Бөтә яңылыҡтар
10
Әҙәби бит
26 Март , 21:00

Йылы йәйҙәге ҡырау (Хикәйә)

Ҡырҡ йәштә генә ҡатын ҡорона ингәнмендер, врачтарҙың тыйыуҙарына ҡарамай, тәүәккәлләнем малай алып ҡайтырға. Сөнки иремдең сәләмәтлегенә ҡарата гормональ дарыуҙарҙы күп ашағанлыҡтан, ун биш йылдар унан балаға уҙыу хәүефле, тип таптылар. Бына хәҙер кесе ҡыҙыма ун алты йәш тулды, оҙаҡ тойолған йылдар үткәс кенә ауырға ҡалдым. Башҡа бала таба алмаҫымды бел инем. Быныһын да врачтарҙың алдырырға мәжбүр итәсәктәренән ҡурҡып, оҙаҡ уларға өндәшмәнем. Ҡорһағымды ҡосаҡлап ҡына йөрөйөм, иремдән элек күрмәгән ҡәҙерҙе тоям, ҡасан теләйем шунда йоҡлайым, нимә теләһәм шуны ашайым, ҡыҫҡаһы мин прынцысса! Өйҙә ярҙам итерлек ун алты, егерме йәшлек ҡыҙҙарым булғанлыҡтан иркәләнәм генә теләгәнсә. Әммә оҙаҡҡа был барманы. Врачтар ашығыс рәүештә Өфө дауаханаһына оҙатты. Бала тыуырға ике ай ваҡыт барын белһәм дә, тыңламай булдыра алманым. Тейешенсә дауаланмаһам, буласаҡ улымды юғалтыуым ихтимал ине. Ҡыҫҡаһы, оло йәштә булыуымды, йөрәк эшмәкәрлеге боҙолоуын иҫкә төшөрҙөләр...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Йылы йәйҙәге ҡырау (Хикәйә)

Элек яҙыуымса, ҡырҡ йәшемдә генә уллы булдым. Оло ҡыҙымды егерме йәшемдә генә тапҡанлыҡтан, әсә булыу бәхетен бөтөнләй тоймағанмын. Төндәрен илаһа тымыҙа алмай этләнә инем, йоҡом туймай, врачтар сәғәтләп имеҙергә ҡушҡанлыҡтан, режимды тоторға тырыштым. Ә балам асығып илай. Көнөнә ике йыуындырам. Тысылдатып һары май менән майлайым, йәнәһе бала тиҙ утыға, быныһы кемдер өйрәтеүе буйынса. Хәҙерге кеүек памперстар юҡ, бер туҡтауһыҙ кер сайҡауҙар ялҡытты. Хыялым - бер туйғансы йоҡлау ине.

Ҡырҡ йәштә генә ҡатын ҡорона ингәнмендер, врачтарҙың тыйыуҙарына ҡарамай, тәүәккәлләнем малай алып ҡайтырға. Сөнки иремдең сәләмәтлегенә ҡарата гормональ дарыуҙарҙы күп ашағанлыҡтан, ун биш йылдар унан балаға уҙыу хәүефле, тип таптылар. Бына хәҙер кесе ҡыҙыма ун алты йәш тулды, оҙаҡ тойолған йылдар үткәс кенә ауырға ҡалдым. Башҡа бала таба алмаҫымды бел инем. Быныһын да врачтарҙың алдырырға мәжбүр итәсәктәренән ҡурҡып, оҙаҡ уларға өндәшмәнем. Ҡорһағымды ҡосаҡлап ҡына йөрөйөм, иремдән элек күрмәгән ҡәҙерҙе тоям, ҡасан теләйем шунда йоҡлайым, нимә теләһәм шуны ашайым, ҡыҫҡаһы мин прынцысса!

Өйҙә ярҙам итерлек ун алты, егерме йәшлек ҡыҙҙарым булғанлыҡтан иркәләнәм генә теләгәнсә. Әммә оҙаҡҡа был барманы. Врачтар ашығыс рәүештә Өфө дауаханаһына оҙатты. Бала тыуырға ике ай ваҡыт барын белһәм дә, тыңламай булдыра алманым. Тейешенсә дауаланмаһам, буласаҡ улымды юғалтыуым ихтимал ине. Ҡыҫҡаһы, оло йәштә булыуымды, йөрәк эшмәкәрлеге боҙолоуын иҫкә төшөрҙөләр...

Оҙаҡ зарыҡҡандан һуң алып ҡайттым улыҡайымды дауахананан. Йөҙөнән күҙҙәремде алаһым килмәй, уянғанын көтөп эргәһендә бөтөрөләм. Төнгө сәғәт өскә тиклем атаһы ҡарай, унан һуң мин дежурға баҫам. Уға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ, ҡартлыҡ көнөбөҙҙә таянысыбыҙ булырына ышанабыҙ. Башын, күтен үпәсләп, аяҡтарына ике-өс ҡат ойоҡтар, ҡат-ҡат кейемдәр кейҙереп, тышынан дебет шәлдәргә урап ҙурайттыҡ балаҡайымды. Тиктормаҫ, үтә шуҡ бала булып үҫте ул, ете айында атлап китте, алты йәшендә апаларының буш портфелен тағып, мәктәпкә ҡасты. Рәхмәт мәрхәмәтле уҡытыусыға, яңы йылға тиклем мәктәпкә йөрөргә рөхсәт бирҙе. Балам ас булмаһын өсөн ашханаға ҡулдан түләнем. Өйҙә ашамаған балам мәктәп ризығын ярата, тинеләр. Үҙе лә тырыш булды, класташтары менән ярышып уҡыны, көндәлегендә “биш”тән кәм билдә булһа, ятлап барып төҙәтер ине. Берәй һорауға яуап тапмаһа, һыйыр һауып ултырғанымда ла югереп килеп етер ине. Айгөл Урал ҡыҙына рәхмәтлемен, бәләкәс әле, исемлектә тормай, тип бер ташлама яһаманы. Талапсан, әммә ғәҙел уҡытыусы булды, үҙен балалар яратты, атай-әсәйҙәр хөрмәт итте.

Йылдар үтте. Балам ҡулдан китте, гимназия, унан һөнәри колледжда биш һөнәргә эйә булып, таныҡлыҡ алды. Һуңынан юғары уҡыуға инде, иретеп йәбештереү буйынса НАКС таныҡлығы алды һәм... өйләнергә теләк белдерҙе. Ата-әсәгә балаһының башлы-күҙле булыуы шундай шатлыҡ! Ҡартлыҡ көнөбөҙҙә бергә-бергә йәшәргә хыялланып ҡалала ҙур итеп өй бөтөрҙөк, ике машиналыҡ гараж һалдыҡ.

Улым буласаҡ киленем тураһында һөйләргә теләмәһә лә, уның кем икәнлеген, йәшертен генә, ҡыялатып ҡына кеше аша белешеп йөрөнөм. Матур ғаиләнән, төҫкә-башҡа сибәр генә, берәүҙең берҙән-бер ғәзиз ҡыҙҙары. Ике һөнәре бар: береһе юғары белемле. Һөнәре буйынса врач. Уҡытыусылыҡҡа ла уҡыған ул, тимәк, башында белеме бар. Эсмәй-тартмай, үтә тыйнаҡ, тәүфиҡлы заттан. Машинаһы барлығын да белә инек. Улым менән өс йылдан ашыу уның ике бүлмәле фатирында йәшәһә лә, никахһыҙ өйбөҙ тупһаһын ашатламаны. Күстәнәс-бүләктәрен ебәреп торҙо, һәр хәлдә улым шулай аңлатты. Тағы нимә кәрәк йәш ғаиләгә, йәшәһендәр әйҙә, беҙ ҡыуанып риза.

Улыма алдан аңғартып ҡуйҙыҡ, кеше балаһын алдатып йөрөтмә, һин беҙҙең көтә торған улыбыҙ, өйҙө үҙебеҙ өсөн ныҡлап төҙөнөк, матурлап донъя көтһәгеҙ, балаларыңдың балаларына етәсәк, алдан килен буласаҡ баланы иҫкәрт. Беҙҙең бурыс - һеҙҙе хәләлләп ҡуйыу. Ипотека һаҙлығына батыуҙың ауырлығын беләбеҙ, ыҙаламаҫһығыҙ йорт һалып. Кәрәк тапһағыҙ өҫкө ҡатын төҙөп бөтөрөрһөгөҙ. Әлегә үҙебеҙ ауылда йәшәйбеҙ, ваҡ мал, һыйыр, ҡош-ҡорт. Ваҡытында өсәр-дүртәр һыйыр тотһаҡ та, ғүмер тигәнең арттан тартҡылай, аҙымдар ҡыҫҡара, көндәлек эштәрҙе башҡарыу ауырлаша, малдарҙы ҡыҫҡартырға тура килде.

Шулай бер көн йыйындыҡ та, никах көнөн билдәләү хаҡында кәңәшләшергә тип, буласаҡ ҡоҙалар йортона килдек. Күркәм йорт, бағыулы киң ихата хужаның кем икәнлеген алдан раҫлап тора. Барлыҡ уңайлыҡтары булған балҡып торған йорт эсе хужабикәнең уңғанлығын һөйләй. Өҫтәл тулы ниғмәттәр мул ҡуллы, етеш, татыу ғаилә икәнлеген күрһәтә. Килен бала ла күренмәй, был ҡыҙҙың әҙәпле икәнлеген белдерә, тип уйланыҡ. Тәрбиәле балалыр, шөкөр, улымдың тормошо ышаныслы ҡулдарҙа буласаҡ, бәхетле генә булһындар. Ҡыялатып һүҙ башлайым: “Һеҙҙең дә бер генә ҡыҙығыҙ, беҙҙең дә бер бөртөк улыбыҙ, әгәр риза булһалар һеҙҙе, беҙҙе тиң күреп, ҡартайған көндә бергә-бергә ғүмер итергә яҙған булһа, ҡыҙығыҙҙың ҡулын һорарға килдек...”

Ата-әсәһе риза. Бынан да ҙурыраҡ бәхет бармы улым өсөн, уның йөҙөн нурлы балҡыу ялманы. Ваҡытты оҙаҡҡа һуҙмай, никах уҡытырға килештек. Тәмле ризыҡтарҙан ауыҙ итеүгә, аш һалынған тәрилкәне ялтыратып ҡуйыуға буласаҡ килен балаҡай күренде. Минең күңелемә шунда уҡ йылы югерҙе, башында яулыҡ, килешеп торған һомғол кәүҙәһендә тыйнаҡ мосолман күлдәге. Әммә беҙгә бер күҙ һалыу менән һөйһөнмәгәнен самаланым. Ҡарашы танау өҫтөнән юл ярған ине, артабан да өҫтәл артында тик аҫтан, һөҙөп кенә ҡарап ултырҙы. Ҡалайтаһың, Хоҙай биргән төҫ-баш, аяҡтары кәкерерәк булһа ла атлап йөрөргә бара, булмағанды теләнселәп йөрөй торған ғәҙәтем юҡ.

Аш табынын йыйыштырып ҡуйҙы буласаҡ ҡоҙағый. Быны күреп, һоноғораҡ булмаһа ярай ине буласаҡ килен, тигән уйға килдем. Ҡыҫҡаһы, бер-беребеҙҙе аҫтыртын һынайбыҙ, минең сабырлыҡ етте, әммә йәш баланың сабырлығы төкәнде, теле асылды.

- Мин ҡәйнә менән бергә йәшәргә йыйынмайым. Һеҙҙең туғандарығыҙ менән дә ҡатнашып йәшәмәҫмен. Беҙгә килеп йөрөмәһендәр, мин кеше менән аралашырға бөтөнләй яратмайым. Әле төҙөгән өйөгөҙҙә йәшәргә ризамын, тик һеҙһеҙ. Ауылдан күсеп килмәгеҙ, мал көтөп унда ҡалырһығыҙ. Әгәр күсеп килһәгеҙ, ошо өйөгөҙгә торошло икенсе ҡалала өй төҙөп бирәһегеҙ. Беҙгә берегеҙ ҙә килеп йөрөмәйәсәк. Ялдарҙа ҡунаҡҡа, мунса төшөргә барырмын, яғып, бөтөрөп ҡуйһағыҙ. Мин сабынырға яратам, миндек булһын!

Мин шаңҡып ҡалдым, шулай ҙа үҙ фекеремде белдерергә теләп һүҙ башланым, аҙаҡтан һуң буласағын тойомлай инем.

- Мин үҙемдең ҡәйнәмде көттөм, ҡәйнә алырға йыйынмайым әлегә...

- Барыһы ла мин әйткәнсә буласаҡ... – тип килен балаҡай өҫтәл өҫтөндә һауаны ярып ҡулын һелтәне.

- Беҙ берҙән-бер ҡыҙыбыҙҙың һәр теләген тормошҡа ашырҙыҡ, барыһы ла ул теләгәнсә булды, ҡаршылашмайыҡ иркә, наҙлы балаға, - тип ҡоҙағый ҙа һүҙгә ҡушылды.

Ҡоҙағыйҙы ла аңларға була, ғәзиз балаһы уға ла ҡәҙерле. Әммә мине лә аңлаһаларсы, киленгә ҡәйнә булһам да, улыма бит мин дә әсәмен. Килен алам, тип барлыҡ туғандарымдан, ҡыҙҙарым-кейәүҙәремдән, ейәнсәрҙәремдән ваз кисергә тейеш буламмы? Нисә йылдар ипотека ҡоллоғонда йәшәп, хәҙер килеп баш ҡалҡытам  тигәндә, төҙөгән йортомдо уға тотторорға тейеш булып сығамы? Тағы ла ошо өйөмә торошло өй төҙөргә минең хәлем, ғүмерем етерме? Улыма ҡарайым, ҡарашын ситкә бора, тимәк ул да ниндәйҙер ҡарарға килә алмай. Бизмәндең бер яғында улым, туғандарым, ҡыҙҙарым-кейәүҙәрем, ейәнсәрҙәр, икенсе яғында буласаҡ килен. Нисек яңылышмаҫҡа был осраҡта, ҡайһыныһын һайларға?

Башымда төрлө уйҙар ҡайнай, сикә тамырҙарым һуға... Әгәр кире һуғып тороп ҡайтып китһәк, улым ғүмере буйы мине ғәйепләйәсәк. Килен бала улымдан алты йәшкә өлкән, уйлап эш итә. Балам ихлас яратыуы менән алдыра, күҙҙәрендә һөйөү осҡоно балҡый, табыныр дәрәжәлә буласаҡ кәләшенә тартыла. Бәлки, йәшәй-йәшәй уның үҙ кешеһе түгеллеген аңлар?

Атаһының мәғәнәле ҡарашы миңә һирпелде. Ҡырҡ йылдан ашыу бергә ғүмер иткәнлектән тын алышынан, уның ниҙәр кисергәнен аңлайым. Уға ла оҡшаманы килендең был һүҙҙәре. Миңә дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә ҡалды.  Никах уҡытырға риза булдым. Әгәр мин ҡаршы булып, никахтары боҙолһа, улым мине ғүмере буйы ғәйепләйәсәк. Беләм, балаҡайым уны ихлас һөйөү менән ярата, йәш кешене наҙ, һөйөү һүҙҙәре менән дә арбағандыр. Уға бары егерме өс кенә, дәрте, дарманы артығы менән. Миңә лә улым ҡараулы, йәшәргә урындары бар, тип кенә шөкөр итергә ҡала. Бәлки, ейәндәр менән ҡыуандырырҙар?  Әммә килендең күңелендә беҙгә урын юҡ һәм булмаясаҡ та. Быға тәүге танышыуҙан уҡ ныҡлы инандым. Баламдың балаһын һөйөргә насип булһын ине, тип теләйһе генә ҡала, тағы ла улыма сабырлыҡ, түҙемлек, тағы ла ныҡлыҡ, ныҡлыҡ, ныҡлыҡ... Киләсәктә балаҡайыма килен булып йәшәргә яҙмаһын ине? Юлда күҙ йәштәренә төйөлөп, ошо уйҙар башымда ҡайнаны. Алдағы аҙнаға тәғәйенләнгән никах көнөнә әҙерлеккә көс бир инде Аллаһым.

Бер аҙна ваҡыт оҙаҡ тойолһа ла билгеләнгән көн тиҙ етте. Улым менән асыҡтан-асыҡ, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшергә лә форсат булманы. Телефон аша ғына аралашып, уны асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә саҡырҙым.

- Балам, өр-яңы машинаһына ҡыҙыҡтыңмы, фатирына әүрәнеңме, артабан ҡайҙа, нисек йәшәргә уйлайһың? Һинең үҙеңдең өйөң бар, тотонолған булһа ла үҙең һатып алған машинаң бар. Йәшең үтеп бармай, әллә никах менән ҡабаланмай тораһыңмы? Килен алалар, кейәүгә сығалар, әммә кейәү ҡыҙ йортона барып йәшәмәй. Аҙаҡтан үкенерлек булмаһын...

- Әсәй ул мине ярата, мин дә унан яҡшыраҡ ҡыҙҙы осратҡаным булманы, кемдер хыянат итте, берәүһе тәмәкене һайланы, икенселәр еңелерәк холоҡло. Беләм, ризалығыңды бирмәҫһең, әммә фатихаңды биререңә өмөтләнәм. Ул киләсәктә миңә хыянат итмәйәсәк, быныһын яҡшы беләм. Беҙ никахҡа әҙер, әсәй. Һеҙ ҙә булырһығыҙ, моғайын?

Нимә әйтергә һуң башҡаса, баламдың бәхете өсөн кәмһенергә лә ризамын, әлбиттә фатихамды бирәм. Барҙыҡ мәсеткә. Бүләктәремде теүәлләп алдым. Мәсет ихатаһында торабыҙ, беҙҙең менән баш ҡағып һаулыҡ һорашыусы ла юҡ. Имам хәҙрәт төрлө һорауҙарын бирә, кемдең ҡайҙан килеүе, ҡайҙа эшләүе менән ҡыҙыҡһына. Килендең яуабы барыһын да шаҡ ҡатырҙы.

- Мин поликлиникала врач булып эшләйем, 5... кабинетта ултырам. Һеҙҙе һәр саҡ ҡабул итергә әҙермен, тик бында ултырғандарҙы түгел, - тип беҙ ултырған тәңгәлгә эйәк ҡаҡты.

- Эй Аллаһым, был баланың көнөнә ҡалдырып мәсхәрәләмәһәң ине Раббым, ошо изге урында бары шуны ғына һорайым...

Башым әйләнеп, мейегә ҡан югерә, атаһының да хәле шәптән түгелдер, аҡ йөҙөнә тимгел-тимгел юлаҡтар югергән. Ярай алдан хәстәрләп дарыуҙарын эсергәйнем, ҡолап ҡуймаҫ тимә.

Улымды ниәтенән кире һүрергә теләгәнемде ишеткәнгә күрә, улар миңә асыулы ине. Улым һатып алған сәскәләр бәйләмен киленгә бүләк итмәнем, ҡотлап матур һүҙҙәр әйтмәнем. Һәр саҡ һыртын ҡуйып, миңә йәмерәйеп ҡараған кешегә яһалма ҡотлау һүҙҙәрен теҙгем килмәне, күңелемдәге ысын хистәремде сығарырға теләмәнем.

Никах ҡағыҙы тапшырғандан һуң беҙҙең яҡҡа әйләнеп ҡарарға ла теләмәгән ҡоҙалар яңы өйләнешкән парҙар менән фотоға төшә башланы. Беҙ ҙә яҡынайҙыҡ. Ләкин килен йөҙөн сәскәһе менән ҡаплап, беҙҙең менән фотоға төшөргә теләмәне. Үҙҙәренең туғандары менән алсаҡ йылмайып торһа ла, беҙҙең менән юҡ. Мин никахтан шок хәлендә сыҡтым. Асыу ҡайнай башланы, етте, булыры булды, теләгәненә ирештеләр, хәҙер таралырға ваҡыт. Дөрөҫөрәге, туғандарыбыҙ менән өйөбөҙгә ҡайтырға йыйындыҡ.

Мәсет ихатаһында төп ҡоҙа ғына килеп үҙҙәренә саҡырҙы. Ҡоҙағый өндәшмәй генә машиналарына, дәрәжәһен белеп кенә, инеп ултырҙы. Баламды көсөргәнешле хәлдә ҡалдырмаҫ өсөн генә барҙыҡ. Рәхмәт ҡоҙа-ҡоҙағыйға, матур табын әҙерләгәндәр. Бүләктәр, ҡотлауҙар... Бында ла кемдең өҫтөнлөгө яҡшы күренә. Килен кеше үҙ туғандарының ҡотлауын йылмайып, алсаҡ ҡабул итә, ә беҙҙекеләрҙекенә яуапһыҙ ҡала, йә ситкә ҡарап һөмһөрө ҡойола.  

Миңә телмәр биреүсе лә булманы. Ҡоҙағый ауыҙымды яптырып ҡуйҙы: һиңә һүҙ бирелмәне! Юғиһә, бындағы туғандарым хаҡында, атай-әсәйҙәрен, ҡайны-ҡәйнәләрен үлгәнсе ҡәҙерләп, бергә йәшәүҙәре хаҡында әйтмәксе инем.

Бейенем мин аштан һуң, ярһып-ярһып бейенем. Был бейеүҙә үҙемдең нимә әйтергә теләгәнемде: күңелем әрнеүен, уларҙың никахына риза түгеллегемде, әммә кәмһетелеүҙәргә түҙеп, ошонда килеп ултырыуыма йәнем көйгәнен күрһәтергә теләнем. Тәкәбберлеккә, мин-минлеккә ҡаршы көрәштә еңелгәнемде аңлап, хистәремде аңлы рәүештә тыпырлатып ергә һалып тапаным, тапап-тапап күмдем. Бер Аллаһымдан һаулыҡ һорап, үҙенең ярҙамынан ташламауын үтенеп, ҡулдарымды күктәргә һоноп ялбарып өйөрөлдөм. Иламаным, түбәнһенмәнем, ярамһаҡланманым,  Илаһымдан улыма бәхет һораным.

Хушлашып ҡайтып киттек. Һуңынан еңгәйҙәр ҡыҙ ҡушыу йолаһын үтәгән. Юлда ҡайтҡанда ғына күҙ йәштәремә ирек бирҙем, бер туҡтауһыҙ аҡты ла, аҡты. Шатлыҡ йәштәре лә түгел ине шул улар. Ҡайғырмайым да, әммә туҡтай ғына алмайым, күҙ йәштәрем ирекһеҙҙән түгелде генә. Ошоғаса тыныс күренгән бабай ҙа аулаҡта ҡалғас үҙ һүҙен әйтте:

- Балалы ҡатын булһа ла алһын ине, урыҫ булһа ла риза булыр инем, тик быны түгел, бигерәк тәкәббер, эгоист бала. Ауыр булыр инде улыма. Әммә үҙе һайлаған юлы, килешеп йәшәрҙәрме артабан? Бик күркәм, зауыҡлы йортта йәшәүе, уның юғары белеме булыуы аҡыллы, тәүфиҡле булыуын аңлатмай икән. Ни бирер артабан Хоҙайым?

Эшкә, вахтаға юлланыр алдынан улым ауылға ҡайтып әйләнде. Мин эштә булғанлыҡтан, ул сығып китер алдынан ғына ҡайтып өлгөрҙөм.

- Әсәй, киленең һиңә күстәнәс һалғайны, шунда ҡалдырҙым, ярай хуш- һау булығыҙ.

Улым артынан ҡул болғап ҡына өлгөрҙөм. Ул күҙҙән юғалғансы ҡарап тороп ҡалдым. Тура һарайға инеп малдарҙы ҡарағас, өйгә инеп, килендең ебәргән пакетын астым. Унда күстәнәс урынына үҙемдең никахта биргән бүләктәрем ята ине. Кеймәһен дә ине, ташлаһа ла күрмәҫ инем. Әммә уның мыҫҡыл итеп, бүләктәремде кире ебәреүе хурлыҡтың хурлығы! Түҙермен, бала хаҡына быныһын да үткәрермен...

Алда буласаҡ туй көнөн, ЗАГС-ҡа яҙылышыу тантанаһын улым  көтә, ә минең күңелемдә һағыш. Ниндәйҙер буласаҡ ҡурҡыныс ваҡиғаны һиҙемләйем. Беләм, был ғүмер буйы көткән өмөтөмдөң өҙөлөүе, маҡсатымдың юғалыуы. Алдағы ышанысһыҙ ҡартлыҡтан, билгеһеҙ көндәрҙән ҡурҡам...

Гөлдәр Кәлимуллина.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: