Ер йөҙөнә ярһып Еңеү яҙы килгән мәлдә, теүәл 80 йыл элек, беҙҙең иң ҡәҙерле кешебеҙ – әсәйебеҙ Клара Сәйфуллина донъяға килгән. Әсәйебеҙҙең тыуған көнө беҙҙең өсөн иң оло байрамдарҙың береһе. Ошо уңайҙан ҡәҙерлебеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Һиңә тормош юлындағы һынауҙарға бирешмәй, ауыр юлдарҙа баш эймәйенсә, йәшәүҙән йәм табып, шатлыҡта-ҡыуаныста йәшәргә яҙһын. Оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Беҙгә ғүмер бүләк итеп, лайыҡлы тәрбиә, белем биреп, оло тормош юлына баҫтырғаның өсөн оло рәхмәтлебеҙ! Артабан да иҫәнлектә-һаулыҡта ейән-ейәнсәрҙәреңде үҫтереп, ҡыуанып-шатланып йәшәргә яҙһын.
Әсәйебеҙ 1945 йылдың 20 мартында Йылайыр районының Юлдыбай ауылында Һандуғас һәм Нурислам Айытҡоловтарҙың ҡотло ғаиләһендә тәүге бала булып тыуа. Йорт эсе яңы тыуған сабый тауышынан нурланып китә. Атаһының – ярҙамсыһы, әсәһенең – уң ҡанаты, ҡустыһеңлеләренең үрнәк булырҙай терәге булып үҫә ул. Эшкә әрһеҙ ҡыҙға йорт эштәрен ышанып тапшыралар. Был ғына етмәй, мәктәпкә уҡырға барғас, ул баҫыуға эшкә сыға, фермала быҙауҙар ҙа ҡараша. Эшсе ҡулдар етмәгән заман була шул! Ауырлыҡтар һындырмай ҡәҙерлебеҙҙе. Йылдар үтеү менән ул ауырлыҡтарҙы, ыҙалыҡтарҙы түгел, күңелле саҡтарын иҫкә алырға ярата. Әле лә ул замандың мәҙәктәрен һөйләп көлдөрөп ала.
1966 йылдың апрелендә Ишбирҙе ауылына килен булып төшә. Тормош иптәше Насип Дәүләткилдин менән матур ғаилә ҡоралар. Ауылдаштары ла йәш киленде ихлас ҡабул итә. Бының башҡаса булыуы ла мөмкин түгел! Көләкәс йөҙлө, һылыу ғына, ихлас күңелле, ярҙамсыл, мәрәкә һүҙле булыуы менән барыһын да үҙенә арбай. Тиҙҙән йәш ғаилә йәшәгән йортҡа ҡот өҫтәп, дүрт ир бала донъяға килә. Һөйөп-һөйөлөп кенә йәшәргә лә йәшәргә ине бит. Тик тормош гел генә беҙ теләгәнсә бармай шул. Клара Нурислам ҡыҙы йәшләй генә дүрт бала менән тол ҡала. Әммә ҡайғынан бөгөлөп төшмәй. Күҙенә ҡарап торған улдарын аяҡҡа баҫтырыу өсөн барыһын да эшләй. Тап шул осорҙа дүрт улын да үҙенекеләй ҡабул иткән Мөхәмәт Сәйфуллин менән яҙмышын бәйләй. Тиҙҙән яңы ҡоролған ғаиләне тағы ла нығыраҡ берләштереп, ҡыҙҙары Дилара донъяға ауаз һала.
Әсәйебеҙ йәш саҡтан ҡул эшенә оҫта була. Бикәстәрен генә түгел, ауыл ҡыҙҙарын да ҡулъяулыҡ, таҫтамал сигергә өйрәтә. Килгән ҡыҙҙарҙың сәстәрен таҫма менән үреп, ҡайһыныһының сәсен килешле итеп ҡырҡып та ҡайтарыр булған. Шулай уҡ ингән-сыҡҡандарҙы ул хуш еҫле сәйҙәре һыйларға яратты. Ә кистәрен беҙҙең табын түрен һәр саҡ мейес төбөнә ҡуйып бешергән тәмле бәлештәре биҙәне.
Аллаға шөкөр, әсәйебеҙ әлеге көндә лә үҙ ҡулдары менән бешергән тәмле бәлештәре, ихласлығы, яҡты йөҙө менән балаларын һөйөндөрөп тора. ҡул эштәрен дә ташламаны. Балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә йөндән ойоҡбаштар бәйләп бирә. Байрамдарға килендәренә һәм һеңлеләренә сигелгән бүләктәрен тапшыра. Шулай ҙа ҡәҙерлебеҙҙең иң яратҡан шөғөлө – китап уҡыу. Күңеленә яҡын китап осраһа, таңға тиклем күҙ ҙә элмәй уҡып бөтә.
Әлеге көндә әсәйебеҙ ҡәҙер-хөрмәттә ғүмер кисерә. Биш балаһынан дүрт килене, туғыҙ ейәнсәре, биш ейәне, бер бүләһе, ике бүләсәре бар. Тормош һынауһыҙ булмай. 2009 йылда ҡаты ҡайғыларға һалып, өлкән ағайыбыҙ Заһир баҡыйлыҡҡа күсте.
Былтыр йәнә ҡайғы елдәре ишегебеҙҙе шаҡыны – кесе улы Йәҙгәр махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булды. Туғандарыбыҙҙың ауыр тупраҡтары еңел булһын. Бала ҡайғыларын кисергәндәр генә әсәйебеҙҙең өҙгөләнгәнен аңлайҙыр...
Ҡәҙерле әсәкәйебеҙ! Һине юбилейың менән ҡотлап, һаулыҡ, бәрәкәтле һәм бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Балаларыңдың изгелеген күреп, ҡыуанып, беҙҙе ҡыуандырып йәшә лә йәшә.
Иң изге теләктәр менән – балаларың.