектарҙа техник культураларҙы йыйып алыу бурысы тора. Баймаҡтар был юлы ла һынатмаҫ һәм республика карауайына тос өлөш индерер тип ышанайыҡ.

08.08.2017
Яңылыҡтар
Untitled document

Көньяҡ биҫтәһенә – автобус

Баймаҡтың иң проблемалы биҫтәләренең береһе булған Көньяҡ  микрорайонында быйыл сентябрь айынан автобус маршруты асыу буйынса эш алып барыла. Ҡала биләмәһе хакимиәте билдәләүенсә, унда туҡталҡалар урынлаштырыу ҙа күҙ уңында тотола.

 

 

 

Зыярат тәртипкә килтерелә

Тереләрҙең ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен бел, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халыҡ. Баймаҡ ҡалаһындағы мосолман зыяратын тәртипкә килтереү мәсьәләһе лә бер нисә йылға бер тапҡыр күтәрелеп тора. Әле лә уны төҙөкләндереү проблемаһы көн үҙәгенә баҫты. Ошоно күҙ уңында тотоп, ошо аҙнала унда өмәләр үткәреләсәк, ҙур күләмдә төҙөкләндереү эштәре атҡарыласаҡ.

 

04.08.2017
Яңылыҡтар
Untitled document

Күсмә ҡабул итеү була

11 августа район хакимиәте бинаһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте граждандарҙы шәхси һорауҙар буйынса киңәйтелгән күсмә ҡабул итеү ойоштора. Ҡабул итеүҙә БР Прокуратураһы, Өфө ҡалаһының “Социаль проекттар үҙәге” юристар ассоциацияһы, РФ Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе, БР буйынса медик-социаль экспертизаның баш бюроһы, БР-ҙың Ауыл хужалығы, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау, Мәғариф, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, Урман хужалығы, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре, Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлыҡтары, БР-ҙың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса, Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеттары вәкилдәре ҡатнаша.

 

Ҡабул итеү сәғәт 10-дан 12-гә тиклем түбәндәге адрес буйынса була: Баймаҡ ҡалаһы, С.Юлаев проспекты, 36. Үҙегеҙ менән паспортығыҙ булыуы мотлаҡ. Ҡабул итеүгә алдан яҙылыу сәғәт 9-ҙан киске сәғәт 5-кә тиклем (12.30-14.00 – тәнәфес) 3-10-07 телефоны буйынса ойошторола.

 

 

 

Иң яҡшы ғилми китап

Яҡташыбыҙ,  Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының философия фәндәре докторы Самат Мөхәмәтйәновтың тормош иптәше, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Ғәлиә Мөхәмәтйәнова алтынсы тапҡыр "Иң яҡшы ғилми китап" Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты булды. Афарин!

 

Ҡураларҙа тормош гөрләп торор Мал аҙығы мул саҡта
Untitled document

Ҡураларҙа тормош гөрләп торор

Мал аҙығы мул саҡта

 

Ленин исемендәге АХК сенажсылары

 

Ауыл хужалығы тармағының иҡтисадын билдәләгән малсылыҡ өлкәһендә бөгөн айырыуса яуаплы осор – ҡышҡа етерлек мал аҙығы әҙерләп ҡалыу зарур. Әле ошо маҡсатты тормошҡа ашырыу ниәтенән райондың ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында бесән, һутлы аҙыҡ әҙерләү кампанияһы киң йәйелдерелгән. Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 18023 гектарҙа үлән сабылған, 14128 тонна бесән, 14999 тонна сенаж һәм 1370 тонна силос һалынған, шартлы һәр баш малға ҡарата 10,2 центнер аҙыҡ берәмеге тупланған. Ленин исемендәге, “Рассвет” АХК-ларында, “Салауат” ЯСЙ-һында, “И.Байегетов” (элекке Баймаҡ тәжрибә хужалығы), “Р.Рәсүлев” КФХ-ларында яңы миҙгелгә әҙерләнеү айырыуса ойошҡанлы бара.

 

Рәсәй агросәнәғәтенең почетлы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғ.Б. Сәлимов етәкләгән Ленин исемендәге АХК коллективы һәр кампанияны юғары әҙерлек менән ҡаршы ала һәм уларҙы алдынғы технологиялар нигеҙендә атҡарып сыға. Был юлы ла лениндар барыһына ла үрнәк күрһәтә. Районда иң күп мал (1400 баш һыйыр малы, шуның 750-һе һауын һыйыры) аҫраған предприятие булараҡ, хужалыҡта мал аҙығы әҙерләүгә һәр саҡ етди иғтибар бүләләр һәм ул үҙенең асыҡ һөҙөмтәһен бирә. Бесәнселәр һәм сенаж һалыусылар звеноларының тырышлығы, эштәрҙең яҡшы ойошторолоуы һөҙөмтәһендә әле унда 1395 гектарҙа үлән сабылған, 1610 тонна бесән, 4191 тонна сенаж әҙерләнгән. Бындай күрһәткес менән бер хужалыҡ та маҡтана алмай.

 

Кооперативтың баш агрономы Урал Әхмәтйәнов оҙатыуында мал аҙығы әҙерләү барышы менән танышҡанда ла эштәрҙең ойошҡанлы барыуына, сифатҡа айырым иғтибар йүнәлтелеүенә, бесәнсе һәм сенажсыларҙың көр кәйефенә шаһит булдыҡ. Шулай булмай ни: хеҙмәтсәндәрҙе дәртләндереү өсөн ярыш шарттары булдырылған, уларҙа еңеүселәр иғлан ителгән удар 3 көнлөк һайын кәмендә 350-1000 һум күләмендә премия ала, ваҡытында хеҙмәт хаҡы түләнә. Ошондай шарттар булдырылғанда, тәбиғи, эшләүе лә күңелле, дәрт тә бар.