Бөтә яңылыҡтар
10
Ғаилә йылы
22 Март , 20:25

Тыуған көнөң менән!

Тыуған көн менән ҡотлау өсөн әҙер текстар тәҡдим итәбеҙ. Һеҙгә оҡшағанын һайлап алып, исемен генә яҙырға ҡала! 

Тыуған көнөң менән!
Тыуған көнөң менән!

Ҙур ихтирамға лайыҡ тормош иптәшем, атайыбыҙ … … … 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Оло йөрәкле, эшһөйәр, һәр ваҡытта ла хәрәкәттә, һәр эште еренә еткереп башҡарған уңған ғаилә башлығы, балаларына ҡәҙерле атай, ейән-ейәнсәрҙәренең яратҡан ҡартатай.

Матур юбилейың менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ ҡыуаныстар теләйбеҙ! Хоҙай һине сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан айырмаһын. Ҡәҙер-хөрмәт күреп, әсәйебеҙ менән бәхетле ҡартлыҡта ғүмер кисерергә яҙһын.

Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,

Йәшәү дәрте булһын күңелдә.

Беҙ теләгән шатлык, бәхет, атай,

Юлдаш булһын һиңә ҡартлыҡта.

Иң изге теләктәр менән – тормош юлдашың, балаларың.

 

ҡалаһында (ауылында) йәшәүсе ҡәҙерлебеҙ … … … 70 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Әсәй, тормош юлында һынауҙарға бирешмәй, ауыр юлдарҙа баш эймәйенсә, йәшәүҙән йәм табып, шатлыҡта-ҡыуаныста йәшәргә яҙһын. Оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Беҙгә ғүмер бүләк итеп, лайыҡлы тәрбиә, белем биреп, оло тормош юлына баҫтырғанығыҙ өсөн һеҙгә оло рәхмәтлебеҙ! Атай менән бергә-бергә тигеҙ ғүмер үтеп, иҫәнлектә-һаулыҡта ейән-ейәнсәрҙәрҙе үҫтереп, ҡыуанып-шатланып йәшәргә яҙһын.

Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,

Үтер юлыбыҙҙа үрнәк һин.

Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,

Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.

Рәхмәт әсәй барыһы өсөн дә,

Беҙ бәхетле һинең яныңда.

Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,

Тормош йәмле тик һин булғанға.

Улдарығыҙ, килендәрегеҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ.

 

ауылында тыуып, шунда үҫкән, белем алған һәм әле лә шунда йәшәүсе ҡәҙерле улым … … … улын алтын юбилейы менән ҡотлайым!

Юғары уҡыу йортон тамамлағас, районыбыҙға ҡайтып, үҫеп килгән йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү эшенә тотоноп, минең юлымды дауам итә башланың. Ауырлыҡтарға түҙем булдың, кәмһетеүҙәргә һынманың, маҡтауҙарға осонманың, шуға күрә һинең өсөн күңелем тыныс. Эшемде генә түгел, уй-хыялдарымды ла тормошҡа ашыраһың. Ике юғары белем алдың. Маҡсаттарың, уй-хыялдарың һәр саҡ ғәмәлгә ашһын. Үҙеңде ихтирам иткән уҡытыусылар, яратҡан уҡыусылар насип итһен. Эшеңдән ҡәнәғәтлек ҡалып, һаулыҡ-сәләмәтлектә, ғаилә бәхетеңә һөйөнөп йәшәргә яҙһын.

Был донъяға һине бүләк иттем,

Изгелектәр сәсеп йәшә тип.

Тормошоңдо үҙең ожмах итеп,

Ҡәнәғәтлек алып йәшә һин!

Тирең түкмәй бер ни алға килмәй,

Маҡсаттар ҙа шытым бирмәйҙәр.

Барыһына тик тырышлыҡ кәрәк,

Шул саҡ бәхет урап үтмәйҙер.

Ҡотлау менән – әнейең.

-------

Ынйы ҡарлы ҡыштың ҡояшлы көндәренең береһендә, беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған кешебеҙ – әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ … … … ҡыҙы үҙенең оло юбилейын – 70 йәшен билдәләй.

Ҡәзерлебеҙ! Беҙ һинән көс һәм илһам алабыҙ. Һин беҙҙе һәр ваҡыт нурлы йөҙөң, телеңде йоторлоҡ ризыҡтарың менән ҡаршы алаһың, йөрәгең тулы наҙыңды беҙгә өләшәһең! Алланың мең рәхмәте яуһын инде. Һиңә оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, күнелеңдәге йән йылыһының нуры һүнмәйенсә, һүрелмәйенсә беҙгә, балаларыңа йәшәйеш сығанағы булып тороуыңды теләйбеҙ.

Ҡояш йылыһына йылынғандай

Һыйынабыҙ әсәй яныңа.

Тормош йәмен, матурлығын тойоп,

Йәшә әсәй, йәшә тағын да

Ҡайтҡан һайын һинең яндарыңа

Ҡолас йәйеп ҡаршы киләһең

Мең-мең рәхмәт әсәй тәрбиәңә,

Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәкһең.

Ҡотлау менән – ҡыҙҙарың, кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең.

 

Баймаҡ ҡалаһында тыуып үҫкән беҙҙең ҡәҙерле кешебеҙ … … … улы үҙенең күркәм юбилейын билдәләй. Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ үҙенең яҙмышын тыуған ере менән бәйләп, районының патриоты булып, гөрләп, янып йәшәй. Ҡәҙерлебеҙгә еңел булмаған эшендә уңыштар, еңеллектәр юлдаш булһын. Яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, күңел күтәренкелеге, ғаиләбеҙгә татыулыҡ, мул тормош теләйбеҙ. Киләсәктә лә алдынғы фекерле, ҡыйыу ҡарашлы, маҡсаттарына өлгәшеүсе булып, хөрмәтле ир, хәстәрлекле атай, ҡайны, яратҡан ҡартатай булып оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ.

55 йәш – ул ир-уҙаман өсөн

Иң матур мәл, йәшәр саҡтарың.

Ҡеүәтләнеп алға ынтылған мәл,

Тура юлдан барған саптарың.

Әсәй фатихаһы, сәләмәтлек

Һинең менән булһын гел бергә.

Именлектә, ғаилә бәхетендә

Оҙаҡ йәшә, йәшнә был ерҙә.

55 йәш ул ир-уҙаман өсөн

Имәндәрҙәй ныҡлы мәлдәре.

Олатайҙар булып ейәндәргә

Татыу яҙһын йәшәү йәмдәрен.

Һине яратып – ҡатының, улдарың, киленеңә, ейәнсәрең.

 

Хөрмәтле етәксебеҙ, коллегабыҙ … … … улын 55 йәшлек оло юбилейы уңайынан ихлас ҡотлайбыҙ.

55 йәш ул ир-егет өсөн ғүмерҙең ҡап уртаһы ғына. Тормошта үткән юлға һығымта яһап, киләсәккә яңы пландар ҡорор саҡ ҡына. Ошо иҫтәлекле көнөгөҙ менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, йән тыныслығы, күңел көрлөгө теләйбеҙ. Хөрмәтле Гөлнара Зәйнулла ҡыҙы менән тағы ла дәртләнеп эшләргә, балаларығыҙҙың ҡыуанысын күреп, крәҫтиән-фермер хужалығын үҫтереп, тағы ла юғарыраҡ һөҙөмтәләргә ирешеп, дәртләнеп эшләргә һәм йәшәргә яҙһын.

Тыуған көнөгөҙ һымаҡ йәмле булһын,

Йәшәр йылдарҙың ағышы.

Дәрт-дарманлы булһын хыялдарың

Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.

Изге теләктәр менән – ….

 

ауылында тыуып үҫеп, хәҙерге ваҡытта … ауылында йәшәүсе ҡәҙерле туғаныбыҙ … … … 60 йәшлек матур юбилейы уңайынан ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Яҡыныбыҙ ер йөҙөндәге барлыҡ яҡшы сифаттарҙы үҙендә туплаған: туған йәнле, изге күңелле, оло йөрәкле, ярҙамсыл, уңған. Ғәзиз кешебеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, муйыл сәскәһендәй аҡ бәхет, балаларының изгелеген күреп, шатлыҡ-ҡыуаныстарға, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ. Иртәләрең ҡояшлы, көндәрең көләс, күңелең тыныс булһын.

Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе,

Ҡабул итсе ихлас күңелдән.

Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,

Киләсәктә тормош күгендә!

Ҡотлау менән – бөтә туғандарың.

 

ауылында йәшәүсе беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, хөрмәтле әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ … … … ҡыҙын тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә яҡшы кәйеф, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Ошо йәмле байрамығыҙҙа меңдәрсә рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ. Һеҙ донъялағы иң затлы, сауаплы кешеләрҙең береһе, беҙ һеҙҙе сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, ысын йөрәктән яратабыҙ. Бәхетле оҙон ғүмер һеҙгә!

Беҙ теләйбеҙ һеҙгә аҡ бәхеттәр,

Шатлыҡтарға илткән юл ғына

Байрамығыҙҙың матур хәтирәһе

Күңелегеҙҙә ҡалһын уйылып,

Тәбрикләйбеҙ ысын күңелдән

Барыбыҙ ҙа бергә йыйылып!

Ҡотлау менән – улың, ҡыҙың, кейәүең, ейәне-ейәнсәрҙәрең.

 

ауылында тыуып үҫеп, хәҙерге көндә … йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ … … … 60 йәшлек күркәм юбилейы айҡанлы ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм доньяла булған барлыҡ изге теләктәрҙе теләйбеҙ. Барыһы ла һәйбәт булһын! Хоҙай Тәғәләнең мең рәхмәте яуһын һиңә, әсәкәйебеҙ. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, балаларыңдың, туғандарыңдың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, иман байлыҡтарында йәшәүеңде теләйбеҙ.

Әсәйебеҙ – беҙҙең ҡәҙерлебеҙ,

Беҙ бәхетле ерҙә һин барҙа.

Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңә

Тыуған көнөң менән ҡотларға.

Төрлө саҡты күргәнһеңдер,

Йөрәгеңдә күптер яра ла.

Кәңәшсебеҙ, терәгебеҙ булып

Оҙаҡ йәшә беҙҙен арала.

Иң изге теләктәр менән – ҡыҙҙарың, кейәүҙәрең, улың һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.

 

ауылында йәшәүсе өлгөлө ғаилә башлығы … … … улын 60 йәшлек олпат юбилейы менән тәбрик итәбеҙ. Яҡыныбыҙ, ҡайҙа ғына эшләһә лә, гел алдынғылар рәтендә булып, коллегалары араһында абруй ҡаҙанды. Бер нисә йыл рәттән “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеменә лайыҡ булды. Тәжрибәле, үҙ эшенең оҫтаһына әйләнеп, оҙаҡ йылдар водитель һөнәренә тоғро ҡалып, хеҙмәтен дауам итә. Тормошта ул барыһын да үҙ ҡулдары менән булдырҙы. Ир-егеттәргә тейешле өс бурысты ла теүәл үтәне: йорт һалды, ағас ултыртты, ул үҫтерҙе. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, ти халыҡ мәҡәле. Был, әйтерһең, тап беҙҙең ҡәҙерлебеҙгә төбәп әйтелгән. Нимәгә тотона, шул ҡулынан килә. Оҫта ҡуллы, сабыр, оло йөрәкле, ярҙамсыл ул.

Юбилярға тормоштоң бар йәмен, тәмен татып, һаулыҡта, күңел тыныслығында тормош юлдашы – әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ менән татыулыҡта, муллыҡта, оҙон тиң ғүмер кисерергә яҙһын.

Оло юбилейың ҡотло булһын,

Беҙҙән һиңә изге теләктәр!

Ғүмерлек юлдаш булһын,

Ҡояшлы яҡты көндәр.

Йылдар һалмаҡ ҡына үтә торһон,

Һин ҡал әле йәшлек таңында.

Күркәм холоҡ, аҡыл һәм сабырлыҡ

Биҙәһендәр һине тағы ла!

Ҡотлау менән – тормош юлдашың, улың, ҡыҙың, кейәүең.

 

Беҙҙең ҡәҙерле әсәйебеҙ … … … ҡыҙы 1965 йылдың 2 ғинуарында … ауылында донъяға килә. Әле ҡәҙерлебеҙ үҙенең 60 йәшлек олпат юбилейын билдәләргә әҙерләнә.

Бала саҡтан тырыш, теремек булып буй еткерә. Сибай педагогия колледжында, артабан Стәрлетамаҡ педагогия университетында уҡытыусы һөнәрен үҙләштерә. Иглин районында башлаған хеҙмәт юлын уңышлы дауам итеп, тыуған ауылына башланғыс кластар уҡытыусыһы булып ҡайта. Атайыбыҙ … … улы менән сәстәрен-сәскә бәйләп, тырышып донъя көтә башлайҙар. Бер ваҡытта ла ҡул ҡаушырып ултырмаған, тынғыһыҙ, тырыш ғаилә булараҡ беләләр уларҙы таныштары. Әсәйебеҙ һәр төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, уҡыусы балаларҙы үҫтереп, ҡанатландырып тороусы булды. Әле лә беҙҙең һәр башланғысыбыҙҙы хуплап, ҡеүәтләп кенә тора.

Ҡәҙерле әсәй! Һине ысын күңелдән ғүмер байрамың менән тәбрикләйбеҙ. Яңы йыл уңышлы, сағыу ваҡиғаларға бай булһын. Оҙон-оҙаҡ йылдарға етер ныҡлы һаулыҡ, рух ныклығы, көс һәм дәрт юлдаш булһын. Башҡарған эштәреңдең һөҙөмтәләренә ҡыуанып, ғаилә һәм донъя именлегенә һөйөнөп кенә йәшә. Беҙ һине яратабыҙ.

Иң изге теләктәр менән – ғаиләң һәм барлыҡ яҡындарың.

 

ауылында тыуып үҫеп, … ауылында йәшәүсе атайыбыҙ … … … улы 75 йәшлек юбилейын билдәләй. Шулай уҡ бөгөн уның ғаилә ҡорған көнө лә. Тап … йыл элек ул ҡатыны … … ҡыҙы менән бергә-бергә тиң-тигеҙ булып йәшәй башлай. Был осорҙа улар биш балаға ғүмер бүләк итеп, оло тормош юлына оҙаттылар.

Беҙ атайыбыҙҙы шулай оло йәшкә етеүе менән ҡотлап, беҙҙе, балаларын, атайлы-арҡалы итеп тәрбиәләүенә мең рәхмәт әйтәбеҙ! Атай-әсәйебеҙ – ҡәҙерлеләребеҙ, һеҙгә бәхетле ҡартлыҡ, һаулыҡ, бәрәкәтле ғүмер теләйбеҙ. Тыуған нигеҙебеҙҙе һыуытмай, йылы аштар менән ҡаршы алып, аҡыллы кәңәштәр биреп, терәк таяныс булып шулай йәшәргә лә йәшәргә яҙһын.

Иң изге теләктәр менән – яҡындары.

 

ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ … … … ҡыҙын 60 йәшлек ғүмер байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Ҡәҙерлебеҙгә иң изге, яҡты теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һиңә шатлыҡлы, ҡыуаныслы көндәр, ауырыу-һыҙланыуҙарһыҙ оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, аҡ бәхеттәр, балаларыңдың, туғандарыңдың изгелеген күреп, барыбыҙҙы ҡыуандырып, оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәүеңде теләйбеҙ. Тыуыр таңдарың тыныс, килер көндәрең имен булһын! Беҙ һине яратабыҙ!

Тыуған көнөң, әсәй, алып килһен,

Бары сәләмәтлек, шатлыҡтар,

Беҙгә биргән йөрәк йылыларың

Изгелектәр булып ҡайтһындар.

Ерҙә ҡояш нуры балҡығандай,

Һин балҡыйһың беҙҙең күңелдә.

Тормошобоҙ һинең менән матур,

Рәхмәтлебеҙ һиңә ғүмергә!

Ҡотлау менән – ҡыҙҙарың, улың, кейәүең, киленең, ейәнсәрҙәрең, ейәндәрең.

 

, …, … мәктәптәре коллективы хаҡлы ялдағы уҡытыусыларыбыҙ … … … һәм … … … матур ғүмер байрамдары менән ҡотлай. Һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Иртәләрегеҙ ҡояшлы, көндәрегеҙ аяҙ, кистәрегеҙ айлы, уйҙарығыҙ яҡты, күңелегеҙ тыныс булһын.

Шулай уҡ әле эшләп йөрөгән хеҙмәткәрҙәребеҙ – … … …, … … … һәм ... ... ... матур юбилейҙары менән ҡотлайбыҙ. Уларға ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле оҙон ғүмер, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ. Киләсәк йылдарығыҙ өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағығыҙ шатлыҡ-һөйөнөстәрҙе генә һүтеп тәгәрәһен. Яҡындарығыҙға терәк-таяныс булып, балаларығыҙҙың изгелеген күреп, имен тормошта бәхетле йәшәргә насип итһен.

 

ҡалаһынан ҡәҙерле ҡыҙым, туғаныбыҙ … … … ҡыҙын 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Яҡыныбыҙ бик сабыр, олоһона ла, кесеһенә лә кешелекле, изгелекле, ярҙамсыл. Бөгөн дә һин, ҡәҙерле кешебеҙ, үҙеңдең тирә-яғыңдағыларға шатлыҡ өләшәһең. Ниндәй генә маҡтау һүҙҙәре әйтһәк тә аҙ булып төҫлө тойола.

Ҡәҙерлебеҙ, һине ихластан тыуған көнөң менән ҡотлайбыҙ. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, йән тыныслығы, хәйерле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Алдағы ғүмер юлыңда шулай уҡ һау-сәләмәт, күтәренке кәйеф һәм туғандарың, яҡындарың менән бәхетле көндәр кисереп йәшәргә яҙһын һиңә, һөйөклө һәм һөйкөмлө кешебеҙ.

Һыуынмаһын йөрәк йылың.

Яңы йыл менән бергә килеп еткән

Ҡыуаныслы тыуған көнөң.

Беҙҙең теләк һиңә – йөҙ йәшә,

Өҙөлмәһен ерҙә ризыҡтарың.

Иң изге теләктәр менән – барлыҡ туғандарың исеменән әсәйең.

 

Ҡәҙерле киленем, тормош юлдашым, әсәйебеҙ, туғаныбыҙ … … … ҡыҙын 55 йәшлек матур ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Ҡәҙерлебеҙҙең киләсәк тормошонда ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, Ағиҙел йылғаһындай оҙон, бәхетле, бәрәкәтле ғүмер юлы кисереүен теләйбеҙ, әлегеләй уңған хужабикә, хәстәрлекле әсәй булып, изгелектәр күреп кенә йәшәһен ине.

Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Яҡты ал таңдар, зәңгәр күктәр һинең күңелеңде һәр саҡ яҡтырһын, балҡытып торһон. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр атҡан таңға, килгән йылдарға ҡыуанып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдын изгелеген күреп йәшә лә йәшә әле! Әлегеләй алсаҡ йөҙлө изге күңелле булып, ауырымай-һыҙланмай оҙон ғүмер ит!

Ғүмер юлың пар ҡанатлы үтһен

Өҫтәлеңдә һыйҙар мулдан булһын.

Тормоштағы ҡылған изгелегең,

Үҙеңә ҙур бәхет булып ҡайтһын.

Беҙҙән теләк һәр саҡ яҡты һиңә,

Шатлыҡ ҡына, гел изге.

Туғандарың менән гөр килешеп,

Һау-сәләмәт йәшә ғүмереңде.

Ҡотлау менән – ҡәйнәң, тормош иптәшең, балаларың һәм барлыҡ туғандарың.

 

ауылында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшем … … … улын матур юбилейы менән ҡотлайым. Теләктәрҙең аҡ ҡарҙарҙай ағын, сафын теләйем, мөхәббәт емештәребеҙ булған дүрт балабыҙға, уларҙың ғаиләләренә, балдан да татлы һигеҙ ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә терәк, кәрәк булып, ҡулдарыбыҙҙы-ҡулдан ысҡындырмай, тормош юлынан йәнәш атлап, һаулыҡта, бәхеттә ғүмер кисереүеңде теләйем. Ауыр, ләкин маҡтаулы эшеңдә тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшеп, тыныс тормошта йәшәргә яҙһын, ҡәҙерлем!

Һине яратып – тормош юлдашың.

 

Ап-аҡ ҡарлы, аҡ буранлы ҡыштың күркәм бер көнөндә олпат юбилейын билдәләүсе … … … улын ғүмер байрамы менән тәбрик итәбеҙ.

Хөрмәтле … …! Балаларығыҙ, ейәндәрегеҙ, дуҫ-иштәрегеҙ, туғандарығыҙ, хәләлегеҙ иғтибарына сорналып, яҡындарығыҙҙың һөйөүенә сумып, ныҡлы һаулыҡта, тандыр шатлыҡта, тормош бүләк иткән яҡты, ғәмле көндәргә шатланып, уңыштарға ирешеп, бәхет-ҡыуаныс бүлешеп, оҙон-оҙаҡ бәрәкәтле ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ. Тыуыр таңдарығыҙ тыныслығы, килер хәбәрҙәр ҡыуанысы менән һөйөндөрһөн.

Иң изге теләктәр менән – … мәктәбе коллективы.

 

ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле атайыбыҙ, ҡайныбыҙ, ҡартатайыбыҙ … …. … ғүмер байрамы – 60 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, рух ныҡлығы, күңел тыныслығы, аҡ бәхеттәр, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең изгелеген күреп, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай оҙон ғүмер теләйбеҙ.

Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,

Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.

Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң

Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.

Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе

Ҡабул итсе тыуған көнөңдә

Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын

Киләсәктә тормош күгеңдә!

Изге теләктәр менән – улың, киленең, ейәндәрең.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: