Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
21 Март 2025, 12:07

Алтынай Ямалетдинова

#Һаҡмар_конкурс #Тажетдинов Ҡәҙерле дуҫтар! Беҙҙең сираттағы конкурсантыбыҙ ҡаланың 5-се мәктәбенең 6-сы "а" класы уҡыусыһы Алтынай Ямалетдинова (етәксеһе - Юламанова Земфира Зекериә ҡыҙы) булыр. Алтынайҙың матур ғына шиғырҙарын уҡып, лайктар ҡуйып уҡығыҙ!

Алтынай ЯмалетдиноваАлтынай Ямалетдинова
Алтынай Ямалетдинова

Башҡорт аты

Боронғонан башҡорттарҙың тоғро дуҫы

Булыр Башҡорт аты.

Яуҙа, эштә, ялда, ир-егеттең

Тоғро дуҫы булыр  Башҡорт аты.

Эшкә сыҙам, бәйгеләрҙә

Ал бирмәй Башҡорт аты!

Яландарҙы иңләп йөрөй

Башҡорт аты!

Ата-бабаларҙан ҡалған мираҫ –

Башҡорт аты!

Килер быуындарға еткерәйек

Данын

Башҡорт атының!

 

Тыуған ерем

Тыуып үҫкән илем – Башҡортостан,

Тәпәй баҫҡан ерем – Баймағым.

Ошо ерҙе төйәк иткән

Атай, әсәй, олатайҙарым.

 

 

Салауат

Эй, Салауат, һай, Салауат!

Башҡортомдоң дан улы.

Азат булһын халҡым тиеп,

Кискән ул ут-даръяны.

Батыр рухы беҙҙә йәшәй,

Ул беҙҙең ҡаныбыҙҙа.

Исеме аманат булып

Данлай ул халҡыбыҙҙы..

 

 

 

Ямалетдинова Алтынай, Баймаҡ 5-се һанлы мәктәбенең 6а класы уҡыусыһы

Етәксеһе: Юламманова Земфира Зекериә ҡыҙы

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас