Көҙгө урып - һуғыу эштәре тамамланыу өҫтөндә. Һәр бер кеше алтын бәрәбәрендә. Ваҡытында көҙгө эштәрҙе тамамлап ҡалмаһаң, яҙ, йәй ыҙалап түккән хеҙмәтең, туҡтамай яуған ямғырҙарға эләгеп әрәм-шәрәм буласаҡ. Киләһе йылғы уңышты ла алдан хәстәрләй етәкселәр. Иген сәсергә тейешле ерҙәрҙе көҙҙән һөрөп әҙерләп ҡуялар.
Фәтих әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас та механизатор булып совхозға эшкә урынлашты. Әле ерҙе туңға һөрөүҙән төнгө сменаһын алмашсыһына ҡалдырып өйөнә ҡайтты. Ҡатыны Гөлнур өйҙә түгел. Алты айлыҡ улы Рәсүлде алып, ете километр алыҫлыҡта йәшәгән ата-әсәһен күрергә киткәйне. Эшкә китер алдынан уларҙы мотоцикл менән ауылдарына илтеп ҡуйғайны. Төнө буйы штурвал артында, тракторҙың тауышына ҡолғыла тоноп киткән.
Урам яҡ эскәмйәгә сығып ултырып, яҡтырып килгән шәфәҡте күҙәтеп үткәндәргә ҡайтты. Ата-әсәһенән бигерәк йәшләй ҡалды шул. Һигеҙенсе класты тамамлап, ауыл хужалығы техникумына уҡырға ингәйне. Һуғышта алған яраларына мандый алмай тәүҙә атаһы, иренең ҡайғыһын күтәрә алмай әсәһе бер-бер артлы донъя ҡуйҙылар. Ярай башҡа ағай- апайҙары үҙ-аллы тормош көтәләр, өс һеңлеһе бигерәк бәләкәс ҡалды шул. Уҡырға ла бармағандар. Бәләкәс һеңлеһенә бары өс кенә йәш. Ата-әсәһенең донъяһына өлкән ағаһы менән ун йыл бергә йәшәп тә балалары булмаған еңгә хужа булып ҡалды. Ағалары көндө төнгә ялғап эштә, совхоздың малын көтә. Йәй көнө йәйләүгә китһә, аҙналар буйы өйөнә лә ҡайта алмай. Йәйләү ауылдан ныҡ алыҫ.
Фәтих техникумда уҡыуын дауам итә алманы, өс айлыҡ трактористар курсында уҡып ҡайтты ла эшкә тотондо. Бер йыл эшләп тә ҡалманы әрме хеҙмәтенә саҡырҙылар. Алыҫ Көнбайышта хеҙмәт бурысын тамамлап ҡайтҡан егетте совхоз етәкселеге ҡуш ҡуллап ҡаршы алды. Әле бүлексә етәкселегенән маҡталып эшләп йөрөй.
Киске уйында осратты һөйгәнен Фәтих. Күрше ауылға уйынға барғайнылар. Бейеүҙең уртаһында байрамдың биҙәге булған һомғол буйлы, йәшел күҙле һылыуҙың үҙен бейергә саҡырыуы көтөлмәгән булды. Фәтих тә аптырап ҡалманы ҡара бөҙрә сәстәрен бармаҡтары менән тараны ла, ҡулындағы гармунын иптәшенә тапшырып, ҡыҙ менән бейергә төштө. Йәштәр танышып, осраша башланылар. Көҙгө муллыҡта гөрләтеп туй яһанылар. Бер бите ай, бер бите ҡояш булған Гөлнур күрше ауылға килен булып төштө.
Еңгәй-ҡәйнә булған кеше йәштәрҙе тиҙерәк башҡа сығарыу ярауын күрҙе. Улдары тыуып ҡырҡ көнө лә тулманы, нигеҙе сереп ергә батҡан, иҫке, төртһәң таралырға торған өйҙө осһоҙ хаҡҡа һатып алып, йәштәрҙе башҡа сығарҙы. Эш араһында өйҙөң нигеҙен күмделәр. Иҫке-иҫке инде бер ерен төҙәтһәң, икенсе ере емерелергә тора. Йәштәр башҡаланып, булғаны на шөкөр итеп йәшәй башланылар.
- Мин һинең улыңды алырға килдем, - тигән тауышҡа һиҫкәнеп китте Фәтих. Алдына нисек тауыш-тынһыҙ ғына килеп баҫҡан, ап-аҡ оҙон күлмәк кейгән, сәстәре ялбыраған, зәңгәр күҙҙәрен төбәгән әбейгә аптырап ҡараны. Күҙҙәренең ҡара нөктәһе лә булмаған керпекһеҙ, ҡашһыҙ ауыр ҡарашты күтәрә алмай ергә ҡараны. Әбейҙең аяғы юҡ, күлдәк итәге елгә тирбәлеп тора.
Ҡапыл күңелен яулап алған ҡурҡынысты тойоп, өйөнә лә инеп тормай ҡатыны ауылына йүгерҙе. Әле генә армиянан ҡайтҡан егеткә ете саҡрым нимә ул? Әбей ҙә ҡалышмай эргәһенән итәктәрен елберҙәтеп осоп килә. Тик ауылға килеп ингәс кенә, эттәрҙең абаулап өрөүенә юҡҡа сыҡты.
Һыйыр һауырға биҙрәһен беләгенә элеп, урамға сыҡҡан Гөлнур хәле бөтөп килеп ингән Фәтихте күреп ҡото осто.
- Ҡайҙа минең улым?
- Йоҡлап ята. Нимә булды?
Тынысланғас хәлде һөйләп барҙе Фәтих. Ҡайны-ҡәйнә аптырашып киттеләр. Өйгә аят уҡытып, ҡатыны тынысланғас ҡына, өйҙәренә кире ҡайттылар. Иҫке өй ҡыш көнө шул тиклем һыуыҡ булды, иҙән йыуғысына хәтлем туңа ине. Урындыҡтан төшмәй генә көнө-төнө мейескә ут яғып йәшәнеләр. Тик улдары шул ваҡиғанан һуң шул тиклем илаҡҡа әйләнде, алһыҙ -ялһыҙ иланы ла иланы. Алмашлап йоҡлап баланы ҡаранылар. Фәтих эштә саҡта Гөлнурға ярҙамға бикәстәре килде.
Ә бер көндө кискеһен тәҙрә ҡорғанын тартҡанда Фәтих теге әбейҙең кобра йыланы һымаҡ күҙен дә йоммай, бер тәҙрә булып ҡарап торған йөҙөн күреп ҡорғанды тарта һалды. Хатта әбейҙең әйткән һүҙе лә ҡолағына салынды:
- Мин һинең улыңды алырға килдем...