Бөтә яңылыҡтар
10
Әҙәби бит
26 Март , 20:00

Йылан ите ашаған

Граждандар һуғышы мәлендә аҡтар килһә лә, ҡыҙылдар килһә лә, командирҙарының туҡтау урыны беҙҙең өйҙә булған, сөнки торған еребеҙ ауыл уртаһында, тау битләүендә. Ауылдың ике осо ла күҙ алдында ғына күренеп торған. Ауылдың ҡулдан-ҡулға күскән бер мәлендә ҡыҙылдар төн буйы ауылды ҡотороноп талап сыҡҡан. "Ә ҡыҙылдар аҡтарҙан да әсемәгерәк ине", - тип һөйләр ине өләсәйем. Үҙҙәренә ҡағылһалар, тип, олатай мендәр аҫтына бысаҡ һалып ятҡан. Таңға ҡыҙылдар юҡ булған. Әммә өләсәйемдәрҙең келәтен талап киткәндәр. Шунда теге йылан мөгөҙө лә юҡҡа сыҡҡан. Ул мөгөҙҙө кемебеҙ генә күпме генә эҙләп ҡарамағандыр инде, сөнки өләсәйем шул мөгөҙ менән донъябыҙҙың ҡото-бәрәкәте китте, тип уфтаныр ине...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Элек беҙҙең өйгә олораҡ кешеләр килһә, сәй артында ниндәйҙер ҡыҙыҡлы ла, серле лә, ғәжәп тә хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләшеп ултырырҙар ине. Һүҙ йәйләүҙәге тормош, ниндәйҙер билдәһеҙ йәнлектәр, күҙгә күренмәгән көслө йән эйәһе, уға: "Беҙ һиңә зыян килтермәйбеҙ, һин дә беҙгә теймә", - тип ялбарыуҙары тураһында барыр ине. Һуңынан: "Донъя - даръя, уның төбө юҡ, осона ла сыға алмаҫһың", - тип фекерҙәрен ослап ҡуйыр булдылар. Ул күҙгә күренмәгән йән эйәһен төрлөсә итеп күҙ алдына килтереп ҡарап, ҡурҡышымдан шым ғына берәйһенең эргәһенә һыйына торғайным. Эйе, донъя ғәжәп матур ҙа, серле ул. Әҙәм балалары берәй ваҡыт уның серҙәренә төшөнөп бөтә алырмы икән? Бөгөн һүҙем "Бәйғәмбәрҙәр тарихы" китабында, Изге Ҡөрьәнебеҙҙә лә телгә алынған йән эйәләре - йыландар, улар тураһында йыйған хәтирәләр хаҡында булыр.

Бөрйән районында йәшәгән һеңлем Ҡотлобаева Көнһылыу Зәки ҡыҙы үҙенең йыландар тураһындағы хәтирәләре, мәрхүмә өләсәһе Хөснитдинова Хәкимә Хәйрулла ҡыҙының иҫтәлектәре менән уртаҡлаша: 2-3 йәштәр булғандыр. Стенаға һул ҡырымды ҡуйып, урындыҡта уйнап ултырам. Урындыҡ менән стена араһында бураҙна һымаҡ ҡалдырылған урын була торғайны. Балаҫ ҡаплап торғанлыҡтан, эсе күренмәй. Уйнауымдан туҡтамай ғына, нишләптер, шул бураҙнаға ҡулымды тыҡтым. Ә унда ниндәйҙер һалҡын, шыма, йомшаҡ, әммә тығыҙ һәм һығылмалы әйбер ята ине. Бирелеп китеп уйнағанмындыр, сөнки нимә икән, тип ҡарамайым. Ҡулым менән тегене баҫҡылайым, бармаҡтарым еткәнсә ҡыҫып тотам да ебәрәм. Бер мәл теге һалҡын әйбер ҡулым аҫтында шыуа башланы. Нимә икән тип ҡараһам, бураҙнаның буйынан-буйына һуҙылып, йылан шыуыша ине. Әсе тауыш менән "йылан" тип аҡырып, ни арала урындыҡтан һикереп төшкәнмендер, тышта йөрөгән өләсәйем атылып килеп инде .Туҡтап та тормайынса, аштауға йомолоп, ҡатыҡ һоҫоп алды ла мөйөшкә инеп барған йылан артына һипте. "Йылан артынан аҡ һибеп ҡалырға кәрәк", - тигән һүҙен мәрхүм булғанынса доға урынына ҡабатланы. Беҙ туҙбаш йыландар мыжғып торған урында йәшәнек. Уларҙың үҙ тормошо, беҙҙең үҙебеҙҙеке. Әммә сикте улар ҡуя ине. Ниңәлер беҙҙең аласыҡты, ундағы һыу багын ныҡ яраттылар. Таң менән, ҡараңғылы-яҡтылы, иң беренсе һыу алыр кәрәк бит инде. Ә унда йыуандан йыуан йылан бер ҡапҡас булып уралып ята. Иң тәүҙә уны шунан төшөрөргә кәрәк, ә ул ашыҡмай. Тәүҙә башын ҡалҡытып, ынтыла биреп телен күрһәтә. Шунан ғына кәүҙәһе үҙ яйы менән, бәҫен төшөрмәй генә, мөйөшкә ҡарай аға башлай.

Икенсе яратҡан урындары ҡашығаяҡ һаҡланған шкаф. Шкафтың ишеген нисек асаларҙыр, әммә уртала өйөлөп ҡуйылған сыняҡтарҙы ҡосаҡлап, тағын береһе ята... Көн эсендә лә аласыҡ һил ҡалдымы, береһе инеп ята ине. Һарай артындағы өйөлгән тиреҫ - туҙбаштарҙың төп төйәге. Бала-сағаларынан алып йыуандарына тиклем шунда ҡайнаша. Ә шул аласыҡҡа ингәндәре гелән йыуандан йыуандары ине. Был үҙенә күрә өҫтөнлөк инеме икән инде уларҙа? Өләсәйемдең йыландар артынан ҡатыҡ һибеп ҡалыуының үҙ тарихы бар. Тол ҡатындар колхоздың иң ныҡ тотонолған хеҙмәтселәре булған, шуға ла сәңгелдәктән төшөү менән донъя көтөү әсәйем елкәһенә төшкән. Шулай бер ваҡыт әсәйем һыйыр һауырға инәйем тиһә, һарай ишеген иңләп йыуан йылан аҫылынып торған. Әсәйемде һанға һуҡмағанмы, торған еренән китмәгән. Ахыры әсәйем ярҙамға күрше малайҙы саҡыра. Уныһы күп уйлап тормай, теге йыланды туҡмап үлтерә. Әммә таң атыуға һарай көл-күмергә әйләнгән була. Малдарҙан өйҙәге быҙау менән һарыҡ бәрәстәре генә тороп ҡала. "Һарыҡтарҙың эстәре ярылып ята ине, бысаҡһыҙ үлгәс, ите харам бит инде. Шулай булһа ла ас ғаиләләр шул һарыҡтарҙы алып киттеләр", - тип һөйләне өләсәйем. Был хәл ил хужалары бик иҫкә алғыһы килмәгән 1933-1934 аслыҡ йылында була.

Йыланға бәйле хәтирәләре күп ине өләсәйемдең. Уларҙың олатайым ҡайҙандыр алып ҡайтҡан ҡыҙыл йылан мөгөҙө булған. Ул аҙыҡ-түлек һаҡланған айырым келәттә ятҡан.

Граждандар һуғышы мәлендә аҡтар килһә лә, ҡыҙылдар килһә лә, командирҙарының туҡтау урыны беҙҙең өйҙә булған, сөнки торған еребеҙ ауыл уртаһында, тау битләүендә. Ауылдың ике осо ла күҙ алдында ғына күренеп торған. Ауылдың ҡулдан-ҡулға күскән бер мәлендә ҡыҙылдар төн буйы ауылды ҡотороноп талап сыҡҡан. "Ә ҡыҙылдар аҡтарҙан да әсемәгерәк ине", - тип һөйләр ине өләсәйем. Үҙҙәренә ҡағылһалар, тип, олатай мендәр аҫтына бысаҡ һалып ятҡан. Таңға ҡыҙылдар юҡ булған. Әммә өләсәйемдәрҙең келәтен талап киткәндәр. Шунда теге йылан мөгөҙө лә юҡҡа сыҡҡан. Ул мөгөҙҙө кемебеҙ генә күпме генә эҙләп ҡарамағандыр инде, сөнки өләсәйем шул мөгөҙ менән донъябыҙҙың ҡото-бәрәкәте китте, тип уфтаныр ине. Йыландар ояһы һәм уларҙың батшаһы аҡ йылан тураһында өләсәйем һөйләгәндәрҙән тағын бер иҫтәлек. Һүҙмә-һүҙ бәйән итә алмаһам да, шул саҡта күҙ алдыма килтергәнемде яҙам (кем нимә һөйләһә лә, һәр саҡ шул ваҡиғаны күҙ алдыма килтереп хәтерләй торған һәләтем бар). "Ҡап-ҡара күүүүп йыландар уралышып мыжғып яталар. Уртаһында башында тажы булған аҡ йылан сурайып ултырғанын үҙем күрҙем", - тип һөйләне өләсәйем. Ауылдаштар уны туғры, тура, ғәҙел кеше тип хөрмәт итте.

Беҙҙең ултырған урын - Аратау бите, ә уның өҫтөндә яҫы түбәһе бар. Һуғышҡа тиклем был тау тоташ урман булған. Түбәнән сылтырап шишмә ағып ятҡан. Ҡыҫҡаһы, йыландар йәшәр өсөн хөрриәт урын инде. Ә олатайым йәйҙәрен таңғы намаҙҙы шул түбәлә уҡыған. Бер намаҙ уҡығанында сәждәлә ултырған көйө йоҡо баҫҡан. Шунда ныҡ ҡына һыу эскеһе килеп киткән. Эсәм тигәнендә генә күҙен асһа, алдында ауыҙына инергә әҙер генә торған ҡара йыланды күргән. Олатайым доға уҡый һалып, йыландың үҙен арбап өлгөргән.

Элек сабынлыҡтар етмәй ине, шуға атайым июль аҙағында ҡурсаулыҡтан ялан һорап алыр булды. Шулай итеп, Ҡобағышта бесән эшләйбеҙ. Икенсе класта ғына уҡыйым, шулай ҙа бесән йыйырға алып йөрөйҙәр. Һаҙматыраҡ ер инеме икән, йыландары мыжғып тора, ә үләне хәтәр бейек инде. Бакуйҙары минең бейеклектә була ла ҡуя. Бакуй аҫты тулы теге йыландар ята. Өҫтәренә баҫмаҫ өсөн, йыйылмаған бакуй аша ырғып сығам. Сабынлыҡ алыҫ булғас, бесәнде ятып эшләйбеҙ. Иртәнге һыуһында бесән сабалар, йыя торғанына ысыҡ кипкәс кенә тотонабыҙ, шуға ололар бесән сапҡанда мин ҡыуышта йоҡлап ҡалам. Бер шулай йоҡомдан кемдер ҡапыл һөйрәп торғоҙҙо.Ҡараһам, Зөһрә апайым. "Саҡ өлгөрҙөм", - ти. Ни йомош менәндер ҡыуышҡа килһә, минең ауыҙ асылған, ә алдымда йылан торған. Ниндәйҙер секундта апайым мине тартып алып өлгөргән. Тағын бер тарих: ауылдан берәү аҡ йыланды үлтергән. Өләсәйем һөйләүенсә, бындай осраҡта йыландар үс алмай ҡалмай. Ул кешенең урманда дегет ҡайнатыу баҙы булған. Ул шунда ҡыуыш ҡороп ятып, дегет ҡыуған. Ғәҙәттә, айыу килмәһен өсөн ҡыуыш алдында кистән үк таңға ҡәҙәр янырлыҡ итеп сей ҡайындан усаҡ эшләйҙәр. Был кеше усаҡ алдында ултырғанда, янына ят һалдат килгән. Күҙ асып йомған арала һалдат атын дегет баҙына тыҡҡан. Ҡото алыныуҙан аҡылдан яҙып, ул кеше аҡыра-аҡыра ауылға ҡайтып кергән. Туғандары ярҙам һорап, олатайымдың атаһына килгән. Ә ул өс йәшенән һуҡыр ҡалған, әммә көслө дини белеме булған суфый, ҡөръән-хәфиз һәм табип булған. Теге кешене лә дауалап һауыҡтырған. Әммә ирҙең сире ваҡыт-ваҡыт ҡабатланып алған.

Беҙ үҙебеҙ күрмәгән донъя барлығын аңлайбыҙ. Әммә күргәненебеҙҙе аңлата алмаһаҡ, мистика тиеүҙән уҙа алмайбыҙ. Бәйән итеүсеһе лә мейеһе шылған, аҡылы теүәл булмағаныраҡ итеп ҡабул ителә. Элек һыуҙы йылғанан ташый инек. Эсергә тигәнен иртә менән, һыу таҙа саҡта алып ҡалабыҙ. Йылға алыҫ ҡына, һыу ҙа күп кәрәк. Эштән йәм табыр өсөнмө, һыуҙы тирә-яҡты байҡай-байҡай, йырлай-йырлай өтә баҫып ташыйым. Аяҡ аҫтына ҡарау бөтөнләй юҡ. Шулай бер китеп барһам, йырым ҡапыл ғына туҡтаны, ә уң аяғым күтәрелгән ергә төшмәне лә ҡуйҙы. Шул һында торған килеш аяҡ аҫтына ҡараһам, шаҡ ҡаттым. Тапҡыр ғына ҡара йылан үтеп бара ине... Нимә туҡтатты икән мине, әле булһа ла аңламайым. Апаруҡ бала-саға Аҫҡарһаҡ йылғаһы Нөгөшкә ҡойған әрәмәлә муйыл йыя инек. Муйыл башында ултырған күрше малайы ҡапыл "Йылан" тип ҡысҡырып ебәрҙе. Ҡараһаҡ, ул ултырған муйылдың олонона уралып ҡара йылан тора ине. Олораҡтар таяҡтар менән ҡурҡытып, һуҡҡылап, теге йыланды ергә төшөрҙөләр ҙә асыҡ урынға ҡыуып сығарҙылар. Кем башлағандыр инде, күмәкләп уратып алдыҡ та тегене таш менән сәпләргә тотондоҡ. Ул түңәрәк тирәләп сығырға тырышып, уңлы ла, һуллы ла борғоланды. Сыға алмаҫын аңлағастыр инде, ҡапыл уртаға күсте. Күҙ менән ҡаш араһында йомарланып төрөлдө, ҡойроғона таянып өҫкә башы менән күтәрелде лә ырғырға ынтылғанында ғына барыбыҙ ҙа кем ҡайҙа һибелдек, табандар ғына ялтыраны. Бына инде, йылан тимә, йылан аҡылы...

Йылан ите менән дауаланған ауырыу тураһында ла күп ишетергә тура килде. Бала сағымда яңаҡтары тишек оло кешеләрҙе күреп, ғәжәпләнеп ҡарап торғанымды хәтерләйем. Яңаҡтары, муйындары тишелеп, шайыҡтары, эрендәре ағып йөрөгән кешеләрҙе халыҡ "ул ыйыҡ йәки ҡылауыр булған", тип әйтер ине. Әсәйем дә үҙенең бер яҡын ғына ағай тейеш кешеһе тураһында: "Ыйыҡ ине ул, ни хәтлем уҡымышлы зат булһа ла, етешһеҙлегенән ныҡ кәмһенеп, үҙенә лайыҡлы ғына кәләш ала алманы, бер һәпрә генә ҡыҙға өйләнде лә ҡуйҙы" , - тип әсенеп һөйләнгәнен хәтерләйем. "Ыйыҡ", "ҡылауыр" һүҙҙәрен һүҙлектәрҙән эҙләп ҡараным, ләкин был ауырыуға мәғәнәләре тап килеп кенә торғандарын тапманым. Башҡорт теленең һүҙлегендә "Ыйыҡ - аттың мундаһын, түшен ҡамыт, ыңғырсаҡ, эйәр һуҡҡандан боҙолоп, аҙған шешек" тиелә. Һүҙлектә ҡылауыр - балалар ауырыуы, тип яҙылһа ла, ололар ҙа был ауырыуҙан яфаланған бит. Элек ҡарт өләсәйем Аллабирҙина Нәсиха Хөснитдин ҡыҙының ыйыҡтан кешеләрҙе шәбәйткәнен ишеткәнем булды. Ғәмһеҙлектер инде, нисек тәрбиәләгәнен яҙып алып ҡалыу башҡа ла кермәгән. Хәҙерге заманда медицина көслө, шөкөр, ундай ауырыулы кешеләрҙе күргәнебеҙ юҡ, ләкин донъя - ҡуласа, әйләнә лә бер баҫа, тиҙәр. Аллам һаҡлаһын.

Ниндәйҙер ауырлыҡтарға ҡаршы тороп, ҡыйыу аҙым эшләгән кеше тураһында "Йәне теләгән - йылан ите ашаған", тип әйтерҙәр ине. Күрәләтә бер кем дә йылан ите ашап ултырмай инде ул. Шулай ҙа кем белә, бәлки, кәрәге тейер, тип элек ҡылауырҙы, ыйыҡты, ауырыу кешенең үҙенә белгертмәй генә, нисек итеп йылан ите ашатып дауалауҙары тураһында оло кешеләрҙән һорашып яҙып алдым.

Учалы районы Яңы Байрамғол ауылы Иҙелбаева Рауза апай Харрас ҡыҙы һөйләгәндәрҙән: Ауылыбыҙҙа оҫта балыҡсы Таип бабай менән бәләкәй генә кәүҙәле, сос ҡына Мәүлиха әбей Лоҡмановтар йәшәне. Әбей ҙә, бабай ҙа бик егәрле, ярҙамсыл, кешелекле заттарҙан булдылар. Мәүлиха әбей биҙрә-биҙрә талҡан эшләр, күп итеп муйыл, көртмәле йыйып, кешеләргә таратыр ине. Ағай-энеләренең улы Йосопов Әсғәт ыйыҡ ауырыуы менән ҡаңғырҙы, муйынынан гел эрен ағып тора торғайны. Үҙе аяуһыҙ эшсән, етеҙ кеше булды Әсғәт. Мәүлиха әбей уға белгертмәй генә йылан тотоп алып, тиреһен һыҙырып, итен бешереп ашатҡан, һурпаһын эсергән. Беҙ Әсғәт шәбәйерме икән, юҡмы икән, тип, ситтән генә шым-шым ғына күҙәтә торғайныҡ. Аллаһҡа шөкөр, арыуланды бит, яра урыны әҙ генә ҡыҙарып торҙо. Шәбәйгәс, кәләш алып бирҙеләр.

Яңы Байрамғол ауылынан Шаһизатова Ғәкифә апай һөйләгәндәрҙән: https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2022-11-11/yylan-ite-asha-an-3026209?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=119242692

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: