Бөтә яңылыҡтар
10
Ғаилә йылы
28 Март , 09:00

таулыҡайҙар МХО биләмәһенә юлланды

Күмәкләгән - яу ҡайтарған, мәҡәләнең асылын яҡшы аңлай Таулыҡай ауыл биләмәһе халҡы.Махсус хәрби операция башланғандан алып улар яугир егеттәргә һәр яҡлап терәк булырға, ярҙам итергә тырыша.Ошо арала ла Буранбай, Сыңғыҙ, Таулыҡай ауылы халҡы яҡташ ир-егеттәргә исемле(именной) посылкалар әҙерләне. Улар араһында аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, маскировкалау селтәрҙәре бар ине. Ылауҙы ауыл биләмәһе башлығы Ҡәйүм Рәжәп улы, ауыл советы депутаттары Илгиз Азамат улы һәм Юлдаш Булат улы алып барып тапшырасаҡ."Үҙ машинаһы менән бергәләп ылау алып барыу инициативаһын Юлдаш Шәйхисламов тәҡдим итте. Ул руль артында бындай оло юлға тәүге тапҡыр сыҡмай, махсус хәрби операцияһы биләмәһенә ун беренсегә бара. Алла бирһә, имен-аман барып, егеттәрҙе күреп, күстәнәстәрен тапшырып ҡайтырға уйлайбыҙ",- тине Ҡәйүм Рәжәп улы һәм гуманитар ылау әҙерләүҙә әүҙемлек күрһәткән ауыл халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Күмәкләгән - яу ҡайтарған, мәҡәләнең асылын яҡшы аңлай Таулыҡай ауыл биләмәһе халҡы.
Махсус хәрби операция башланғандан алып улар яугир егеттәргә һәр яҡлап терәк булырға, ярҙам итергә тырыша.
Ошо арала ла Буранбай, Сыңғыҙ, Таулыҡай ауылы халҡы яҡташ ир-егеттәргә исемле(именной) посылкалар әҙерләне. Улар араһында аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, маскировкалау селтәрҙәре бар ине. Ылауҙы ауыл биләмәһе башлығы Ҡәйүм Рәжәп улы, ауыл советы депутаттары Илгиз Азамат улы һәм Юлдаш Булат улы алып барып тапшырасаҡ.
"Үҙ машинаһы менән бергәләп ылау алып барыу инициативаһын Юлдаш Шәйхисламов тәҡдим итте. Ул руль артында бындай оло юлға тәүге тапҡыр сыҡмай, махсус хәрби операцияһы биләмәһенә ун беренсегә бара. Алла бирһә, имен-аман барып, егеттәрҙе күреп, күстәнәстәрен тапшырып ҡайтырға уйлайбыҙ",- тине Ҡәйүм Рәжәп улы һәм гуманитар ылау әҙерләүҙә әүҙемлек күрһәткән ауыл халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Хәйерле, имен юлдар һеҙгә, егеттәр!

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас: