Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
12 Март 2025, 11:00

Дан йырлайбыҙ һеҙгә, батырҙар!

Таулыҡай ауылында «Дан йырлайбыҙ һеҙгә, батырҙар» сараһы үтте...

Таулыҡай ауылында «Дан йырлайбыҙ һеҙгә, батырҙар» сараһы үтте.

  Ул ике өлөштән торҙо. Тәүгеһе Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, Афған һуғышына  арналһа, икенсе өлөшө Чечен яуын һәм махсус хәрби операцияны үҙ эсенә алды. Билдәле, сараның төп ҡунаҡтары ошо яу шаһиттары ине. Сарала шулай уҡ район Советы секретары Иҙел Әбүбәкиров, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Йыһаншина ҡатнашты.  «Таулыҡайҙа «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә үткән сараларҙы уҡып-ҡарап барабыҙ. Һәр саҡ әлегеләй әүҙем булығыҙ»,  - тине ул сығышында. Һәм үтәсәк сарала уңыш теләне.

Таулыҡай ауыл биләмәһенән Бөйөк Ватан һуғышында бөтәһе 294 ир-егет ҡатнаша. Ә Таулыҡайҙан 120 яугирҙең 34-е яу яланында ятып ҡала. Үкенескә ҡаршы, ул дәһшәтле йылдар шаһиты булған һуғыш ветерандары районда икәү генә. Сарала һуғыш михнәттәрен үҙ иңдәрендә татыған тыл ветерандары Вәспиямал Исхаҡова, Хәлидә Фәхретдинова, Гәүһәр Үҙәнбаева ҡатнашты. Улар был осорға тура килгән бала һәм үҫмер саҡтары, ауырлыҡтар тураһында ҙур тулҡынланыу менән һөйләне.

Һуғыш бөтөп, яралар уңалып барғанда, илгә тағы ҙур афәт килә - Афған һуғышы башлана. Унда ярты миллион самаһы һалдат үҙенең интернациональ бурысын үтәй. Үкенескә ҡаршы, ҡорбан булыусылар ҙа етерлек. Улар исемлегендә Таулыҡайҙан Рәфҡәт Исмәғилев та була. Уның исемен мәңгеләштереү маҡсатында, ауылда таҡтаташ асыла.

Был һуғышҡа ике улын  Илдар һәм Ғәфүрҙе оҙатып, ут йотоп, ҡаршы алған әсә Нәсимә Яҡупова ул йылдарҙағы кисерештәргә йәнә әйләнеп ҡайтты. «Балаһын әрмегә, етмәһә һуғышҡа оҙатҡан һәр әсә кеүек мин дә борсолдом. Улдарымдың имен-һау йөрөп ҡайтыуҙарын теләп, доғаларымды уҡып ултырҙым», - тине ул.

Афған һуғышы ветерандары Камил Ҡоланбаев һәм Хәйҙәр Имамбаевтың ҡатнашыуы ла сараға йәм өҫтәне. Ә Гәүһәр Үҙәнбаева ҡунаҡтарға үҙе ижад иткән «Афған бәйете»н һөйләп ишеттерҙе.

 Чечен һуғышында Таулыҡай ауылынан Ринат, Рөстәм, Фаил Байегетовтар, Илфат Ишалин, Илфат Ишкинин, Азамат Әсмәндиәров, Рәшит Солтанов, Азамат Ғәлин Таһир Исмәғилов, Артур Үҙәнбаев, Илнур Салихов, Илдар Ғимазов үҙҙәренең ил алдындағы бурысын намыҫлы үтәп ҡайта. Ә махсус хәрби операцияла был ауылдан да ҡатнашыусылар бар. Үкенескә ҡаршы, дүрт егет батырҙарса һәләк булды...

  «Тәүге мобилизация менән киткәйнем. Әле ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайттым. Барлыҡ ир-егеттәргә имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем», - тине Фаил Үҙәнбаев. Шулай уҡ Рәил Ибраһимов һәм Чечен һуғышында ҡатнашҡан хәрби хәрәкәттәр ветераны Фаил Байегетов  хеҙмәт итеү осорҙарына байҡау яһаны.

Хәтирәләр, иҫтәлектәр концерт номерҙары менән аралашып барҙы. Буранбай, Сыңғыҙ, Таулыҡай ауылдарының мәктәп коллективтары, уҡыусылар, Фәттәх Аралбаев етәкселегендәге «Азамат» ир-егеттәр, «Илһам» ҡатын-ҡыҙҙар ансамблдәренең моңло йырҙары, бейеүҙәре һәр кем күңеленә хуш килде. Сығыштарҙың барыһы ла еңеү, һуғыш, батырлыҡ темаларына арналды. Ә алыҫ араларҙы яҡынайтып рухлы сығыш бүләк иткән Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының кадет төркөмө егеттәренә айырыуса рәхмәтле таулыҡайҙар. Инйәр Биктимеров етәкселегендәге был төркөм «Алға, Рәсәй!» йыры оҙатыуындағы һуғыш алымдары менән   егеттәрҙең батырлығын, ҡыйыулығын күрһәтте. Уларҙы тамашасы аяҡ үрә баҫып алҡышланы.

Сарала шулай уҡ мәктәп балалары тарафынан «Үлемһеҙ полк» ойошторолдо. Ҡартаталары һәм олаталарының рәсемдәрен тотҡан балаларҙың йөҙҙәрендә ғорурлыҡ тойғоһо сағылды. Шулай уҡ яуҙа һәләк булғандар бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алынды.

Хәтер - мәңгелек. Тыныс тормош, аяҙ күк йөҙө, яҡты киләсәк өсөн ил һағына баҫҡан яугирҙәрҙе оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Уларҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатында Таулыҡайҙа таҡтаташ, стела  асылды, баннерҙар эшләнде, Герой парталары урынлаштырылды. Был сарала ла батырҙарҙы иҫкә алып, ул йылдарға йәнә байҡау яһалды.

 

 

 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас