Ҡулыңдан һөйөн! Был һүҙҙәрҙе ул әллә күпме тапҡыр ишеткәне бар. Ысынлап та, ҡулынан килмәгән эше юҡ үҙенең! Изолондан да, ҡағыҙҙан да матур итеп сәскәләр эшләп ултырта. Ауыҙҙың һыуы ҡойолорлоҡ итеп татлы һәм тәмле аш-һыу ҙа әҙерләп ҡуя. Һыҙланып барған кешене ятҡырып, массаж да эшләй. Уңған да, дәртле лә үҙе!
Һүҙ Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Йәнбикә Айҙар ҡыҙы Һабанғолова тураһында булыр. Йәнбикә Айҙар ҡыҙы сығышы менән Йомаш ауылынан. Бына тиҫтә йыл “Тракторист” магазинында һатыусы булып эшләй. “Ауыр түгелме? Ул сама тимер-томорҙа аҙашмайһыңмы?” – тием үҙем өйөлөп ятҡан ҙур-ҙур запчастәр араһында һөйкөмлө генә был ҡатынды күҙ алдына килтереп. “Өйрәнеп бөттөм инде”, – ти йылмайып өс бала әсәһе Йәнбикә һылыу.
Һис кенә лә ҡул ҡаушырып ултырып өйрәнмәгән Йәнбикә буш ваҡытында килем килтерер һөнәрҙәр үҙләштерергә тырыша. Йәшерәк сағында ырғаҡ менән сәскәләр бәйләһә, бынан бер нисә йыл элек гофрировкалы ҡағыҙҙан сәскә эшләргә өйрәнеп ала. Был сәскәләрҙе оҫталыҡ дәрестәре асып, башҡаларға ла өйрәтә. Унан изолондан сәскә эшләй башлай. Әйткәндәй, үҙе йәшәгән йортто ла ул тап ошондай күҙҙең яуын алыр сәскәләр менән биҙәп бөткән.
Тормош булғас, төрлө саҡтар була. Әммә һаулыҡтан да ҙурыраҡ байлыҡ юҡ. Йәнбикәнең дә бер мәл биле ауыртып, массажға йөрөргә тура килә. Тап шул саҡта уның үҙенең дә массаж эшләп өйрәнгеһе килә. Үҙе өсөн биоэнергетик массаж эшләй торған аппарат һатып ала. Төрлө курстарҙа уҡый, семинарҙарҙа ҡатнаша, һөнәри оҫталығын арттыра. Һөлөк һалыу буйынса ла курстарҙа уҡый. Әле оҫтабикә Ватсап мессенджерында “Һаулығың – байлығың” тигән төркөм асып, тап ошо юҫыҡтағы хеҙмәттәр күрһәтә.
Биоэнергетик массаждың асылы – төрлө стресс хәлдәр, эмоциональ йәки физик көсөргәнеш, йәрәхәттәр һәм ауырыуҙар һөҙөмтәһендә ҡаҡшаған организмда энергия балансын тергеҙеү. Бында физиотерапевтик эффект беренсе сеанстан һуң һиҙелә. Тулы курс үткәндән һуң пациенттар хроник арығанлыҡтан ҡотола, организмда энергия запасы тергеҙелә, йәшәү тонусы күтәрелә. Шулай уҡ ҡан әйләнеше яҡшыра, лимфа системаһы таҙара, организм детоксикациялана, иммун функциялары тергеҙелә, эске органдарҙың эше яҡшыра, мускул һәм һөйәк туҡымаларындағы хроник ауыртыу синдромы бөтә. Әгәр һеҙҙең быуындарығыҙ ауыртһа (артрит, артроз), умыртҡа һөйәге һәм терәк-хәрәкәт системаһы, бил, аяҡ ауыртҡанда, тартышҡанда, шешкәндә, эсәк-ҡан тамырҙары, бәүел-енес, ашҡаҙанэсәк системалары сирҙәре, йыш ҡына һалҡын тейгәндә, иммунитет ҡаҡшағанда һ.б. проблемаларҙан мөғжизәле булған был аппарат ярҙам итәсәк.
ТИМ Fohow термо-инфраҡыҙыл массажер – ул капсула формаһындағы юғары технологиялы аппарат. Ул көндәлек тормошта бик тә уңайлы. Укол да, дарыу ҙа талап итмәгән хәүефһеҙ һәм ауыртыуһыҙ һауыҡтырыу ысулы. Ни бары эсенә инеп ятаһың да, һауығаһың. Fohow махсус эфир майын файҙаланып, термо-инфраҡыҙыл көйләү меридиандар үткәреү һәләтен тиҙ арала яҡшыртырға һәм организмды токсиндарҙан таҙартырға, кислота-һелте балансын тергеҙергә, алмашыу процестарын тиҙләтергә һәм күҙәнәк әүҙемлеген арттырырға ярҙам итә.
Һөлөк һалыу тураһында айырып әйтеп торорға ла кәрәкмәй. Һөлөк менән аналыҡтағы, һөт биҙҙәрендәге кисталарҙан, геморройҙан ҡотолорға, бит тиреһен эрендәрҙән таҙартырға, аллергик реакцияны баҫырға, циститты бөтөрөргә, ҡан баҫымын нормаға килтерергә була. Дауаланыу курсы – 5-7 сеанс.
Шулай итеп, әгәр һеҙ ошо мөғжизәле ҡулдарға эләгеп, һаулығығыҙҙы нығытырға уйлаһағыҙ, мотлаҡ Йәнбикә Һабанғоловаға мөрәжәғәт итегеҙ. Тулыраҡ мәғлүмәтте 5 8 963 141 31 35 телефонына шылтыратып йәки “Бәйләнештә” сайтындағы битләүегенән (https://vk.com/id15892881) таба алаһығыҙ.
Йәнбикәгә һаулыҡ, муллыҡ, күңел талабы буйынса башлаған эшендә уңыштар һәм күп табыш алыуын теләйек.
Эльмира Кейекҡужина.