Әсәлек хисе уянмай ҡалһа...
Ир һәм ҡатын араһындағы мөнәсәбәтте ярһыу диңгеҙгә лә, дөрләп янған усаҡҡа ла, ҡайһы саҡта мәңге иремәҫ боҙҙарға ла тиңләргә була. Ҡала урамдары буйлап матур итеп биҙәлгән машиналарҙа елдереп башланған бәхетле туй күпмелер йылдан һуң онотола. Мәңге бергә булырбыҙ тип бирелгән анттар ҙа юҡҡа сыҡҡан осраҡтар була, үкенескә ҡаршы. Тик иң ҡурҡынысы – ҡасандыр бер-береһен өҙөлөп һөйгән йәрҙәрҙең (бәлки, шулай тойолғандыр ғына), дошманға әүерелеүҙәре...
- Улым, ул һиңә бөтөнләй пар түгел бит! Ниңә әйткәнде тыңламайһың!
Сәғит әсәһенең һуңғы ике ай эсендә ошондай һүҙҙәренә күнегеп тә китте. Ишетһә - ишетә, ишетмәһә - юҡ. Тәүҙә әсәһенә барыһын да аңлатып ҡараны. Тик ул барыбер улын тыңларға ла теләмәне. Буласаҡ килененә ҡарата булған ризаһыҙлығын теҙҙе генә: “Ул уҡымаған. Ярай, уныһы ҡурҡыныс түгел тейһең. Һөйөү хистәрең үтеп китһә, уның менән ни хаҡында һөйләшеп ултырырға уйлайһың? Матур итеп фекерен дә еткерә белмәй бит. Һүҙ һайын “ну” ла “и че”. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, донъяның бар этлеген үҙенә йыйып алғаны һиҙелеп тора. Бер ояла белмәй”.
Атаһы өндәшмәй. Әммә өнһөҙ генә әсәһен хуплауы һиҙелеп тора. Сәғит уларға бирешмәй. Үҙенең Эммочкаһына бер һүҙ тигеҙмәй. Эйе, яратҡаны күптәргә оҡшамай. Ул үҙ һүҙле, кәрәгендә лә, кәрәкмәгәнендә лә әсе итеп яуап ҡайтара белә. Программист булып эш башлаған егет менән дә улар үҙенсәлекле итеп танышты. Документтарын тапшырырға килгән ҡыҙ Сәғиткә: “Йәһәт кенә эшләп бирегеҙ! Ҡабат-ҡабат артынан йөрөргә тура килмәһен!”-тине. Егет аптырап ҡарап: “Һәр документты әҙерләү ваҡыты бар”,-тип әйтә генә башлағайны, “Ә минең көтөргә ваҡытым да, теләгем дә юҡ! Йәһәтерәк эшләгеҙ!”-тип тауышын күтәрҙе. Сәғит бындай дорфалыҡҡа түҙмәне: “Беҙҙә барыһы ла сират буйынса һәм тапшырған ваҡытҡа ҡарап эшләнә. Көтөп ултырыусылар күп, һеҙгә смс хәбәр килер әҙер булғас”,-тине. Ҡыҙ тағы бер-ике әсе һүҙен еткерҙе лә, әйләнеп китәйем тигәйне, яңы ғына йыуылған иҙәнгә тайып йығылды. Бынан һуң ҡыҙҙы бөтөнләй шайтан алмаштырғандай булды. Ул тауыш күтәреп барыһын да әрләй башланы, өҫтәренән ялыу яҙасаҡтарын белдерҙе. Сәғит урынынан сығып ҡыҙ янына ашыҡты. Уныһы һаман тыныслана алмай. Өҫтәүенә ҡыҙҙың ҡулына тотҡан телефоны ярылған булып сыҡты. Сират көткән кешеләр ҙә, тауыш урынына килеп еткән менеджер ҙа, ҡыҙҙың үҙен әрләй башлағас, егет уны йәлләп китте. Сәғит ҡыҙҙың телефонын алды. “Ҡарайым, бәлки, йүнәтеп булыр”. Уныһы яман итеп ҡараны ла, сығып китте. Шул саҡ бер өлкән йәштәге ағай: “Аллам һаҡлаһын, был ҡыҙ кемгә кәләш булыр”,-тип баш сайҡап ҡуйҙы.
Сәғит ҡыҙҙың телефонының ярылған экранын алмаштырҙы. Ҙур йәшел күҙҙәре менән үҙенә яман итеп ҡараған ҡыҙҙы онота алманы ул. Үҙе һәр саҡ тыныс, ипле ғаиләлә үҫкәс, был ҡыҙҙың ҡыланыштары уға ят та, ҡыҙыҡ та ине. Ҡыҙ ҡалдырған телефон буйынса шылтыратып уны кискеһен осрашыуға саҡырҙы. Ошо кис уларҙың мөнәсәбәтен башланы ла инде. Эмма ниңәлер бөтә донъяға асыулы ҡарашта ине. Кафеға инһәләр ҙа, киноға барһалар ҙа, ундағы хеҙмәткәрҙәр менән юҡҡа ғына талаш сығарҙы. Әммә Сәғитте был бер ҙә өркөтмәй ине. Киреһенсә, үҙе өсөн тора белгән, барыһын да урынына ҡуя белгән холоҡло ҡыҙҙы оҡшатты ғына. Эмма әсәһе менән генә йәшәй ине. Сәғит уларҙың йортонда йыш булған ҡунаҡҡа әүерелде. Эмманың әсәһе менән дә һауалы, ҡайһы саҡта үтә яман итеп һөйләшеүенә аптыраны. Бер мәртәбә: “Ҡуй, әсәйең бит”,-тигәненә, “Ә мин уны минең әсәйем булыуын һораманым”,-тип кенә яуапланы. Был мәлдә оло йәштәге ҡатындың күҙҙәре йәшләнеп, барыһын да ишетеп тороуы ла уны туҡтатманы.
Сәғит өйләнешергә тәҡдим яһағас: “Аҡсаң етерме һуң?”-тип һораны. Егет аптырап: “Мин аҡсаны яҡшы эшләйем”,-тине. Сәғиттең төп эшенән тыш, шәхси эше лә бар ине. Сөнки яҡшы программистар хәҙер бик тә кәрәк. Уларға эш тә яуып ҡына тора. Ҡайҙа йәшәгәненә лә бәйле түгел. Барыһы ла онлайн рәүештә эшләнә. Шуға күрә заказдар алып төнө буйы ла ултырып сыға ине. Уның ҡарауы аҡсаһы ла арыу килде. Сәғиттә күптән ҙур ҡалаға китеү теләге уянған ине. Тик атаһы менән әсәһе алдан уға иркен фатир йүнләп ҡуйғас, берҙән-бер улдарының янында ҡалыуҙарын теләгәс, уларҙың уйынан сыға алманы.
Эмма аҡса тураһында һорағанда, башҡа нәмәләрҙе лә күҙ уңында тотҡан ине. “Күрәһең, минең әсәйҙең туй үткәрергә хәленән килмәйәсәк. Ә мин иң матур туй күлдәгендә кейәүгә сыҡҡым килә”,-тине. Сәғит ҡыҙҙың риза булыуын ишеткәс, башҡаһын тыңларға ла теләмәне. “Борсолма, барыһын да үҙем хәл итермен. Минекеләр күптән көтә өйләнеүемде. Туйға ла күптән әҙерләнеп бөткәндәр. Шуға күрә бер ниндәй проблема булмаҫ”,-тине.
Сәғит Эмманы ата-әсәһе менән таныштырырға алып килде. Тик ҡыҙ улар менән йүнләп һөйләшергә лә теләмәне. Әсәһенең ҡайҙа уҡыуын, эшләүен һорай башлағанын ишетеп, бөтөнләй өндәшмәҫ булды. Унан: “Беҙҙең заманда ҡатын-ҡыҙға эшләүе мотлаҡ түгелдер. Әгәр ире һәйбәт булһа инде”,-тип ҡуйҙы. Ошо көндән алып әсәһе Сәғитте Эмманан баш тартырға өгөтләй башланы. Әммә егет уның һайын нығыраҡ туй көнөн тиҙләтеүҙе һораны. Эмма ла күптән егеттең фатирына күскән ине. Сәғиттең ата-әсәһенә теш ҡыҫып, риза булырға ғына тура килде. Туйҙа күберәк егеттең туғандары һәм Эмманың дуҫтары ҡатнашты. Кәләш яҡындарын саҡырырға теләмәне. “Беҙ әсәй менән ыҙалап йәшәгәндә береһе лә янда булманы. Шуға күрә ниңә мин уларҙы саҡырырға тейеш”,-тип кенә ебәрҙе.
Сәғит Эмманы туй сәйәхәтенә Төркиәгә алып китте. Бәләкәй ҡаласыҡтан да әллә ни сығып йөрөмәгән ҡыҙ өсөн был онотолмаҫ ваҡиға булды. “Тағы күп-күп сит илдәрҙе күргем килә!”-тине ул күҙҙәре янып. Сәғит кәләшен бәхетле итә алғанына ҡыуанып бөтә алманы. Ҡайтҡас ҡәҙимге эш көндәре башланды. Егет ғаиләһен тәьмин итеү өсөн тағы күберәк заказдар алып эшләне. Эмма уның ҙур ҡалаға китеү мөмкинселеген белгәс, күсергә өгөтләй башланы. “Әйҙә, сығып китәйек. Бында беҙгә нимә бар?” Тик егет ата-әсәһен ҡалдырырға теләмәне.
Әсәһе улын тәрбиәләп өйрәнгәс, был ғәҙәтенән тиҙ генә баш тарта алманы. Ул йәштәрҙең фатирына йыш килде. Әммә уны ризаһыҙ Эмма ҡаршы алды. Ҡәйнәһенең килеп бүлмәләрҙе йыуып-таҙартып, ашарға бешерә башлауын күрә алмай ине. “Иреңә, исмаһам, бер нәмә бешереп ҡуйһаңсы ҡайтыуына. Төп эшенән һуң ул тағы компьютерға ултыра. Һаулығы бөтә бит”,-тип үпкәһен белдерҙе әсә кеше. Әммә быға Эммә ҡырҡ яуап ҡайтара ине. “Ашарға өйгә алып килеп бирәләр. Заказ ғына эшлә! Нимә өсөн уның өсөн сәғәттәр буйы кухняла торорға”,-тип яуапланы ул. Артабан Эмма ҡәйнәһенең һәр килеүенән һуң Сәғиткә янъял ҡуптарҙы. “Ниңә йөрөй ул бында, ниңә көн дә килә? Өҫтәүенә, асҡысы ла бар. Мин үҙемде хужабикә итеп тоймайым!”-тип ярһыны ул. Сәғит әсәһен үҙҙәренә улай йыш килмәүен һораны. Хәҙер әсәле-уллы араһында талаш ҡупты. Егет оҙаҡ уйлап йөрөй торғас, ата-әсәһенән алыҫыраҡ йәшәргә хәл итте. Баш ҡалала яҡшы аҡсалы эш тәҡдим иткәстәр, күсенеп тә киттеләр. Сәғиттең ата-әсәһе ҡайғырҙы, Эмма тантана итте.
Йәш ир башкөллө эшкә сумды. Ғаиләләрен фатирлы итеүгә өлгәште. Эмма эшкә төшөргә ашыҡманы. Ҙур ҡалала әхирәттәр табып, ваҡытын күберәк улар менән уҙғарҙы. Сәғит кәләшен нисек бар, шулай ҡабул итеп өйрәнгәс, барыһына ла күнде. Эмма ауырға ҡалғас ғаиләлә тәүге тауыш ҡупты. Йәш ҡатын әлегә әсәй булырға әҙер булмауын белдерҙе. Сәғит аптырап ҡалды. “Нисек инде улай? Мин утыҙҙы үттем. Һин дә шул йәшкә яҡынлайһың. Ҡасан бәпесебеҙ булыр һуң? Ҡартайғасмы?”-тип тауыш күтәрҙе ул. Эмма әлегә үҙе өсөн йәшәп тә өлгөрмәүен, бала тураһында бөтөнләй уйламауын белдерҙе. Сәғит аптырап: “Миңә ундай ғаилә кәрәкмәй. Минең атай булғым килә”,-тине. Эмма иренең тәүге тапҡыр һүҙендә ныҡ тороуын күреп, талашыуын ҡуйып уйға ҡалды. Икенсе көнөнә: “Баланы табам, әммә һин был фатирыбыҙҙы миңә яҙҙыраһың. Сөнки хәҙер ҡатындар тиҙ ҡартая. Ирҙәр шунда уҡ йәштән кәләш ала. Ә мин бер нимәһеҙ тороп ҡалғым килмәй”,-тине. Сәғит Эмманың ниндәй ауырлыҡтарға үҫеүен белгәнгә, үҙен яҡларға теләүен аңланы һәм “мин һине ташларға йыйынмайым, хатта әбей булһаң да” тип ҡуйҙы. Унан барыбер бергә буласаҡтарына бер ҙә шикләнмәй, риза булды.
Холҡо былай ҙа ауыр булған Эмма ауырлы саҡта бөтөнләй үҙгәрҙе. Ул туҡтауһыҙ мыжыны, ниҙер талап итте, иланы. Сәғит уның бар һорағанын алып, тынысландырырға тырышты. Атаһы менән әсәһе лә килендәренең ауырлы булғанын ишеткәс йомшарҙы, күстәнәстәрен тейәп килеп йөрөнө. Ваҡыты еткәс, Эмма ул тапты. Сәғиттең шатлығының иге-сиге булманы. Атаһы менән әсәһе лә ейәндәре күрергә килеп етте. Тик Эмманы ғына әсә булыу бер нисек тә үҙгәртмәне. Балаһына ниңәлер ул һалҡын ҡарашта булып ҡалды. Сабыйын имеҙеүҙән дә ул ҡырҡа баш тартты. Ярҙамлашырға килгән ҡәйнәһе күкрәк һөтөнөң файҙаһын әйтеп ҡараны. Тик килене: “Теләйһегеҙ икән, үҙегеҙ имеҙегеҙ!”-тип кенә ебәрҙе. Сабый әсә һөтөн һорапмы туҡтауһыҙ иланы. Эмманың кәйефе уның һайын боҙола барҙы. Сәғит ҡайһы бер ҡатындарҙың бала тапҡандан һуң тәрән депрессияға бирелеүе хаҡында ишетеп, ҡатынына нисек ярҙам итергә тип баш ватты. Эмма иламһырап: “Әйҙә, берәй сит илгә сәйәхәткә барып киләйек. Мин башҡаса түҙә алмайым, аҡылдан шашыр сиккә еттем”,-тине. Сәғит аптырап: “Ә улыбыҙ һуң? Ул самолетта осорға бигерәк бәләкәй бит”,-тине. “Уның менән бергә барһаң, ниндәй ял булһын? Няня яллайыҡ та, ҡалдырайыҡ!”-тигән яуапты ишетеп юғалып ҡалды.
Барыһын да белеп ҡалған әсәһе: “Барығыҙ. Ейәнемде үҙем ҡарайым. Тик үҙебеҙгә алып ҡайтам”,-тине. Сәғит улынан айырылғыһы килмәһә лә, ризалашты. Эмманың кәйефе булыр, балаһына һөйөүе лә уяныр тип өмөтләнде ул. Ысынлап та, йәш ҡатын өйҙән сығып китеү менән бөтөнләй үҙгәрҙе. Элекке Эмма кеүек шаярҙы, көлдө, иркәләнде. Ял мәле тиҙ үтеп китте. Сәғит ҡайтҡас та тыуған ҡалаһына барып улын алып ҡайтырға булды. Тик Эмма ҡаршы төштө. “Миңә әле табиптарға күренер кәрәк. Үҙемде насар тоям”,-тине. Сәғит күңеле һыҙланып ҡына риза булды. Шулай ҙа түҙмәй үҙе генә ҡайтып улын күреп килде. Әсәһе: “Улым, әйттем бит мин һиңә. Ҡатын булырҙай кеше түгел ине бит. Хатта әсәлек тойғолары ла уянманы унда”,-тине. Был юлы Сәғит Эмманы яҡлап бер һүҙ өндәшмәне. Улы менән айырым йәшәүе уға үтә ауыр ине. Нисек инде аталыҡ хистәре уяна ла, ә әсәй кешенең бөтөнләй бер тойғоһо юҡ сабыйға ҡарата тип аптыранды.
Көн боҙолорға йөрөгәс, ул бер көн алда ҡайтты. Эмма өйҙә юҡ ине. Ул төн уртаһында ғына ҡайтып инде. Сәғит ҡатынының ҡайҙалыр кәйеф-сафа ҡороп ҡайтыуын шунда уҡ аңланы. “Улыбыҙҙы ҡарарға ауырыйһың, ә төнгө клубтар буйынса сабырға хәлең бар”,-тине ул. Тик Эмма шунда уҡ ярһып китте. “Мин һиңә башта уҡ әйттем әсәй булырға иртә әле миңә тип. Үҙең тыңламаның, мәжбүр иттең! Шулай булғас ниңә миңә үпкә белдерәһең? Ә һин шулай туғыҙ ай буйы ыҙалап йөрөп, шунан үлемесле булып үҙең табып ҡара баланы! Шунан һөйләнерһең”,-тип ҡысҡырҙы.
Ошо көндән һуң уларҙың араһы һыуына башланы. Сәғит эшләне, Эмма ҡайҙалыр юғалып йөрөнө. Әсәһе шылтыратҡанда береһе лә телефонды алмағас, атаһы килеп етте. Улы һәм килененең нисек йәшәүен күреп, кире боролоп ҡайтып китте. Унан әсәһе: “Улым, уңмаған юлды ҡыума. Айырыл. Ейәнебеҙҙе бергә тәрбиәләрбеҙ. Барыбер уға бала кәрәкмәй”,-тип яҙып ебәрҙе. Тик әсә кеше килененең Сәғиттең телефонын ҡарап барғанын белмәй ине. Тағы талаш ҡупты. “Кем һеҙгә баланы биреп тора әле! Анһат, өйләнеп бала таптырҙым да, мине сығарып ташларғамы!”-тип ярһыны ул. Ә Сәғит үҙенең Эмма менән йәшәй алмаясағын аңлаған ине. Ул да тыныс тауыш менән айырылыу тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Был көндө Эмма кухнялағы бар һауыт-һабаны ярып бөттө. Ҡысҡырҙы, аҡырҙы. Үҙе ярған һауытҡа аяғын яралап, илай башланы. Күршеләре полиция саҡыртҡан булып сыҡты. Хоҡуҡ һаҡсыларына Эмма иренең үҙен туҡмауын белдерҙе. Эш ҙурға китте. Сәғит атаһына шылтыратты. Ул килеп етте. Атаһы Эмманың картаһына ул һораған суммалағы аҡсаны күсергәс кенә, ҡатын ғаризаһын кире алды.
Сәғит бер көн эштән ҡайтып фатирына инә алманы. Йоҙаҡтар алмаштырылған ине. Эмма ишекте асмай ғына: “Был минең фатир. Кит бынан! Емереп асам тиһәң, полиция саҡыртам”,-тип янаны. Сәғит дуҫтарында йоҡлап, аңҡы-тиңке булып йөрөнө лә, оялһа ла, ата-әсәһенә ҡайтып китте. Әсәһе: “Ярай, фатирың бында ла бар. Ҡал. Барма уның янына. Тағы берәй нәмә тип өҫтөңдән яҙып ҡуйыр”,-тине.
Сәғит тыуған ҡалаһында яңы тормош башланы. Эмманан бер хәбәр ишетелмәгәс тынысланды. Эшенән бушаған ваҡытта улы менән булды, атай булғанына һөйөнөп бөтә алманы. Тик иртә тынысланған икән. Бер нисә айҙан һуң Эмма шылтыратты. “Баланы миңә кире ҡайтарып бир. Юғиһә, һеҙ баланы урланы тип ғариза яҙам”,-тине. Бынан һуң Сәғит тә, атаһы менән әсәһе лә аптырауға ҡалды. Эш судҡа барып етте. Эмма илаулап Сәғитте һәм уның ата-әсәһен баланы урлауҙа ғәйепләне. “Мин улымды ауыр таптым. Унан һуң ныҡ һәм оҙаҡ итеп ауырыным. Улар шуның менән файҙаланып, баламды урланы”,-тип белдерҙе. Хатта нисәмә тапҡыр килеп тә, уға улын күрһәтмәүҙәрен белдерҙе. Бындай сетерекле һәм ҡатмарлы мәсьләлә буйынса эш оҙаҡҡа һуҙылды. Сәғит Эммаға улы кәрәкмәгәнлеген яҡшы аңлай ине. Шуға күрә адвокаты менән һөйләшкәндән һуң, уға аҡса тәҡдим итергә булды. Бынан һуң ҡатын әҙерәк ыңғай яҡҡа үҙгәргәндәй тойолдо. Һөҙөмтәлә, бала Сәғит менән ҡалды. Эммаға бала менән, алдан иҫкәртеү буйынса ғына, осрашыу рөхсәт ителде.
- Һин бит улыңды күрергә килмәйәсәкһең. Шулай ҙа ҡасан да булһа һинең әсәлек хистәре уяныр, тип ышанам. Беҙҙең улыбыҙға булмаһа ла, икенсе сабыйға...
Эмма Сәғиттең был һүҙҙәренән һуң ниҙер әйтергә уҡталып яман итеп ҡараны ла, туҡталып ҡалды. Йәш ҡатын улы һәм иренең яҙмышын ситкә ҡуйып, үҙ һуҡмағынан китте...
Гүзәл Иҫәнгилдина.
Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртеп алынды.