Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
27 Март , 19:15

Ғашиҡ ҡыҙ бер кемде тыңларға теләмәй...

Тик йәш ҡатын бер кемде лә тыңларға теләмәй. Сираттағы УЗИ ваҡытында, буласаҡ сабыйын экран аша ҡарап ултырған табиптың йөҙө үҙгәреп китеүен күрә. Врач, янына тағы ла бер кешене саҡырып, экранға текәлә. Йәш ҡатын ниндәйҙер ҡайғы килеүен тоя...

Күпселек осраҡта наркомандар ВИЧ-инфекцияһына дусар була. Был уларҙың бер энә ҡулланыуы, бәйһеҙ енси тормош алып барыуының һөҙөмтәһе. Наркотик һаҡлаған өсөн хөкөм эскәмйәһенә эләккән йәш ирҙең генә түгел, ә уның гражданлыҡ ҡатынының яҙмышы ла аяныслы.

Тәүҙә яратҡан кешеһенең наркотиктар ҡоло икәнлеген белмәй ул. Белгәндән һуң барыбер һөйгәне янында ҡала. Әсә кеше улының тормошонда шундай ышаныслы ҡыҙ барлыҡҡа килеүенә һөйөнөп бөтә алмай. Йәштәр бергә йәшәй башлай. Ҡыҙҙың ата-әсәһе буласаҡ кейәүҙәренең наркоман икәнлеген белгәс тә, ғәзиз балаларын алып ҡайтырға теләй. Тик ғашиҡ ҡыҙ бер кемде лә тыңламай. Наркотиктарҙы ташларға вәғәҙә биргән һөйгәненә ышанып йәшәй. Егеттең берсә иҫ киткес һәйбәт, ә ҡайһы саҡта ҡурҡыныс яһил кешегә әүерелеүенә лә күнегә. Наркотик таба алмаған сағында ул фатирҙағы бар әйберҙе ҡыйрата, ҡыҙға ла ҡул күтәреүҙән тартынмай. Аҡылына килгәс, һис ни булмағандай ғәфү үтенә. Ҡыҙҙарының ыҙалыҡ менән тормош көтөүен ишеткән ата-әсә уны ҡайтырға өгөтләй. Ул риза булмағас: “Улай булғас, йәшә наркоманың менән! Беҙгә килеп тә йөрөмә!”-тип унан баш тарталар.

Тиҙҙән йәш ҡатын үҙенең ауырлы икәнлеген белә. Ҡыуанысынан нимә эшләргә белмәй, шатлығын һөйгәненә, уның әсәһенә еткерә. Буласаҡ атай был хәбәрҙе ишеткәс наркотиктарҙан баш тартырға вәғәҙә бирә. Уларҙың тормошонда ниндәйҙер мәлгә һиллек урынлаша. Тик был оҙаҡҡа бармай. Йәш ир вәғәҙә-анттарын онотоп йәнә наркотиктар ҡуллана башлай. Ҡыҙының ауырлы икәнлеген ишеткән әсәһе уны аборт эшләтергә өгөтләй. “Күрәләтә ауырыу бала табырға уйлайһың бит! Наркомандан кем тыуасағын аңлайһыңмы һин?! Ул да бит наркотик ҡоло буласаҡ!”-тип илай.

Тик йәш ҡатын бер кемде лә тыңларға теләмәй. Сираттағы УЗИ ваҡытында, буласаҡ сабыйын экран аша ҡарап ултырған табиптың йөҙө үҙгәреп китеүен күрә. Врач, янына тағы ла бер кешене саҡырып, экранға текәлә. Йәш ҡатын ниндәйҙер ҡайғы килеүен тоя. Табиптар уға буласаҡ сабыйының умыртҡа һөйәгенең булмауын, бала тыуғас та үләсәген хәбәр итәләр. Шуға күрә уны төшөрөргә кәрәклеген әйтәләр. Үҙен әсә итеп күреп хыялланған йәш ҡатын был бәхетһеҙлекте күтәрә алмай. Дауаханала оҙаҡ ятырға тура килә уға. Күңел-йәне тамам ҡаҡшаған йәш ҡатын ата-әсәһе янына ҡайта, кисә өҙөлөп һөйгән егеткә ҡарата нәфрәт тойғолары уяна.

Был донъяла бер нәмә лә осраҡлы түгел. Күп ҡайғы кисергән йәш ҡатынды ла фәрештәләре һаҡлап ҡала, күрәһең. Яңғыҙ ҡалғандан һуң күп тә үтмәй йәш ир ВИЧ-инфекцияһын йоҡтора. Унан һуң инде суд эскәмйәһенә эләгеп, бер нисә йылға иркенән мәхрүм ителде.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: