Календарҙы ҡарап ҡуйғас,
Әйтеп һалды Хәҙисә:
Быйылғы йыл ябай түгел,
Быйылғы йыл – кәбисә.
Николай уйға ҡалды,
Ни икән ул кәбисә?
Кәбисә йылы тигәс,
Йылға хужамы бисә?
Башҡортса аңлайым тигәс,
Һыр бирмәҫ кәрәк һис тә.
Николай һорап торманы,
Тәржемәне был кистә.
Кәбисә тек кәбисә,
Ярай булһын уларса.
Былай ҙа бит һәр нәмәгә
Хужа булды мыңарса.
Бисәгә һүҙ әйтеш юҡ,
Йылы бит уларҙыҡы.
Барлыҡ эштәргә йүгерҙе
Булһа ла ҡаланыҡы.
Утын ярҙы, һыйыр һауҙы,
Һарай күтәреп ҡуйҙы.
Хатта ҡараңғы мунсаға
Тәҙ(е)рә уйып ҡуйҙы.
Ҡатын аптырауға ҡалды,
Ниндәй егәрле ире!?
Хәҙер уның туҙрап ятмай
Хатта йыумаған кере...
Яңы йылды көтөп алған
Иң шат - Николай булды.
“Кәбисә йылы үттеее,
Эштең нормаһы тулды.
Икенсе йыл була инде
Ир-егеттәрҙең йылы...
Эх, шунда рәхәтләнер,
Ял итер инде ҡулы...”
Дүрт йылына берҙе килә
Беҙгә кәбисә йылы.
Етә, ҡалған йылдар булһын
Ир-егеттәрҙең йылы!
*********************************
Хистәр, хистәр тыңғы бирмәй,
Уйландыра, уйлата...
Хатта оло Ер шарын
Ҡара төндә буйлата.
Йондоҙҙарға олғаштыра,
Ай ҡыҙына күтәрә.
Һиңә ҡанат өҫтәгәндәй,
Осора ул күктәрҙә.
Хистәрҙең бар төрлөһө:
Керһеҙҙәре, керлеһе,
Дәртлеләре, дәртһеҙе,
Сәмлеләре, сәмһеҙе...
Хисһеҙ кеше булмай ерҙә,
Хис кешегә хас нәмә.
Тик матур хисле булыу -
Йәшәйештең төп йәме.
*********************************
Төн... Йоҡлай ауыл... Тик бер йорттоң
Уты һүнмәй ярты төнгәсә.
Бында йәшәй ябай уҡытыусы
Дәрес әҙерләй ул бөгәсә.
Ошолай тип яҙҙы шағирҙар
Уҡытыусы эше турында.
Ә бөгөн һуң уҡытыусы ниндәй,
Ни йөрөтә күңел түрендә?
Уҡытыусы – уҡытыусы һәр саҡ,
Үҙгәрмәй ул, ваҡыт үтһә лә.
Уҡыусыһы тураһында уйлай,
Сәстәренә салдар керһә лә.
Аң – белемгә, тәрбиәгә юлды
Һыҙыусы бит ул – уҡытыусы.
Ошо юлдан аҙашмайса ғына
Бара яҡтылыҡҡа уҡыусы.