Нияз Һибәтуллин
Ниғәмәт ауылы
4 класс уҡыусыһы
Бына яҙ ҙа килеп етте,
Ҡарҙар ҙа иреп бөттө.
Ҡояш нурҙары йылмайып,
Көндө йылытып ҡуйҙы.
Малайҙар шау-гөр килешеп
Һыуҙа кәмә йөҙҙөрә.
Ҡоштар ҡунып ағастарға
Моңло көйҙәрен һуҙа.
Ҡар аҫтынан ҡалҡып сыға
Яҙҙың тәүге сәскәһе -
Умырзая, баш ҡалҡыта,
Биленең нескәлеге...
*************************************
Рамаҙан айы етте
Ураҙа тота кеше.
Барыбыҙҙың мәрхәмәтлек,
Изгелек булһын эше.
*************************************
Аҡбуҙатҡа йүгән һалып,
Елдереп сығып киттем.
Һаҡмар буйҙарына төшөп,
Атыма һыу эсерҙем.
Атым, рәхмәт әйткәндәй,
Иһаһайлап ебәрҙе.
Тирә-яҡҡа яңғырап,
Ат тауышы һибелде.
***********************************
Атты яланға сығарҙым,
Йүгән-эйәрҙе систем.
Тышау тағып, ялын һыйпап,
Мин өйгә ҡарай киттем.
Дуҫым, иртән осрашырбыҙ,
Миңә ҡайтырға кәрәк.
Һағынып та өлгөрөрмөн -
Атым миңә ҙур терәк.