Бөтә яңылыҡтар
10
Ғаилә йылы
21 Март , 16:56

Рәлиә Яҡшығолова

#Һаҡмар_конкурс #Тажетдинов Ҡәҙерле дуҫтар! Беҙҙең сираттағы конкурсантыбыҙ ҡаланың 5-се мәктәбенең 6-сы "а" класы уҡыусыһы Рәлиә Яҡшығолова (етәксеһе - Юламанова Земфира Зекериә ҡыҙы) булыр.  Рәлиәнең матур ғына шиғырҙарын лайктар ҡуйып уҡығыҙ! 

Рәлиә Яҡшығолова
Рәлиә Яҡшығолова

Баймағым

Тыуған ерем  - Баймағым,

Тау-урманға бай яғым.

Һыу-күлдәрең, далаларың

Үҙенә әйҙәй тағын.

 

Баймағымды алыштырмам

Сығып китһәм дә ситкә.

Һоҡланып та туя алмам

Һинең тәбиғәтеңә!

 

Ат

Олатайымдың аты бар,

Тора йылы һарайҙа.

Бесән индереп ашаттым,

Һалдым тағы бойҙай ҙа.

 

Атыбыҙ шундай эшлекле,

Йәй буйы ул тик тормай.

Утын, бесән һәм башҡаһын

Иренмәй генә ташый.

 

Яҙ етте

Ҡыш китте,

Яҙ етте.

Ыжғыр, һалҡын

Бурандар үтте.

Ҡояш яҡтыртты,

Йылғалар ташты.

Ҡоштар һағынып,

Иленә ҡайтты.

 

 

Яҡшығолова Рәлиә, Баймаҡ 5-се һанлы мәктәбенең 6а класы уҡыусыһы

Етәксеһе: Юламанова Земфира Зекериә ҡыҙы

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: