Бөтә яңылыҡтар
10
Әҙәби бит
25 Март , 20:00

Ете ҡыҙҙың яҙмышы (Хикәйә)

- Бармайһың, йөрөмәйһең! - ҡаты булды ҡанита әбейҙең яуабы. - Атайыңдың төрмәлә ултырыуы етмәгәнме? Бынауындай ваҡытта бер ус ашлыҡ ҡалған тейһеңме унда, кеше бер бөртөккә тилмергәндә. Ярай апайыңа бер кило тары бирҙеләр сәсеү алдынан. Әле ҡустым үлгән һарығының тиреһен индереп бирҙе. Өтөп, йыуып тоҙлап ҡуйҙым, апайыңа ҡойҡалап өйрә бешереп ебәрермен. Ауыҙы бар асҡа үлмәҫ, иншалла ҡараға баҫтыҡ, инде бер йәшелгә туйынып алһаҡ бирешмәбеҙ. Йөрөмә, тотолһаң ғүмерлек оятҡа ҡалырһың, ристан итеп ебәрерҙәр атайың шикелле. Ана Хөмәйрәнән күпме ваҡыт хәбәр-хаты юҡ, әллә тере, әллә үле. Әсәгенәһе ер тырнап илай, минең көнгә ҡалды ул да, үҫмер бала халыҡ дошманы имеш. Һуғыш башланғандың тәүге йәйе ине Хөмәйрәгә хөкөм сығарғандарында. Колхоз малдарына бесән әҙерләү үҫмер балаларға, ҡарт-ҡороларға ҡалды. Яланүҙәк болононда ҡыуышта ҡуна ятып иртәнге ысыҡта сит-баштарын ҡул салғыһы менән сабалар, асыҡ урынды ат косилкаһы менән үтәләр. Көн ҡыҙыуы төшөп бакуйҙар кипкәс, бесәнде күбәләп, аҙаҡ кәбәнгә һалалар. Киск уйын йәштәр булған ерҙә һәр саҡ йәнәш йөрөй. Арыу-талыуҙы онотоп бейеү-йырлау, шаярышыу киске  тынлыҡты яңғырата. Һуғыш бер кемдең дә хәтеренән сыҡмаһа ла, тиҙҙән бөтөрөнә берәү ҙә икеләнмәй...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Ете ҡыҙҙың яҙмышы (Хикәйә) Гөлдәр Кәлимуллина

Яҙғы матур көн үҙәгендә ерҙе, тәндәрҙе, йәндәрҙе ҡояш йылытһа ла, төндәрен нығытып һыуыта әле. Көндөҙ гөрләп аҡҡан йырғанаҡтар таңға ап-аҡ боҙ селтәренә әүерелә. Тәрән үҙәктәрҙә ағарып ҡар өйөмдәре күренә. Шулай ҙа ҡарҙан арынған ҡалҡыуыраҡ ерҙәрҙә колхоз баҫыуҙарҙын һөрә башланылар ҙа инде. Оҙаҡламай, ошолай ҡояш әүҙем ҡыҙҙырһа, сәсеүҙе лә башларҙар. Колхоздың үҙ көсө менән, ике тракторҙа ерҙе иртәрәк һөрә башлауы ла өлгөрөргә тырышыуҙан. Әлбиттә, батҡаҡлы урындарҙы бер аҙ һурыҡҡас аттар менән һөрөргә башлаясаҡтар. Яҙҙың һәр көнө ҡыҫтау, ил күпләп икмәк талап итә. Һуғыш тамамланыуға өс йыл үтһә лә халыҡ һаман икмәкте туйғансы ашағаны юҡ. Һуғышҡа киткән, иҫән ҡалған ирҙәр ҙә һаман ҡайтып бөтмәгәнлектән колхоз эштәре элеккесә ҡыҙ-ҡырҡын, бала-сағалар елкәһендә. Әлегә ҡайтҡан һалдаттар ғәрип-ғөрәбәләр, яраланып ҡайтҡандар. Күрәһең ҡан ҡойоп һаҡлап ҡалған ил сиген ныҡлы һаҡларға ла кәрәктер. 

Миңлебикәнең атаһына һуғышҡа барырға тура килмәне. Халыҡ дошманы мөһөрө тағып ун йылға Себер урмандарын ҡырҡырға ебәргәйнеләр. Һуғыш ваҡытында бирелгән фронтовик ғаиләләре нә булған ташламалар,ярҙам паектары уларға эләкмәне. Тағы һәр кем уңайы тура килгән һайын төрөмщик балалары тип кәмһетергә, төрттөрөргә тырышты. Ағаһына урманға илткән бер төйөнсөк аҙыҡ-түлек ошо хәлгә еткерҙе Шәһиттең ғаиләһен.

Ғаиләлә оло ҡыҙ булғанлыҡтан тормош көтөүҙең бөтә ауырлығы әсәһе менән Миңлебикәнең намыҫында ҡалды. Тағы үҙенә етә килгән Сибәрбикә һылыуын да бергә эшкә йөрөтә. Колхоз эшендә төшкөлөккә ыумас бешереүҙәре, бер аҙ мысай, алабута ҡатыштырылған икмәк өлөшө лә ярап ҡала. Икмәкте ашамай өйгә, ҡустылары менән бергәләп, бүлешеп ашарға алып ҡайталар.Ә әсәһе хәленән килгәнсә ризыҡ яраштырып көтөп тора. Яҙҙан алып ҡыш сығырлыҡ үлән-тамыр йыялар, емеш-еләк әҙерләйҙәр, ҡорот киптерергә тырышалар. Ә әҙерләнгән запасты йыл әйләнәһенә тартып-һуҙып еткереү әсәләре тырышлығында.

Һуғыш башланғандың икенсе яҙында уҡ трактористәр курсын тамамлағас та колхозда тракторсы булып эшләй башланы Миңлебикә. Тәүге йылдары бик ауырға тура килһә лә, хәҙер күнекте инде. Ас та түгел, туҡ та түгел, бер өйрәнһәң буҡ та түгел тип үҙ-үҙен йыуатып ҡайҙа ҡушһалар шунда, эшләп тик йөрөй. Тракторы боҙолһа, юнәтергә лә таһылланды, уныһы ла хәҙер элекке кеүек киреләнеп маташмай.

Әле ҡыш айҙарында Бикеш МТСында тракторҙарын, тағылма инвентарҙарын йүнәтеп ҡайтҡандарына аҙна ла үтмәне, ер һөрөргә сыҡтылар. Элекке ҡыҙҙар менән эшләүгә ҡарағанда быйыл ҡыш еңелерәк булды Миңлебикәгә. Яҙғы эштәргә лә күңеле елкенеп, дәртләнеп сыҡты. Һуғыштан бер аяғына һылтаҡлап, яраланып ҡайтһа ла ир кеше менән эшләүе еңелерәк, кәңәштәре төплө, ярҙамы һиҙелерлек. Ғаиләле булһа ла Миңлебикәгә күҙ һалды, яҡын күрҙе. Ауылдан алыҫ яландарҙы һөргәндә лә Миңлебикәгә ныҡлы терәк, ышаныслы ир янда булғас тракторының һәр ҡалтырауына, һүнеп ҡалыуына элекке һымаҡ ҡурҡып ҡалмай, илап инәлеп тоҡаныуын һорамай. Хәҙер яҡын дуҫына әүерелгән тимер атына иркәләп өндәшә, уның менән һөйләшә, серҙәрен бүлешә Миңлебикә. Уның менән бергә трактор курсын бөтөп эш башлаған ҡыҙҙарҙан бер Миңлебикә генә ҡалды тракторсы булып. Берәүҙәре бала тапҡас эштәрен ташланы, икенселәре ҡулынан килмәй аҙапланғандан һуң китте.

Миңлебикәнең генә һайланыр самаһы юҡ. Һуғыш башланыр алдынан еткән ҡыҙ ҡорона тулһа ла йөрөгән егете булманы. Артынан йөрөгәнде үҙе һанламаны, үҙенә оҡшағаны башҡаны яратты. Һуғыш башланғас иһә ауылда һайларнырлыҡ ир-егеттәр ҙә ҡалманы. Айҙар буйы ҡышын Бикеш урыҫтары араһында эшләгәндә үҙен ауылдашы эргәһендә арҡалы итеп тойҙо ҡыҙ. Уны яҡын күрҙе, аҙаҡ эҫенде. Өйөндә өс балаһы, ҡатыны барлығын бергә булғанда хәтеренә төшөрмәҫкә тырышты, ә ҡатыны эргәһендә уның күҙенә салынмаҫҡа, балаларын атаһынан айырмаҫҡа ихтыяр көсөн тупланы.

Сибәрбикә һылыуын баҫыу эштәренә сыҡҡас та үҙенән ҡалдырманы. Ауырға тура килһә лә прицепщица булып һеңлеһе бергә йөрөһә, өйгә утын-бесән әҙерләү ҙә еңелерәккә тура килә. Һалам алырға ла бергәләп тырышалар. Яҡыныраҡ баҫыуҙан берәр көлтәләй һаламды бәйләп ҡалдырһалар, бәләкәй ҡустылары төнөн килеп алалар ине. Һыйырҙарын һаҡлап ҡалырға тырыштылар. Әлбиттә һәр саҡ уңайы килеп тормай, шулай ҙа һәр кем үҙ көсөнән килгәнде эшләй. Яҙ ҡышлауар буйынан, Һаҡмар йылғаһынан һыйырҙарына тал ҡырҡалар, ҡамыш йолҡалар. Һыйырҙары ҡышты күтәртмәй сыҡһа үҙе бер кинәнес. Һыйыр ағын эш итеү, мәжбүри һалымдарҙы түләү, ризыҡты тәләфләмәй йыл әйләнәһенә бүлеп еткереү, әсәләренең изге бурысы. Һәммәһенә тигеҙ бүлеү, емеш-еләкте, үлән-тамырҙарҙы йыйып әҙерләү, ҡышҡылыҡҡа ҡорот киптереү ҙә тик әсәй күҙәтеүендә.

Хәлимә үҙенең яҡын күргән тиңдәштәренә юкә телефондан кисен һайғауҙарҙан һалынған урам яҡ эскәмйәләренә йыйылырға көндөҙ үк хәбәр ебәрҙе. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә аулаҡ өйҙәргә йыйылып ҡул эштәре менән булышһалар ҙа, яҙғы яман көндәрҙә туҡталып торҙолар. Хәлһеҙлек, туя ашау етмәгәнлек тә сәбәпсе ине буғай.

Яҙға ҡарай ризыҡ һәр өйҙә лә наҡыҫланды, көҙ әҙерләгән ризыҡтар бөттө. Элегерәк һуғыш бөтһә икмәккә туйынырбыҙ тигән өмөттәре лә аҡланманы. Аслыҡтанмы, ауырыуҙанмы ауылда халыҡ һаман күпләп ҡырыла ине. Эт, бесәйҙәрҙе тотоп, һуйып ашау ҙа ғәҙәти күренеш, күгәрсен тотоп ашау үҙе оло мәртәбәгә әйләнә.

Урам яҡтағы һайғауҙан теҙелгән эскәмйә янына тәүҙә ҡәнифә менән Сәғиҙә килделәр. Уның артынса ҡустыларын эйәртеп Маһира сыҡты. Әсәләре Маһираны сығарып бармайҙар, ҡустылары ҡарамағында ғына йөрөй ала. Хәлһеҙ Рауза килеүгә, өйҙәренән Хәлимә лә сыҡты. Тирә-яғына ҡаранып алды ла Маһираға тиҙ генә ҡустыларын оҙатырға ҡушты, әгәр ҡайтмаһалар үҙенә лә өйөнә ыңғайларға ҡушты. Хәлимәнең ҡаты ҡарарынан һуң Маһира инәлеп ҡустыларына үҙен ҡапҡа төптәрендә көтөүҙәрен һораны. Ҡустылары быға ҡыуанып риза булды, сөнки үҙҙәре теләп йөрөмәйҙәр ҙә, әсәһе ҡушҡандан, ирекһеҙҙән йылы өйҙән сыҡҡандар.

- Беләһегеҙме,- тинҽ Хәлимә серле тауыш менән. - Кисә Ҡараталда ырҙын табағында игенде сығарып елләтеп тоҡтарға тултырғандар.

- Беҙҙә лә тиҙҙән сәсеүгә төшөрҙәр ул, - тине Сәғиҙә ҡалын тауышы менән. - Ана өсөнсө көн баҫыуҙы тракторҙар һөрәләр. Ағайым иртән ат менән һөрөргә сығасаҡ.

-Унан әйтмәйем дә, игенде сығарып елләткәндән һуң ҡырлығы-ыуағы сәселеп ҡалмаған тейһеңме? Әйҙәгеҙ, Ҡаратал ырҙынына барып һепереп алып ҡайтабыҙ.

- Эйе, ҡараталдар икмәк бешереп ашап ҡына яталар тип әйтмәксеһеңме? Беҙҙең һымаҡтар унда юҡ тиһеңме әллә. - Һүҙгә хәлһеҙлектән һәр саҡ ултырырға ғына тырышҡан Рауза ҡушылды, үҙе әллә өшөгәнлектән ҡалтырай ҙа башлаған.

- Бөгөн барып булмаҫ, иртән барырбыҙ, минең көпөмдө әсәйем эшкә кейеп китте.

- Мин ҡустыларымды ла алайыммы? Әсәйем барыб р б р үҙемде   бәрмәҫ. Улар барһа, исмаһам, үҙҙәренә өлөштө һеперерҙәр ине.

- Юҡ, бәләкәйҙәрҙе алмайбыҙ. Бүтәндәр берәү ҙә белергә тейеш түгел. Иртән ошо ваҡытҡа шыпырт ҡына ауылдан сығып китәбеҙ. Ныҡлап ҡараңғы төшкәнсә Һәршкүжә тауына менеп өлгөрөргә кәрәк. Унан Шәкирә һаҙлығы буйлап барып ырҙынға инербеҙ. Һәр берегеҙ ҡаҙ ҡанаты, моҡсай алырға кәрәклеген белә, тәүгә түгел ырҙын һепереүегеҙ. Иләкт  үҙ м алам, Һаҡмар буйына йәшер п китербеҙ. Ҡайтышлай йыйылған игенде таҙартып, тигеҙ итеп кеше башына бүлешербеҙ. Ырҙын һепергәндә этеш-төртөш, һинеке-минеке булмаһын. Килештекме?

Ҡыҙҙар ҡайтҡас та үҙҙәренсә әҙерләнеп маташты. Кемеһелер сабатаһының тишеген яманы, береһенең шәлен күршеһе алып торған. Төн һыуыҡ булыр, бейәләйҙәрҙең дә кәрәге тейер.

Сибәрбикә сәфәрҙәренең иртәгәһе көнгә тәғәйенләүҙәренә һөйөнөп ҡуйҙы. Апаһының тракторында прицепщик булып эшләп бөгөн генә эштән ҡайтҡайны. Эш ауыр ғына, ике көн эшләһәң ике көн ял бирелә. Һабанға, тырмаға кәҫ, былтырғынан ҡалдыҡ ҡый-һай тығыла. Таяҡ, тупар балта менән тырманы, таҙартып хәл бөтә. Баҫыу буйлап югерә торғас сабатаға көс еткеһеҙ балсыҡ йәбешеп, күтәргеһеҙ була. Аяҡтарға һыу үтеп тиреләрен ҡыра, өйкәй башлай, сәңкеп өшөүҙән аяҡтар иҫ н юғалта. Миңл бикә апаһы йәлләп үҙнең сабатаһын сисеп биреп ҡарай, Сибәрбикәнең сабатаһын йылы мотор өҫтөнә бәйләп йылытырға, киптерергә тырыша. Үҙе ойоҡсан трактор йөрөтөүгә тырышҡанғалыр, ойоҡтары тиҙ үк тишелеп йоҡарҙылар. Әле Сибәрбикәгә ойоҡтарын ямап килтерергә биреп ҡайтарҙы. Ямау һалырға туҡтарға ваҡыты ла юҡ, тейешле норманы үтәргә тейеш. Батҡаҡлы үҙәндәрҙә батып байтаҡ ваҡытын әрәмгә үткәрҙеләр.Ярай эргәһендә һөйрәп сығарыр трактор бар. Ике тракторҙың берҙәм эшләүе барыбер еңелерәк.

Һүрелгән мейескә арҡаһын терәп ултырып ойоҡ ямаған әсәһе Сибәрбикәне орошоп ҡаршы алды.

- Йә, эштән арып ҡайтып, йөрөйһөң тағы һәптәңләп әллә ҡайҙа, көпөңдөң еңе бүһерелгән, шуны тегеп ҡуйырға була бит. Бына апайыңдың ойоғона ямау һалдым, мейес төбөнә йылы һыу ултырттым, үҙеңдеке менән ҡуша йыуып ҡуйырһың. Унда аш та барҙыр, тамағыңа ашап ал тәүҙә, йөрәгеңә йылы йүгерер. Беҙ ашаныҡ .

- Әсәй, Ҡараталда ырҙынға иген сығарғандар. Беҙ иртәнгә ырҙын һеперергә барырға һөйләштек ҡыҙҙар менән. Хәҙер ойоҡтарҙы йыуып, һоҫҡоға һалып мейес төбөнә тыҡһам, иртәнсәккә бешеп, кейергә кибеп торорҙар.

Шаярып, мәрәкәләп һөйләп, әсәһенең ризалығын алмаҡсы иртән сығаһы юлға.

- Бармайһың, йөрөмәйһең! - ҡаты булды ҡанита әбейҙең яуабы.

- Атайыңдың төрмәлә ултырыуы етмәгәнме? Бынауындай ваҡытта бер ус ашлыҡ ҡалған тейһеңме унда, кеше бер бөртөккә тилмергәндә. Ярай апайыңа бер кило тары бирҙеләр сәсеү алдынан. Әле ҡустым үлгән һарығының тиреһен индереп бирҙе. Өтөп, йыуып тоҙлап ҡуйҙым, апайыңа ҡойҡалап өйрә бешереп ебәрермен. Ауыҙы бар асҡа үлмәҫ, иншалла ҡараға баҫтыҡ, инде бер йәшелгә туйынып алһаҡ бирешмәбеҙ. Йөрөмә, тотолһаң ғүмерлек оятҡа ҡалырһың, ристан итеп ебәрерҙәр атайың шикелле. Ана Хөмәйрәнән күпме ваҡыт хәбәр-хаты юҡ, әллә тере, әллә үле. Әсәгенәһе ер тырнап илай, минең көнгә ҡалды ул да, үҫмер бала халыҡ дошманы имеш.

Һуғыш башланғандың тәүге йәйе ине Хөмәйрәгә хөкөм сығарғандарында. Колхоз малдарына бесән әҙерләү үҫмер балаларға, ҡарт-ҡороларға ҡалды. Яланүҙәк болононда ҡыуышта ҡуна ятып иртәнге ысыҡта сит-баштарын ҡул салғыһы менән сабалар, асыҡ урынды ат косилкаһы менән үтәләр. Көн ҡыҙыуы төшөп бакуйҙар кипкәс, бесәнде күбәләп, аҙаҡ кәбәнгә һалалар. Киск уйын йәштәр булған ерҙә һәр саҡ йәнәш йөрөй. Арыу-талыуҙы онотоп бейеү-йырлау, шаярышыу киске  тынлыҡты яңғырата. Һуғыш бер кемдең дә хәтеренән сыҡмаһа ла, тиҙҙән бөтөрөнә берәү ҙә икеләнмәй.

Хөмәйрә шул саҡта кемдеңдер йылан күреп, ҡурҡып сәрелдәп ҡысҡырыуын ишетте. Сая, ҡурҡыу белмәҫ ҡыҙға был етә ҡалды, йыланды үлтерә һалып, ҡулына алып иптәштәрен баҫтыра башланы. Ҡыуыш тирәһендәгеләр өркөп ситкә һибелделәр, өлкәнерәктәр ҡул һҽлтәп йылмайып көлөштөләр. Елеп туймаған Хөмәйрә тиңдәштәрен баҫтырып туйғас, бәйле торған бригадирҙың атын менеп, үлгән йыланды ҡойроғонан тотоп ҡамсы итеп атты һуҡҡылап, бесәне йыйылған ялан буйлап бер әйләнеп килде. Арыған йәштәр ҡыуыштарға таралып ятырға әҙерләнделәр. Шул ваҡыт икенсе бригадаға барып көндәлек эштәрҙе теркәргә барырға йыйынған бригадир атын күреп ҡысҡырып ебәрҙе. Ат ауыҙынан күперектәр сығарып, күҙҙәре аҡайып ғыжылдай, тубығына тернәкләнеп ҡоламаҫҡа тырыша ине. Янбаштарында тир ләр  бүртеп-бүртеп ялланып сыҡҡан. Ат оҙаҡ ыҙаланманы, шунда уҡ тибенеп йән бирҙе.

Уйламағандан уйындан уймаҡ сығыуына бөтә йыйылғандар “аһ” итте. Йыландың үҙе үлһә лә теше үлмәгән үлмәгәндер, Хөмәйрә атҡа һуҡҡан һайын сағып барғандыр.

Таңғы шәфәҡ ҡыҙарыу менән Хөмәйрәне алып киттеләр. Шул китеүҙән юғалды, халыҡ дошманы мөһөрө тағылды. Совет власына ҡаршы ҡоротҡос эш алып барған, колхоз атын үлтереүҙә ғәйепләнеләр.

Шомланып киткән Сибәрбикә әсәһенә ҡараны:

- Әлләсе, былтыр ҡустылар менән үҙебеҙҙә ырҙын һепереп байтаҡ иген йыйғайныҡ та, шуға әйтеүем. Әле алыҫ юлға ҡустыларҙы алып барып булмаҫ, үҙем генә йәһәтләп йөрөп ҡайтырмын тигәйнем. Төнгө туңғаҡта йыйынғайныҡ, көндөҙ батҡаҡта йөрөүе ауыр булыр...

- Эй, барһаң бар ҙа, алдыңа алғаныңды ҡуймаҫһың. Билеңә урап запас сылғау ал, аяғың һыуланһа тағы өйкәлер,алыштырып урарһың.- тине әбҽй ризалығын биреп.

- Үҙең йонсорһоң ялыңда ял итмәй, әле ҡыр эштәре яңы башлана.

Әммә йоҡлап йоҡоһо туйғас, иртәнге эштәрен теүәлләп, һыу йылытьп әҙерләгән керҙәрен йыуып та бөтмәне, бригадир атында сабып килеп тә етте.

- Сибәрбикә, тиҙ генә эшкә, йыйын. Алмашсың ҡазаланған, аяғын ауырттырғанға алып ҡайтҡандар. Йәһәтлә, тракторға яғыулыҡ илтеүсе ылау менән барырһың.

- Ағай, ярты көнгә ярыш юҡ. Көн кисәүләп тә килә, иртән ҡояш ҡалҡыуға барып та етермен. Бөгөнгә ҡалып торайымсы... - Сибәрбикә төнгә ырҙын һеперергә барыуын уйлай ине.

- Ер һөрөүҙе тотҡарламаҡсы булаһыңмы? Ҡыҙыу эш ваҡытында ҡасып ҡалмаҡсыһыңмы? Халыҡ дошманы балаһынан тағы нимә көтәһең, хәҙер үк идара алдына киләһең, йә эшкә, йә тегендә!

Сараһыҙҙан Сибәрбикә эшкә йыйына башланы. Әсәһе апаһына ашарға май киртеп һалды, эргәһенә мысай ҡатыштырып бешергән көлсәне бүлеп ҡушты, ҡатҡан ҡорот өҫтәне.

- Әсәй, үҙегеҙгә ҡалһын. Беҙгә төшкөлөккә ыумас килтерәләр ул, ҡайһы ваҡыт тары өйрәһе лә була.

- Тары өйрәһе тал әйләнгәнсе генә, ризыҡлының аты арымаҫ. Ҡустыларың мин барҙа астан үлмәҫтәр, үҙегеҙ ипле йөрөгөҙ. Аңһыҙ ҡазаларҙан Хоҙайым үҙең һаҡла тип көнө-төнө теләйем. Йә алмашсыңдың хәле генә нисек икән, һин киткәс тә барып килермен, апайыңа насар булып тормаһын тием. Йоҡлап китҽп тапаламағандыр ҙа тип хафаланам. Гел алһыҙ-ялһыҙ егәләр гҽнә ат урынына.

Сибәрбикә йөк арбаһында баҫыуға табан юлланды. Апаһына ырҙындан һепереп алған ашлыҡтан көлсә бешереп күстәнәс алыу хыялында ғына ҡалды.

Көн бөләләңгертләй башлауға Ямаш ҡыҙҙары шым ғына ауылды сығып Һаҡмар йылғаһы яғына юрғаланы. Йылға ярҙарына ҡайтһа ла ярһыуынан баҫылмаған, бурылдап ҡайнап ҡыҙҙарҙы туҡтатырға тырышҡандай. Рауза ҡыҙҙың ниңәлер башы әйләнеп хәлһеҙләнде. Үҙенең артабан барырлыҡ хәле етмәйәсәген аңлап ҡыҙҙарҙы ла кире боролоп ҡайтырға өгөтләргә тырышты. Хәлимә ниәтләгән уйын тормошҡа ашырырға теләп кире боролорға теләмәне. Ҡаратал ауылы тураға алты саҡрым тирәһе. Һаҡмар йылғаһын үтеп Һәршкүжә тауына күтәрелгәс тә уңға, Шәкирә һаҙлығына боролдолар. Был урын шомло, ҡурҡыныс юл булып иҫәпләнә. Имеш ҡасандыр һарыҡ көтөүсе етем, саф ҡыҙҙы кемдер ошо һаҙлыҡҡа индереп көсләгәнен һөйләп ҡалдырғандар. Шырмай ауылында колхоз һарыҡтарын көткән сибек яҡлаусыһыҙ ҡыҙға кемдең көсө еткәндер ҙә артабан ул гөнаһты нисек күтәреп йәшәгәндер. Хәйер, баҫымсаҡҡа баҡа ла айғырланырҙы һәр кем белә, Аллаһы тәғәлә ҡаршыһына ҡасан да бер килерен уйлағандырмы?

Һаҙлыҡты шым ғына үткәс күңелдәре көрәйеп китте ҡыҙҙарҙың. Хәҙер шырҡылдашып үҙ-ара һөйләшергә тырышһалар ҙа, алдағы эшкә үҙҙәренә дәрт өҫтәргә тырышыуҙан ғына ине.

- Сибәрбикә килә алманы. Берәй хәлде һөйләп көлдөрөп барыр инҽ, барыуы ҡыҙығыраҡ та булыр ине. Маһира һүҙ юҡтан һүҙ булһын тигәндәй тирә-яғына ҡаранып ҡыҙҙарға өндәште.

- Алмашсыһы аяғын ҡаймыҡтырған тиме. Духтыр Барабин бабай аяғын тайсалап һыҡтырып бәйләгән. Трактор гусеницаһынан тайып мәтәлләп барып төшкән тиҙәр. Йә, шымығыҙ килеп еттек.

Ырҙын табағына яҡынлашыуға ай яҡтыһына күренгән, уртала өйөлөп ултырған тоҡтарҙы күреп ҡыҙҙар юғалып ҡалды. Бынауынсама игенде ҡарауылһыҙ ҡалдырмағандарҙыр, тик ҡарауылсыһы ғына күренмәй. Түгелеп-сәселеп ҡалған ҡырлыҡлы игенде һепереп алырға тип килгән ҡыҙҙарҙың тулы ай яҡтыһында күҙҙәре ялтыраны.

Шулай ҙа ҡарауылсыны көтәүелләп, сүгәләп тынып ҡалдылар.

Төнгө болот айҙы ҡаплаһа тирә-яҡ ҡараңғыланып китә. Әллә болоттар ағыуынан, әллә оҙаҡ текәлеп торғанға тоҡтар һелкенгеләп ҡуйғандай тойола.

- Әйҙәгеҙ тоҡтан ғына берәр ус алайыҡ та таяйыҡ, төндә ер һҽпҽрҽп йөрөгәнсе, - тинҽ Сәғиҙә.

- Эйе, ристан булғың киләме хөкүмәттекенә тейеп. Орлоҡ игене лә улар, икмәк! - Хәлимә ҡырҡа ҡаршы төштө.

- Һеперештереп ҡарарбыҙ, күпме йыйылһа ла йыйырбыҙ, ә тоҡтағыларға теймәбеҙ.

Хәлимә алға атланы. Тик биш-алты аҙым атлап та өлгөрмәне, Ҡаратал ауылы комсомолецтары йәшеренеп ултырған тоҡтары эсенән сығып ҡыҙҙарҙы уратып та өлгөрҙөләр.

- Тотолдоғоҙмо ҡараҡтар! Кисәге урлағанығыҙ эсегеҙгә теймәнеме? Икмәк тәмле булдымы халыҡ дошмандары. Сәсеүгә аяҡ салмаҡсы булдығыҙмы фашистәр.

Тоҡ бәйләргә алдан әҙерләгән ептәр менән ҡыҙҙарҙың ҡулын артҡа шаҡарып бәйләп идараға алып киттеләр.

Унда уларҙы идара ағзалары көтә ине. Төн уртаһы булыуға ҡарамаҫтан береһенең күҙеендә йоҡо әҫәре юҡ. Йоҡларлыҡмы һуң, кисә сығарып орлоҡҡа әҙерләгән игендең ҡырҡ килоға яҡын етмәүе беленде. Ҡабатлап үлсәһәләр ҙә тулманы. Бөгөн иң актив комсомолецтәрҙы йыйып бурҙы асыҡларға, тоторға тейештәр ине. Бына дүрт ҡыҙ үҙҙәре килеп ҡаптылар. Таң атҡансы район үҙәгенә оҙатырға тырыштылар ҡараҡтарҙы.

Һәр береһен унышар йылға хөкөм итеүҙәрен ишеткәс Сибәрбикәнең йәне өҙгөләнде. Этап менән киткән ҡыҙҙарҙың яҙмыштары бик аяныслы булды. Берәүһе бөтөнләй хәбәрһеҙ юғалды. Икенсеһе урыҫҡа кейәүгә сығып Черемуха шәһәрендә тороп ҡалды. Үҙ ғүмерендә хаттары килһә лә бер тапҡыр ҙа ауылына ҡайтып әйләнә алманы. Араларынан берәүһе олоғайып ҡайтһа ла тыуған ауылында толҡа тапманы, Сибай ҡалаһына комбинатҡа эшкә төштө. Иргә сыҡһа ла балаһы булмағанлыҡтан кәмһетелеп, эскесе иренән туҡмалып ғүмер итте. Дүртенсеһен Себер яҡтарында йәшәй икән тип кенә фаразланылар ғына, уның тураһында бер хәбәр ҙә ишетелмәне. Һаҡмар ярынан боролоп ҡайҡан Рауза ҡыҙ ҙа матур йәйҙе лә ҡаршылай алманы, үпкә сиренән китеп барҙы. Тракториска Миңлебикә шул көҙөн һуңғы баҫыуҙарҙы туңға һөрөү тамамланғас та матур ҡыҙ табып бүтән тракторға ултырманы. Ферма йортона күсеп колхоз һыйырҙарын һауҙы. Яңғыҙ ҡыҙының ҡыҙҙары тәрбиәһендә матур ҡартлыҡ, ҡәҙер хөрмәт күреп баҡыйлыҡҡа күсте.

Сибәрбикә әбей булғас та, көндәлек әйберҙәрен ҡайҙа һалғанын онотһа ла, балалыҡ дуҫтарының исем-ҡылыҡтарын ҡат-ҡат һөйләп хәтерләр ине. Осраҡлы рәүештә улар менән бармай ҡалыуын ҡабатлар ине.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: