Әсмә Мырҙағәлина
Ниғәмәт ауылы
Мөнәжәт
Эй дуҫтарым, әйтәйем әле бер мөнәжәт
Күңелегеҙ изге булһа, йәшәү – ләззәт.
Был донъяла йәшәйек, туғандар, бергә генә
Был донъяла барыбыҙ ҙа ҡунаҡ ҡына.
Беҙҙең юлдан үҫеп ҡалһын сәскә-гөлдәр.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ менән үтһен ғүмер.
Ике донъя бәхетенә ирешергә
Доға ҡылып, мәсеттәргә йөрөшөргә
Яҙһын ине. Эй бир Аллам, бер сәғәҙәт
Мохтаждарға, ауырыуҙарға бир мәрхәмәт.
Тыныслыҡ бир бар донъяға, илебеҙгә,
Иман нуры тулһын ине йәнебеҙгә.
Украинала ҡан ҡойошто туҡтат, Аллам!
Беҙҙең балалар имен-аман әйләнеп ҡайтһын!
Аҡ ҡорбандар салып аят уҡытырбыҙ,
Бәхеттән илап-көлөп һалдаттарҙы ҡаршыларбыҙ.
Башлыҡтарҙың күңеленә аҡыл-аң һал,
Фәрештәләр дошмандарҙан һаҡлаһындар.
Балаларға һаулыҡ-бәхет насип ит,
Изге уй-теләктәребеҙ тиҙ тормошҡа ашһын!
Чечняларҙан имен-һау ҡайттың, балам,
Украинанан да һау ҡайтырға яҙһын, Аллам!
Етем итмә, күҙ йәштәрен түктермә һис,
Һәр бер бала булһын бәхетле, ата-әсәле!
Туҡтат, зинһар, Ер йөҙөндә һуғыштарҙы,
Ҡанға күммә бер үк, Аллам, яҙмыштарҙы!
Ҡояш көлөп, бәхет менән таңдар атһын!
Тыныс, имен барыбыҙға йәшәргә яҙһын!
Амин!
************************************************
Шиғырҙар
Бирешмә!
Был донъяла йәшәүҙәре ауыр булып,
Өмөткәйең өҙөлгәндә,
Ҡайғыларға батма, илап-һыҡтап,
Нишләргә, тиеп кәңәш белешмә.
Алға ҡарап кәңәш бир үҙеңә,
Тик бер кәңәш – һин һис тә бирешмә!
Яҡындарың ташлап китһә бер көн,
Мөлдөрәмә тулһа күңелең,
Һағыш шишмәләрен һис тә эсмә,
Зәм-зәм һыуы кеүек шифа булһын!
Йөрәгеңә тик шул бер һүҙ – бирешмә!
Ҡара ҡайғы килеп баҫып балаң
Мәңгелеккә һине ташлап китһә,
Күпме уй-хыялдар ирешмәҫ,
Башың эймә һис тә, күтәр башың,
Бирешмә, һин әсә, бирешмә!
Еңел түгел йәшәү, ә шулай ҙа
Көсһөҙ булма, өмөтөңдө өҙмә!
Дәрт-дармандар алып йөрәгеңә
Алдан барһын ҡарар – бирешмә!
Ҡанат ҡуйһын хыял-өмөтөңә
Ҡыҫҡа ғына шул бер һүҙ – бирешмә!
Төштәремә инеп әйтә улым,
Бер-бөртөгөм, золотойым,
Яҙмыштарҙы һис үҙгәртеп булмаҫ
Иламасы, әсәй, илама!
Ғүмеребеҙ бигерәк ҡыҫҡа булды,
Һис тә йәшәп туйып булманы.
Тормош шундай матур, атла алға,
Минең өсөн дә һин йәшә ерҙә!
Бирешмәсе, әсәйем, һин йәшә,
Онотмайса беҙгә һәр көн һайын
Аят-доғалар ғына уҡығыҙ!
Беҙгә башҡа бер ни кәрәкмәй.
*****************************************
Улыма
Ҡайтам, тинең, ана-бына тиеп,
Үтте көндәр, айҙар, тик йылдар...
Ҡайттың, улым, минең бер бөртөгөм,
Ҡара табуттарҙа ни бары...
Һүнде беҙҙең күпме уй-хыялдар,
Мәңгелеккә инеп юғалдың.
Тик иҫләргә ҡалды, ине тиеп,
Үткәндәрҙә ҡалдың йылмайып...
Ике һуғыш үттең, күргәнеңде
Үҙең беләң һәм дә Хоҙайым.
Әйтер инең: “Күҙ алдына ла
Килтермәйһегеҙ, бында ни барғанын”.
Ышанғы ла килмәй үлемеңә
Һаман шунда һуғышып йөрөйһөң.
Бер көн һуғыш бөтөр, һин ҡайтмаҫһың,
Бәлки шул мәл өмөт өҙөлөр.
“Ҡайтам”, - тинең, ләкин тере көйө
Роза тотоп ҡайта алманың.
Йөрәгеңә тоҫҡап атты снайпер...
Ҡулҡайыңды ҡыҫтың йөрәгеңә.
Украина күгенә ҡарап,
Ниндәй уйҙа йығылдың,
Йөрәк һыҡрап яна, һүнмәҫ мәңге
Күҙҙән әсе йәштәр кипмәҫтәр.
Етер етең, үтер ҡырҡың,
Айҙар, йылдар шулай үтерҙәр.
Тик һин генә минең бер бөртөгөм
Йәп-йәш кенә, тере көйөһөң.
Мәңге-мәңге иҫтә ҡалырһың,
Яҡты йондоҙ булып атылдың да һүндең.
Йөрәктәрҙә йәшәй балҡышы,
Ҡалдың иҫтә, күңелдәрҙә.
44 йәшлек ябай ауыл малайы
Улыҡайым минең, золотой.
Ошо ҡара ҡайғыларҙы күтәрергә
Аллаҡайым, бирсе сабырлыҡ.
Был әрнеү, йөрәк һыҙлау мәңге бөтмәҫ,
Минең менән китер ҡәбергә.
Йылмайып, йәп-йәш көйө
**************************************
Оҙатыу
Яҡындар, әсәйҙәр оҙата улдарын,
Һуғышҡа балалар, улдары китәләр.
Әсәйҙең, туғандың ҡулында доғалар,
Йөрәктә моң-һағыш, билдәһеҙ яҙмыштар.
Улдар-һалдаттар алға атлайҙар,
Ҡулдарҙа – ҡорал, телдәрҙә – доға.
Леп-леп өмөттәр шәмдәрҙәй яна.
Уҡыла доға, ҡорбан салына,
Ҡайһыһы тере, ҡайһы юғала...
Йөрәктә ялҡын, уңалмаҫ яра.
Иң яҡын туған өмөтөн өҙмәй,
Иң ҙур теләге - осрашыу көтә.
Уландар яуға яңынан инә,
Көндәре айҙай, йылдай үтәләр.
Ергә күктәрҙән доғалар яуа,
Өмөттәр һүнмәй, ут булып яна.
Тиҙерәк бөтһөн, туҡтаһын һуғыш
Барыһын-барыһын доға һаҡлаһын!
****************************************
Хушлашҡанда беҙҙе ҡосоп үбеп,
Һау – сәләмәт кенә булайыҡ тип,
“Беҙ ҡайтырбыҙ, һеҙ көтөгөҙ”, - тиеп
Яҡты өмөт менән китәләр.
Китәләр ҙә, һуғыштарға инеп,
Бөтмәҫ, һүнмәҫ ҡайғыларға һалып,
Күпме яҡты өмөт-хыялдарҙы,
Киләсәккә яҡты пландарҙы
Селпәрәмә итеп китәләр.
Балаларын, атай-әсәйҙәрен
Кәләштәрен, ҡатынҡайҙарын,
Туғандарын, барлыҡ яҡындарын
Мәңгелеккә ташлап китәләр.
Ярты йәнде һурып, зарға һалып,
Ҡанлы-ҡайнар йәштәр түктереп,
Үтмәҫ бысаҡ кеүек йөрәктәрҙе телеп,
Уңалмаҫлыҡ, һис тә бөтәшмәҫлек,
Ауыр яра һалып китәләр.
Бөтәбеҙҙе үкһеҙ етем итеп,
Йәннәттәргә шәһит китәләр...
Кире ҡайтмаҫ ергә китәләр...
Мәңгелеккә ташлап китәләр...
***********************************
Ябалаҡлап яуа ҡарҙар,
Биттәремә ҡунып ирей.
Күҙҙәремә тула йәштәр,
Минең күңел илай, әрней...
Ап-аҡ ҡарҙар күмә ерҙе,
Ҡарҙар менән елдәр уйнай.
Бәлки ҡайғы – әрнеүемде
Алып китер елдәр шулай...
*************************************
Һин киткәс
Һине әжәл алып киткәс
Ҡояш илай, ай һүнде...
Күк йөҙө йәшен түкте.
Сәскәләрҙе өттө һағыш,
Бер мәлгә йәшәү туҡтаны,
Бар ғаләм эйҙе башын.
Илермәҫкә ҙур ҡайғынан
Көс алайым ҡайҙан, Аллам?..