Тормошонда осраған һынауҙарҙы һәр кем үҙенсә ҡабул итә. Кемдер бөгөлөп төшә, юғалып ҡала. Ҡайһы берәүҙәр көслөрәк булып китә, бәғзеләре һәр һынауға рәхмәтле була белә. Баймаҡ ҡалаһындағы “Континент” сауҙа үҙәгендә асылған оптика етәксеһе, шәхси эшҡыуар Миңлегөл Янышева-Рәхмәтуллина юлында осраған һәр кешегә, ауырлыҡтарға рәхмәт уҡый. “Аллаға шөкөр, тормошомдан уңдым”, – ти ул.
Яратып башҡарған эше лә, терәк-таяныс булырҙай ғаиләһе лә бар уның. Тормош иптәше Ғүмәр улдары Ғәфүр һәм Ғалим менән автомобилдәрҙе техник хеҙмәтләндереү станцияһы (СТО) асып, бергәләшеп эшләйҙәр. Әйткәндәй, Ғалим – тәжрибәле автоэлектрик. Үҙен ҡайҙа ғына эшкә саҡырһалар ҙа, Баймаҡта ҡалырға ҡарар итә. Кинйә улдары Ғайсар – 2-се мәктәп уҡыусыһы. Ул да ял көндәре ғаилә бизнесына үҙ өлөшөн индерә.
Миңлегөл Шәмсиғариф ҡыҙы сығышы менән Ишмөхәмәт ауылынан. Бала саҡтан кешеләрҙе дауаларға хыялланған ҡыҙ, ҡулына аттестат алыу менән, Сибай медицина училищеһына уҡырға юллана. 1990 йылда фельдшер һөнәрен үҙләштергән йәш белгес Йомаш табип амбулаторияһында акушер булып хеҙмәт юлын башлай.
– Беҙгә ул саҡта медицина белемен биреп кенә ҡалманылар, шул уҡ ваҡытта ҡыйыу булырға ла өйрәттеләр. Эш башлаған беренсе көнөм әле лә күҙ алдымда. Күҙҙәренә тиклем ҡып-ҡыҙыл булып, ҡанға батҡан бер кеше килеп инде. Тиҙ генә тәүге медицина ярҙамы күрһәттем. Күп тә үтмәй, аттан ҡолап битен йыртҡан егеттең тиреһен тегергә тура килде, – ти ул.
2007 йылда ярайһы уҡ эш тәжрибәһе туплаған Миңлегөл Шәмсиғариф ҡыҙы Баймаҡта балалар консультацияһында офтальмологтың шәфҡәт туташы булып эшләй башлай. Һәр саҡ йылмайып ҡына йөрөгән шәфҡәт туташын ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа берҙәй үҙ итә. Бергә эшләгән табип менән дә уртаҡ тел таба. Тап ошо йылдарҙа бәпесе донъяға килә. Декрет ялынан һуң ул поликлиникалағы офтальмологтың шәфҡәт туташы булып хеҙмәт юлын дауам итә. “Яҙмыш миңә ошо йылдарҙа поликлиникалағы булған табиптар менән бергә эшләп ҡарау бәхетен бүләк итте. Һәр ҡайһыһынан баһалап бөткөһөҙ тәжрибә алдым”, – тип М.Рәхмәтуллина.
Артабан Миңлегөл хеҙмәт юлын оптикала дауам итә. Тағы бер йылдан, йәғни 2018 йылда, ул үҙ эшен асырға ҡарар итә. Кәрәкле документтарҙы йыйғас, “Арҡайым” сауҙа үҙәгендә уның оптика бүлеге эшләй башлай. Бынан тыш, ул күрше-тирә райондарҙың фельдшерҙары саҡырыуы буйынса ауылдарға йөрөп, ятып ауырығандарға, ауылдан сығып йөрөй алмаған оло йәштәге кешеләргә диагностика үткәреп, күҙлектәр ҡарап та бирә.
Бынан ике йыл элек шәхси эшҡыуар М.Рәхмәтуллинаның оптикаһы “Континент” сауҙа үҙәгендә эшләй башланы. Контактлы линзаны үҙ итеүселәр өсөн шәп яңылыҡ. Тап ошо бутикта уларҙың Bausch & Lomb Optima, ACUVUE, SALIVIO тип аталған маркалары һатыла. Уларҙың бер көнлөктәре лә, айлыҡтары ла, кварталға иҫәпләнгәндәре лә бар.
Күҙлектәрҙең дә һәр төрлөһө бар. Медицина белеме булған тәжрибәле белгес һеҙҙе рецептһыҙ ҙа ҡабул итер. Үҙе диагностика үткәреп, күҙлекте һайлап бирер. Шулай уҡ әҙер күҙлекте алырға ла, заказға эшләтергә лә мөмкин. Әйткәндәй, уны оҙаҡ көтөргә кәрәкмәй, 1-2 көндә әҙер була. Әгәр һеҙ тап ошо оптикала заказ эшләһәгеҙ йәки күҙлек һатып алһағыҙ, бүләккә салфетка, футлярҙар бирелә.
Күҙегеҙ һәйбәт күрһә лә оптикаға килеү өсөн сәбәп бар. Мәҫәлән, компьютер артында ултырғанда кейә, күҙҙе ҡояштан һаҡлай торған, шулай уҡ тренажер, тонировкалы, “антиблик” тип аталған күҙлектәр алыу мөмкинлеге бар.
Ете йыл дауамында тотороҡло эшләп килгән оптикаға һис икеләнмәйенсә килә алаһығыҙ. Бында һеҙҙе был өлкәлә ярайһы уҡ тәжрибә туплаған, медицина белемле белгес Миңлегөл Шәмсиғариф ҡыҙы ҡаршы алыр. Уға эшендә уңыштар теләйек.
Эльмира КЕЙЕКҠУЖИНА
Оптиканың адресы:
Баймаҡ ҡалаһы,
“Континент” сауҙа үҙәге,
5-се бутик.
Тел. 8 964 951 49 01.