Миңзәлә Ҡолһарина
Үрге Яйыҡбай ауылы
...Бары төштә ҡайтыр инде яугир,
Сал сәстәрен һыйпап әсәнең.
Ауҙы һалдат тыныс таңдар өсөн,
Киләсәге өсөн Рәсәйҙең.
Мейестәге янған утҡа ҡарап,
Уйылырҙа әсә уйында.
Ут ялҡынлы һуғыш яланында,
Эҙләр инде ғәзиз улын да.
Ут ялҡыны зәһәр, ҡайнар түгел,
Йөрәк яныуҙары ут һымаҡ.
Ышанғы ла килмәй, йәш тәгәрәй,
Барыһы ла, бары төш һымаҡ.
Төштә генә ҡайтыр инде яугир,
Ихлас көлөү, шаян ҡараштар...
Бөттө инде, бөттө, мәңге китте,
Тупылдатып һөйөү йыраҡтыр.
Күккә ҡарап моңһоуланыр күҙҙәр,
Теҙелешеп ҡоштар ҡайтҡанда.
Ил һағыныр, һеҙҙе оҙаттыҡ беҙ
Киткәйнегеҙ иртә таңдарҙа .
Изге төштәр булып инегеҙ һеҙ,
Әсә күңелдәрен йыуатып.
Йөрәккәйе илар, һыҡрар инде
Керпек осҡайҙарын сылатып...
20/02/25
Тыныслыҡ та килһен илемә,
Тыныслыҡ та бирсе күңелгә.
Тынысланһын инде әсәләр,
Тыныслыҡ бир ғәзиз еремә!
Йәш тулмаһын әле күҙенә,
Һырҙар һалма әле йөҙөнә.
Ыуыҙ ғына әле уландар,
Имен ҡайтһын тыуған еренә.
Һөйөп кенә туймаҫ уландарҙы,
Һөйҙөрмәй ҙә ғәзиз һөйгән йәрен.
Етем итмә әле сабыйҙарын,
Иртә ҡуйма әле ҡәбер ташын.
Югереп ҡайтһын улар урман гиҙеп,
Таң ысығын кисеп, сәсрәтеп.
Югереп ҡайтһын йылға-күлдәр кисеп.
Шишмә һыуын эсеп йотлоғоп.
Ишек яғы әле ябылмаған,
Келәһе лә һис тә һалынмаған.
Көтә әсә, көтә һис йоҡламай,
Күңеленә тынғы табалмай.
18/07/24
“Ҡайталмаһам, ғәфү ит һин, әсәй!”
Һалдат һала йырҙың моңһоуын.
Белмәйһеңме, һеҙҙең өсөн генә,
Түңәрәк икмәк бешеп сығыуын?
Һеҙ ҡайтырға тейеш, ҡайтырға!
Суҡташ тауға менеп, ергә ятып,
Тыныс күкте байҡап ятырға .
Һеҙ ҡайтырға тейеш,ҡайтырға!
Һыбай менеп атта сабырға!
Яландарға сығып, күкрәк киреп,
Етен ҡылғандарҙы сабырға .
Һеҙ ҡайтырға тейеш, ҡайтырға!
Ҡоштар йырын әле тыңларға.
Сабыйҙарға ғүмер бирер өсөн,
Мөхәббәтле һылыу һайларға .
Һеҙ ҡайтырға тейеш, ҡайтырға!
Көтә туғандарың, Нуғайың,
Күкрәк киреп, ирәгәйеп йөҙгән,
Көмөш һыулы шифа Талҡаҫың.
Һеҙ ҡайтырға тейеш ҡайтырға!
Муйыл ап-аҡ сәскә атҡанда.
Еңеү алып килгән йәмле майҙа,
Теҙелешеп торна ҡайтҡанда .
Ҡайтығыҙ һеҙ, зинһар ҡайтығыҙ!
Һыҙылып ҡына таңдар атҡанда.
Яҡындарығыҙ һеҙҙе бик-бик көтә,
Ишегенә келә һалмай ҙа.
Ҡайтығыҙ һеҙ, зинһар ҡайтығыҙ!
Бәпкә үлән үҫкән ерҙәргә,
Ысыҡ тамсылары кисергә,
Тыуған ерегеҙҙе биҙәргә!
23/02/23