Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
18 Март 2025, 18:46

Хеҙмәттәре лайыҡлы баһаланды

Түбәнге Иҙрис ауылынан Гөлсирә һәм Риза Йәғәфәровтар район хакимиәте башлығының наградаһына лайыҡ булды

Хеҙмәттәре лайыҡлы баһаландыХеҙмәттәре лайыҡлы баһаланды
Хеҙмәттәре лайыҡлы баһаланды

Күптән түгел Ҡолсора ауылында Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоздың 95 йыллыҡ юбилейына арналған ҙур тантана ойошторолдо.Был сарала хужалыҡты үҫтереүгә күп көс һалған етәкселәр һәм белгестәр, элекке колхозсылар, бөгөнгө хеҙмәт ветерандары, мәҙәниәтте күтәреү өсөн ал-ял белмәй эшләгән хеҙмәткәрҙәр ҡатнашты.

Колхоз производствоһын үҫтереүгә лайыҡлы өлөш индергәндәр район хакимиәте башлығының һәм Ҡоролтайҙың наградалары менән бүләкләнде.Улар араһында Түбәнге Иҙристән Гөлсирә һәм Риза Йәғәфәровтар ҙа бар.

Риза Әхмәткәрим улы барлыҡ хеҙмәт юлын Түбәнге Иҙрис бригадаһының малсылыҡ тармағын үҫтереүгә арнаны, намыҫлы хеҙмәте менән хаҡлы абруй ҡаҙанды.Гөлсирә Ғәлимйән ҡыҙы иһә малсылыҡта ла эшләне, хужалыҡ икмәкханаһында ла тир түкте.

Хеҙмәт алдынғыларының фиҙаҡәр хеҙмәте бер ҡасан да онотолорға тейеш түгел.Ундайҙар йәш быуынға үрнәк булып тора.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас