Әллә?..
Дания Ғәйнетдинова.
Завод ҡапҡаһы төбөндә һеҙҙе бер әбей көтә, тигән хәбәр ишетеүгә Фәрхәттең йөрәге сәнсеп алды, зиһене сыуалды, күҙ алдары ҡараңғыланды. Бер ни тиклем ваҡыт шулай аптырап баҫып торҙо ла, пропускыһын һалып алып, сығыу юлына атланы. Кем булыр икән һуң ул? Көтөр кешеһе уның юҡ та инде. Әллә?.. Күңеленән йөҙ төрлө уй-һорау яуҙы.
Ҡарауылсының бүлмәһендәге ишек төбөндә йөҙгә-биткә йәшен теүәл генә билдәләп булмаҫтай бер әбей баҫып тороуын күргәс, ҡурҡып ҡалғандай, тәне сымбырлап китте. Әбей Фәрхәтте күреүгә ҡулындағы төйөнсөгөн күкрәгенә ҡыҫып:
- Нихәл, улым? - тип яйһыҙ ғына иҫәнләште.
Фәрхәт нимә тип яуап бирергә лә белмәй өнһөҙ ҡалды. Әбей шул ҡәҙәр бөткән, йөҙөндәге ҡағылыу-бәрелеүҙән ҡалған йөйҙәр уны тағы ла йәмһеҙерәк итә ине. Ауыр күҙ ҡабаҡтары аҫтында төҫһөҙ күҙҙәре тағын да тоноҡлана барған кеүек.
- Мин, мин ҙур гонаһлы һинең алдыңда, улым, кисермәҫһең инде... - тип сүгәләп, Фәрхәттең балтырынан ҡымтып тотоп алды.
- Тороғоҙ тиҙерәк, кеше көлдөрмәгеҙ, - тине Фәрхәт.
Ҡарсыҡ ауа-йығылай, тигәндәй тороп баҫты. Иңбаштары ауыр йөк күтәргән кеүек бөгөлөп төшкән, арҡа бөкөрөһө лә үткән тормошоноң бик үк еңелдән булмағанын иҫбатлай ине. Бына шулай, бер-береһен 30 йылға яҡын күрмәгән әсә менән ул осрашты...
Фәрхәт хәтерен яңыртырға теләп, күҙҙәрен күккә төбәне. Баш осонда ғына бер ҡош тауыш биреп алды. Нимәнелер иҫкәртә кеүек ине. Күк йөҙө зәп-зәңгәр. Уның зәңгәрлеген Фәрхәт кенә күрҙе, буғай.
Ҡарсыҡ ҡалтыранып, ярылып бөткән ҡулдары менән Фәрхәттең ҡулдарына үрелде: “Мин, мин улым, килә алманым шул. Алдаҡсы булдым, улым...” - тип һөйләнде лә, һөйләнде. Фәрхәт ул әйткәндең өҙөк-йырыҡ ҡына ишетте, ләкин йөрәге ҡабул итмәне. Әсәһе ташлап киткәнендә уға ни бары өс кенә йәш ине. “Әсәй, әсәй...” - тип көнө-төнө иланы ла, иланы ул. Бер нисә йылдан һуң килеп: “Һине килеп алып ҡайтырмын, көт, йәме, улым”, - тигәненә ымһынып тороп ҡалды. Күҙ йәштәренә быуыла-быуыла, көндәр, айҙар, йылдар иланы Фәрхәт. Шулай ҙа нәфрәт-асыу һаҡламаны, бөгөн булмаһа иртәгә килер, тип, тотош ун йыл көттө. Ун йыл буйы сабый күҙен тәҙрәнән алманы. Һай, бик күп ғүмер бит ул уның өсөн ун йыл! Әлеге уй-кисерештәре Фәрхәтте йыраҡ йылдарға алып ҡайтты.
Ҡарсыҡ та тағы нимә тип һүҙ башларға белмәй, тауышһыҙ ҡалды. Уның йәнен үткәндәрҙең барыһын да һыҙып ташларға ине, тигән уй биләп алды: “Һыҙып ташларға ла, тормошто өръяңынан башларға ине, балам... Таҙа биттән башларға ла ине бит... Булмай. Үткәндәрҙе ҡайтарып булмай. Үҙем ғәйепле, үҙем... Тәҡдиремә шулай яҙылғандыр инде”, - тип мығырланы ҡарсыҡ.
Фәрхәт баласаҡтарын ҡайтанан күҙ алдынан үткәрҙе. Әсәһе менән айырылышҡан көндән башлап ул һәр көндө үҙе генә белгән ерҙә ваҡ ҡына таш өйөп бара ине. Әсәһе менән айырым йәшәгән көндәрҙе таш һанай барҙы. Ә инде уҡый-яҙа белә башлағас, әсәһенә әйтер һүҙҙәрен көндәлегенә терәп барҙы. Уларҙы бер кемгә лә күрһәтмәне, уртаҡлашманы сере менән.
Ун өс йәше тулаһы көндө күргән ауыр төшө бөгөн дә күңелен тырнап тора. Әсәһе үлгән, имеш. Уның үле кәүҙәһен ҡосаҡлап Фәрхәт иланы ла иланы. Тәрбиәсе апаһы иртәнсәк уятырға ингәнендә лә ул һулҡылдап, тыйыла алмай ине. Йыуынып, өҫтәл артына килеп ултырғас, үҙе менән бергә тәрбиәләнеүсе балалар тыуған көнө менән ҡотланы. Иҫтәлеккә ҡул сәғәте бүләк иттеләр. Башҡалар таралышып киткәс, Фәрхәт тәрбиәсе апаһы эргәһенә килеп, төшөн һөйләне. Ун йыл буйы үҙе генә белгән эс серҙәре менән уртаҡлашты. Көн һайын бөртөкләп йыйылған ваҡ таштарын, көндәлектәрен тәрбиәсе апаһына күрһәтеп, илап алды.
- Ниңә быларҙы быға тиклем һөйләмәнең, - тине лә Фәрхәтте ҡосаҡлап, үҙе лә ҡушылып иланы. Унан һуң Фәрхәт:
- Апай, мин үҙемдең әсәйемде башҡаса көтмәйәсәкмен, күңелемдән һыҙып ташлаясаҡмын, ул минең өсөн үлде, - тине. - Ләкин миңә әсәй кәрәк, минең дә әсәй, тип өндәшкем килә, - тине лә ҡабат илап ебәрҙе.
- Теләһәң, мин һиңә әсәй булам, беҙҙә йәшәрһең, мин һине үҙ улым итеп яратырмын, - тине тәрбиәсеһе.
Кәрәкле ҡағыҙҙар тултырылып, хәл ителгәс, Фәрхәт тәрбиәсе апаһы янына күсенде. Беренсе көндә үк ул уға “әсәй” тип өндәште. Икеһенә лә шундай рәхәт ине. Фәрхәт тырышып уҡыны, тәртибе лә ысын егеттәрсә булды. Мәктәпте тамамлағас, юғары уҡыу йортона инде. Бөгөн заводта инженер булып эшләй. Әсәһе менән шатлыҡ-ҡыуаныстарын уртаҡлашып, бер-береһен хөрмәт итеп йәшәп ятҡан көндәре. Сабый саҡтағы күңел яраларын онотҡан да ине инде.
- Ниңә килдең һин? Нимәгә? Минең өсөн һин юҡ инде. Минең күңелемдә һин күптән үлдең, - тине Фәрхәт асырғынып.
- Мин иҫән бит улым. Мин тере булған өсөн әрләйһеңме, - тине ҡарсыҡ.
- Эйе, әрләйем. Һин мине сабыйлыҡтан мәхрүм иттең. Өс йәш сағымда ташлап киттең. Шул саҡта һине ер нисек күтәрҙе икән? Әсәй, кил, мин һине көтәм, тип күпме һине саҡырып иланым. Шул ваҡытта һин ҡайҙа булдың? Нисек кеше күҙенә күренергә ҡурҡманың?
Эскәмйәлә йәнәшә ултырған ҡарсыҡ Фәрхәттең һүҙҙәренән һуң уға күтәрелеп ҡарай алманы. Тураһын әйткәс, аңланы буғай. Шул ваҡытта ер ярылһа, инеп китер ине. Эргәһендә генә ултырған улы менән уның араһы шундай алыҫ булып тойолдо. Элегерәк булһа, Фәрхәт әсәһен ҡосаҡлап, уға һырыныр ине. Хәҙер улар араһында... боҙло һыу. Уның ҡаршыһында бөтөнләй сит ҡарсыҡ.
- Һин мине онот, минең әсәйем бар, - тине Фәрхәт. - Миңә ауыр саҡта күкрәгенә ҡыҫып йыуатҡан әсәйем бар. Мине ысын ир-егет итеп тәрбиәләне. Минең бер генә әсәйем бар – миңә наҙ биргән, ауыр саҡта кәңәшсем, таянысым булған әсәйем берәү генә.
Ҡарсыҡ ауырһыҡланып тороп, әкрен генә аҙымдар менән китеп барҙы...