Әсә доғаһынан яҙма
Түр башындағы тимер карауатта салҡан ятҡан Сәмиға шунда уҡ хырылдап йоҡлап китте, ә ситтә ятҡан Фәйзүнә әбекәйҙе бөгөн йоҡо алманы. Мәңгелек сәйәхәтсе ай ике ҡарсыҡ һыйған бәләкәй генә йорттоң тәҙрә тәңгәлендә туҡталып, өй эсенә ҡарап торҙо ла, ҡыҙыҡ тапмағандай, юлын битараф ҡына дауам итте. Төн йоҡоларын ҡасырырлыҡ ине шул алтмыш һигеҙ йәшлек ҡарсыҡтың хәлдәре. Ошо йәшемә етеп йорт-ҡураһыҙ ҡалырмын, үҙ балама кәрәкмәҫмен тип кем уйлаһын? Ҡалһа, бер нисә йыл ғүмере ҡалғандыр инде. Һуңғы йылдарын Фәйзүнә ҡарсыҡ йылы өйөдә, үҙ балалары янында түгел, ә кеше ишеге төбөндә үткәрә. Ҡайҙа яңылыштым? Ниңә был хәлгә төштөм? Йоҡоһо ҡасҡан ҡарсыҡ зиһене, башынан үткән ваҡиғаларҙы тиҫбе төймәһендәй берәмләп барлай-барлай, оҙон-оҙаҡ ғүмеренең хәтер йомғағын һүтте.
...Заманалар үҙгәреп, йылдар буйына тир түккән фабрика бер көн килеп туҡтағас, эштән яҙған башҡа бик күптәр кеүек, улы менән Фәйзүнәгә лә дөйөм ятаҡ бүлмәһен бушатырға ҡуштылар. Фәйзүнә ҡайҙа, кемгә барырға белмәй ҡаңғырып йөрөнө лә, йәшәргә сара эҙләп, дүртенсе класта уҡыған Илназ улы менән ҡаланан Күлле ауылына күсенеп килде. Һыйыр һауыусыларға йәшәргә бүлмә бирәләр икән, тип ишеткәйне ул. Барак һымаҡ бер ерҙән биреүен бирҙеләр былай, күгәрсен ояһындай бәләкәс кенә бер ҡыуыш ине ул. Тик унда йәшәрлек түгел шул: ташландыҡ йорттоң тәҙрәләре ватыҡ, иҙән таҡталары һүтеп алынған, мейесенә тиклем емерек ине. Йортто рәтләп алғансы, Фәйзүнә улы менән мал фермаһында йәшәп торҙо. Барак колхоз милеге булып һаналһа ла, бүлмәне рәтләгән бар кәрәк-яраҡ өсөн Фәйзүнәнең эш хаҡынан тотоп ҡалдылар. Шул кескенә бүлмәлә Фәйзүнә улын яңғыҙы үҫтерҙе.
Таңдан тороп фермаға йүгерҙе. Иртәнге һауымдан бушаған арала баҡса үҫтерҙе, йорт ихатаһын тәртипкә килтерҙе, ашарға әҙерләне, улына кейем текте. Кисен тағы ла һыйыр һауырға сығып сапты. Башҡалар утыҙ һыйыр һауғанда ла Фәйзүнә ҡырҡты һауҙы. Илназ да ферма менән өй араһында үҫте. “Ҡайҙа минең атайым? Кем ул?” - тигән һорауҙарына Фәйзүнә дөрөҫ кенә яуап бирә алманы. Бары тик уның ҡыҫҡа ғүмерле булды, тип кенә белдерҙе. Ҡаланың дөйөм ятағында йәшәгәндә таҫма телле Хисмәттән алданыуын, ауырға ҡалғанын, ә һуңынан уның ташлап китеүен балаға нисек инде аңлатһын? Үҫкәс һөйләрмен, тип кисектерә килде.
Икмәккә аҡсалары булмаһа ла, өҫтәлдәренән һөт өҙөлмәне уларҙың. Кеҫәһенә көн дә бер литр шешә йөрөткәнен ферма мөдире “күрмәне”. Фәйзүнәнең ярты ғүмере шул баракта үтте. Яңынан өй һалырға хыялланһа ла, булдыра алманы. Ошо йорттан ул улын армияға оҙатты, яртылаш ергә һеңгән шул йортҡа килен төшөрҙө. Бер аҙҙан олоғая барған ҡатындың юлында Ҡадир осраны. Күрше ауылда үҙ йортонда яңғыҙы йәшәп ятҡан ир уны яҙмыштарын бәйләп, бергә йәшәргә саҡырҙы. Фәйзүнә ике уйлап тормай, риза булды. Улы менән килене өй юҡ, тип тормай, ғаиләләрен ишәйтте. Шулай Фәйзүнә илле йәшендә генә никахлатып, кейәүгә сыҡты. Ҡадир менән аңлашып, бер-береһенә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп йәшәнеләр. Фәйзүнә ирле ҡатын бәхетенә кинәнеп йәшәне. Бергә уҙған ун һигеҙ йыл ун һигеҙ көндәй генә үтеп китте. Улар яҡты донъянан бер көндө, бер сәғәттә китергә хыялланды. Тик Ҡадир алдараҡ китеп барҙы. Атайҙарының ҡырҡын уҙғарыу менән, уның ҡыҙҙары өйҙө һатыуҙарын белдереп, Фәйзүнәне сығып китеүен һораны. Фәйзүнә күрше ауылда йәшәгән осорҙа Илназ иҫке барактарын һүтеп, йорт күтәргән ине. Йәшәргә бер мөйөш эҙләп ҡайтып килгән әсәһенә улы, ҡатынының һүҙенә төшөп, һинән башҡа ла өс бала, беҙҙә урын юҡ, тип белдерҙе. Фәйзүнә етмешкә етеп килгәндә шулай йорт-ҡураһыҙ, урамда тороп ҡалды.
Әсә булараҡ, Фәйзүнәнең улы алдында ниндәй ғәйептәре бар? Ниңә берҙән-бер балаһы унан баш тарта? Ул ҡасан үҙ әсәһен дә йәлләй белмәгән бәғерһеҙ кешегә әйләнде? Ҡарсыҡ был хаҡта күп уйланды. Бар икән шул уның ғәйебе Илназы алдында. Атай тейешле кешенең тере икәнлеген, донъяға килмәҫ борон уҡ уларҙы ташлап киткәнен ҡайҙандыр ишеткән Илназ әсәһен ғәйепләне: “Һин миңә уны үлде, тинең. Атайым тере булып та мин етем үҫтем...” Тик улының етем үҫеүендә әсәһе түгел, ә тап атаһы ғәйепле икәнен Илназы аңламаны, әллә аңларға теләмәне, әсәһенең аҡланыуын ҡабул итмәне.
Фәйзүнә ир уртаһы йәшендәге улының “етем үҫтем”, тип меҫкенләнеүен, бер ҙә юҡҡа ғына ғәйепләп, әсәһен индермәҫкә сәбәп табыу тип уйланы. Урамда йөрөгән әсәйеңде индерергә теләмәһәң ҡайҙан да сәбәп табыла инде ул. Фәйзүнә ун һигеҙ йыл буйы кеше балаһын ҡараған, үҙ ейәндәрен бар, тип тә белмәгән, имеш. Ун һигеҙ йыл буйына уларға пенсияһын ашатҡан. Улын да, ейәндәрен дә бер ваҡытта ла яратмаған. Был йортҡа уның бер тамсы көсө лә, һуҡыр тине лә инмәгән. Тағын, тағын әллә ниҙәр теҙҙе Илназ әсәһенә. Шулай ун һигеҙ йылдан һуң ҡайтып ингән Фәйзүнә улын да, нигеҙен дә таныманы. Үҙен яҡларлыҡ бер дәлил дә килтерә алмайынса телһеҙ ҡалған ҡарсыҡ ҡайҙа барғанын да белмәйенсә сығып киткәнендә, килене Зөбәржәт, ниндәйҙер асыуы бар кеүек, ҡәйнәһенең артынан ҡапҡаны шапылдатып ябып, терәтеп ҡуйҙы.
Һалҡын ямғыр яуған яҙғы көндө ҡайҙа барырға белмәй ҡаңғырап йөрөгән Фәйзүнәне өс-дүрт йорт аша йәшәгән Сәмиға ҡарсыҡ саҡырып алды. Башынан күпте кисергән әбекәй Фәйзүнәне ауылда күреү менән барыһын да аңлаған ине инде. Донъяға аҫтан ҡарап йөрөгән “Үгеҙ” ҡушаматлы Илназға һәм һәр бер кеше менән талашырға ғына торған “Инә күркә” Зөбәржәткә олоғайған әсәләре һыямы һуң инде? “Ҡыш сығырға ҡыҙыма киткәнсе тор әле үҙемдә”, - тип яңғыҙ ғүмер иткән Сәмиға ҡарсыҡ бәләкәй генә ҡыуышына Фәйзүнәне лә һыйҙырҙы. Күңелең киң булһа, мейес артындағы ҡыуышҡа ла һыйып була. Тар булһа - донъяға ла һыйып булмай.
- Уларҙа тороп рәхәт күрермен тиһеңме? - тине ҡасандыр фермала бергә эшләгән Сәмиға элекке хеҙмәттәшен ҡабул итеп. - Күпме кәрәк – шул ҡәҙәр йәшә. Йылы ашың, тыныс башың.
Йортһоҙ ҡалған Фәйзүнә быны Хоҙайҙың бүләге, тип ҡабул итте. Ике яңғыҙ ҡарсыҡ йәйҙе бергә ҡаршыланы. Үҙҙәренә етерлек картуф ултырттылар, йәшелсә үҫтерҙеләр. Төндәрен таң атҡансы һөйләшеп сыҡтылар. Йәш, көслө ваҡыттарын, бергә һыйыр һауған саҡтарын йыш иҫкә алдылар. Фермала эшләү ни саҡлы ауыр булһа ла, йәшлек – йәшлек инде. Бар ине уларҙың да баҫҡан ерҙәрендә ут уйнатҡан саҡтары. Һауыу аппараты береһен “имгәндә” Фәйзүнә икенсе һыйырҙың елендәрен йыуа һалып, ҡул менән һауып ала торғайны. Машина ла, Фәйзүнә лә һауа. Шулай икәүләшеп тырыша торғас, Фәйзүнә бер нисә йыл алдынғылыҡты бирмәне. Бергә эшләгән 4-5 ҡатын араһынан бөгөн Сәмиға менән улар икеһе генә тере хәҙер. Нимә эшләйһең инде, ғүмер үтә. Сәмиға ҡарсыҡты ҡышҡылыҡҡа ҡыҙы үҙенә алып китәм, ти. Өйөн бикләп сығып китһә, Фәйзүнә тағы ҡайҙа барыр? Башҡаса минең улым юҡ, тип үҙ-үҙен ышандырырға тырышһа ла, әсәй булыуҙан ул туҡтаймы һуң инде? Оноторға, күңеленән һыҙып ташларға теләһә лә, бер нисә йорт ҡына аша йәшәгән улын, киленен, ейәндәрен уйлап йөрәге яна. Улына кәрәкмәгәнлеген белеү бәғерен телә. Ҡарт көнөндә үҙ әсәһен артыҡ күргән ниндәй ҡаты бәғерле бала үҫтерҙем ул мин, тип һаман үҙенән ғәйеп эҙләй.
Ун йәшенә тиклем Илназ ҡала урамында, дөйөм ятаҡ коридорында үҫте. Улын үҫтерәм, тип Фәйзүнә сменалы эштә эшләне. Ял иткән саҡтарында урам һеперҙе. Етһен, булһын, тип тырышты. Улын тәрбиәләргә, уҡытырға ваҡыты ла етмәне. Яңғыҙ әсәгә бала үҫтереүе еңелме һуң инде?! Ауылға күсеп, фермаға һыйыр һауған арала һәм төндә йоҡларға ятҡас ҡына күрҙе ул уны. Балаһы таҙа булһа, һау-сәләмәт, ас-яланғас булмаһа, әсә өсөн иң мөһиме шул түгелме ни? Шулай ҙа Фәйзүнә атайһыҙ үҫкән улын наҙ-һөйөүҙән мәхрүм итмәҫкә тырышты. Итәгендә иркәләтеп кенә ултырмаһа ла, улын ярата ине. Ауырып киткән саҡтарында күпме йоҡоһоҙ төндәр уҙғарҙы. Йәйге лагерға ебәргән саҡта ла, ҡатыҡ-эремсектәрен төйнәп барып етә ине ул. Үҙе ашамаһа ашманы, тәмлерәген улына ҡаптырҙы. Илназ хәрби хеҙмәткә киткәс, ауыҙынан өҙөп, ай һайын посылка, аҡса ебәрҙе. Күгәрсен ояһындай өйөнә киленен дә, ейәндәрен дә һыйҙырҙы. Балаһы өсөн утҡа-һыуға инергә әҙер ине ул. Әсәһенең үҙе өсөн ни тиклем өҙгөләнгәнен улы үҫә төшкәс, үҙе лә аңларға тейеш ине кеүек. Балам бар, ҡарт көнөмдә таянысым бар, тип өмөтләнде Фәйзүнә. Тик Илназдың тамырында шул уҡ миһырбанһыҙ Хисмәттең ҡаны уйнай инеме, әллә заманаһына оҡшап тыуғанмы, тәрбиә етеп бөтмәнеме, үҫә барған һайын Фәйзүнәнең улына бағлаған өмөтө һүнә барҙы. Быға ҡәҙәр ҙә әсәһе өсөн өҙөлөп тормаған Илназ, өйләнгәс тә ҡатыны яғына “ауҙы”. Әсәһенә ҡарата ҡаты булды. Юҡ ҡына өсөн дә әрләшә ине. Фәйзүнәнең Ҡадирға кейәүгә сығып китеүендә лә үҙ өйөндә артыҡ булыуын тойоуҙан ине бит. Ул саҡта Фәйзүнәнең үҙ нигеҙенә әҙме-күпме хоҡуғы бар ине әле. Ә хәҙер иҫке йорт һүтелгәс, ҡарсыҡ һуңғы нигеҙенән дә яҙҙы. Бер генә әсә лә үҙ балаһы бәхетлеме-түгелме бала сағы өсөн унан үс алыр, тип уйламай...
Йәйен Сәмиғаның Гүзәлиә ҡыҙы ике аҙнаға ялға ҡайтты. Таяҡҡа таянған әсәһен ҡарашҡан Фәйзүнәгә әллә күпме бүләк алып ҡайтҡан ине ул, рәхмәт яуғыры бала. Үҙ ғаиләһенән арттырып, ауыҙынан өҙөп, биҙәкле яулыҡ, ситсы күлдәк бирҙе. Балаларынан күрмәгән игелекте Сәмиғаның ҡыҙынан күргәс, Фәйзүнә әбейҙең күңелдәре тулды. Теләһә, теләмәһә лә, бер-береһе өсөн өҙөлөп торған әсә менән балаға ҡарап улар өсөн ҡыуанды. Ике аҙна үтеп тә китте. Гүзәлиә көҙгә килеп алам, әҙер тор, тиһә лә әсәһе фатирҙашын уйлапмы, ҡарарбыҙ әле, тине.
Әсә менән ҡыҙҙың йылы мөнәсәбәттәрен күреп, Фәйзүнә ҡарсыҡтың йөрәге беренсе тапҡыр үкенес белдерҙе – ҡыҙы булһа, бәлки, былай бер кемгә лә кәрәкмәгән асарбаҡҡа әйләнмәҫ ине ул. Әсәләре өсөн үлергә әҙер булған улдар ҙа барҙыр инде ул. Кемгәлер улар – хазина, кемгәлер – ауыр йөк. Кемдер берәү ата-әсәләре алдындағы бурысын ғүмер буйы түләп бөтөрмәҫлек, тип һанай. Ә кемдер уларҙы, киреһенсә, һаман да бурыслы, тип иҫәпләй. Ниңә генә тыуҙырҙым икән уны, тип үкенгән әсәләр ҙә юҡ түгел. Балаңдан бәхетең булһа – ҡарт көнөңдә йәш итер, балаңдан бәхетең булмаһа – ҡарт көнөңдә ҡарт итәр...
Сәмиға ҡарсыҡ мин китһәм дә һин өйҙә йәшәрһең, тип торһа ла, йәненә тыныслыҡ тапмаған Фәйзүнә әбекәй ауыл Советына барып, ҡарттар йортона ебәреүҙәрен һораны. Унда барырға теләге булмаһа ла һораны, инде нимә эшләһен. Унан ғариза яҙҙыртып алып ҡалдылар, ләкин мәсьәлә тиҙ генә хәл ителмәйәсәген белдерҙеләр. Әбейҙең күңелендә, бәлки, улының йөрәгендә миһырбанлыҡ уяныр, әсәһен йәшәргә саҡырыр, тигән өмөтө һүнеп бөтмәгән ине. Әсәһен йәшәргә индермәгән Илназға күршеләре лә, ауыл Советынан да әйтеп ҡаранылар. Күрше-күлән үҙ әсәһен урамда ҡалдырған Илназдан ғибрәт итеп күрҙе. Тик “Үгеҙ” Илназ бер кемгә лә, бер ни ҙә аңлатманы. Үҙ әсәһен генә түгел, ә бөтә донъяны күрә алмаған өмөтһөҙ зат ине ул.
Тормош һуҡмаҡтары ҡайҙа барып терәлер ҙә, ҡайҙа алып китер – Фәйзүнә ҡарсыҡ үҙе лә нимә эшләр? Әлегә билдәһеҙ. Сәмиға ҡарсыҡты ҡыҙы алып китеп, ул уның өйөндә яңғыҙ ҡалырмы? Үҙе кеүек балаларына кәрәкмәгән ташландыҡ ҡарт-ҡоролар йортона тапшырырҙармы? Улының күңелендә рәхимлек уянып, әсәй, ғәфү ит, әйҙә ҡайтайыҡ, тип алып ҡайтырмы? Иртәгә ни булырын да әйтә алмай Фәйзүнә ҡарсыҡ. Ни булһа ла булыр, тип яҙмышын Хоҙай ҡулына тапшырҙы.
Улына, килененә күпме рәнйеһә лә, Фәйзүнә бер ҡасан да уларҙы доғаһынан яҙҙырманы. Һәр бала тормош юлынан ата-әсәһенең фатихаһынан, уларҙың доғаһы менән атлай. Әсә доғаһы фәрештә ҡанаты булып, бәлә-ҡазаларҙан, афәттәрҙән, ҙур ҡайғыларҙан һаҡлап килә. Әсәһенең ҡәҙерен белмәгән бала уның күҙ йәше, ҡарғышы төшөүҙән ҡурҡа беләме икән? Әсә доғаһынан яҙыуҙың ни икәнлеген бала аңлаймы икән?..
Физәлиә ДӘҮЛӘТГӘРӘЕВА.