Бөтә яңылыҡтар
10
Ғаилә йылы
19 Март , 14:25

Арыҫлан Исхаҡов

#Һаҡмар_конкурс #Тажетдинов Ҡәҙерле дуҫтар! Беҙҙең сираттағы конкурсантыбыҙ ҡаланың 5-се мәктәбе 8-се "А" класы уҡыусыһы Арыҫлан Исхаҡов булыр. Етәксеһе - ошо уҡ мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Земфира Юламановаға афарин, тип әйтәйек!  Әйҙәгеҙ, Арыҫландың матур шиғырҙарын лайктар менән тәбрикләйек! 

Арыҫлан Исхаҡов
Арыҫлан Исхаҡов

Яҙ килде

 

Йылы яҙ ҙа килеп етте,

Ҡояш нурҙарын һипте.

Оҙаҡламай йылы яҡтан

Ҡоштар ҙа ҡайтып етер.

 

Урам буйлап сылтыр-сылтыр

Гөрләүектәр ағырҙар.

“Яҙ килде беҙгә!” – тиеп,

Йүгерә-йүгерә барырҙар.

 

Бала-саға урамда

Ҡыуанышып уйнайҙар.

Яҙҙың йылы ҡояшында

Уйнап һис тә туймайҙар.

 

Башҡортостаным минең

 

Башҡортостаным минең!

Һиндә тыуып үҫтем мин,

Сылтырап аҡҡан йылғаңдың

Көмөш һыуын эстем мин.

 

Йәйелеп ятҡан күлеңдә

Балыҡ кеүек йөҙҙөм мин.

Урманыңдың, тауҙарыңдың

Матурлығын күрҙем мин.

 

Ҡайҙа ғына барһам да

Үҙ еремде һағынам.

Һинһеҙ йәшәй алмайым

Башҡортостан бергенәм!                                      

 

Башҡортостаным

Тыуған яғым менән мин

Һәр саҡта ғорурланам.

Уның тураһында мин

Матур шиғырҙар яҙам.

 

Гүзәл яҡтың матурлығын

Йырҙарҙа ла йырлайбыҙ.

Урмандарын һәм күлдәрен

Маҡтап һис тә туймайбыҙ.

 

Яратам мин илемде,

Яратам мин телемде,

Яратам мин халҡымды

Һәм, әлбиттә, үҙемде!

 

Исхаҡов Арыҫлан, Баймаҡ 5-се һанлы төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 8а класы уҡыусыһы

Етәксеһе: Юламанова Земфира Зекериә ҡыҙы

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: