1
Күңел донъяһын шаҡарып асмағыҙ
Ҡыҙ: “Һин ыштан кейеп, егет булып яңылышып йөрөйһөң бит”,-тине тыныс тауыш менән. Эскәмйә янына өймәкләшкән ир-егеттәр хәҙер ниҙер буласағын тойоп, шым ҡалды. Егет: “Хәлимә, һин бар лутсы ҡайтып сәңгелдәк әтмәллә. Һарай һала белгәс, уныһын ғына эшләй алаһыңдыр”,-тине мыҫҡыллы йылмайып. Янындағылар шарҡылдап көлөргә тотондо. Хәлимә: “Мин, ярай, кәртә-ҡурамды үҙем йүнәтәм, үҙем һалам, ә һинеке емерелеп бөтөп бара бит”,-тине. Барыһы ла шымып ҡалды. Батыр булып ҡыланған егет тә бөршәйгәндәй...
11
Икеһендә лә ғәйеп бар бит
Ирҙәребеҙ яҡын булһа ла, беҙ яҡыная алманыҡ. Сөнки уның бисәһе һәпрә, үҙен ҡарамай, бер туҡтауһыҙ эш күп булыуына зарлана, ҡалаға күсергә хыяллана. Ә беҙ ирем менән ысынлап та бар эште бергә эшләйбеҙ. Мин дә бит ирҙәр эше тип тормайым, көрәк-һәнәген дә, сүкеш-балтаһын да тотам. Тик уны бер кем күрмәй, ә ирем миңә тәҙрә йыуышып, нимәнелер аҡларға ярҙам итеп, эре керҙәрҙе элһә – барыһы ла күрә
12
Бибиәсмәм
Ә иртәгәһенә Бибиәсмәне эйәртеп Тәкәһуҡҡанға апарҙы Яңылбикә еңгәй. Муйыл тирергә инде. Ҡайһы ергә барғандарын Хөснөтдингә лә аңғартҡан. Шул муйыл тиргән ерҙә Бибиәсмәне ҡалдырған да тайған еңгә тейешле кешеһе. Суҡ муйыллы ботаҡтарҙы өҙөп алып, ергә өйөп ҡуйған ине тирергә, тип Бибиәсмә. Шул муйылдарҙы иҙә баҫып килеп сыҡты, ти, Хөснөтдин, шул ерҙә ҡыҙға йәбешкән дә ҡуйған. Шулай итеп Хөснөтдин кәләшле булып, Яңылбикә еңгәһе кизе шәл бөркәнеп йөрөнө. Ә Һиҙиәтулла һөйгән йәрһеҙ торҙо ла ҡалды....
18
Килен
- Йә, Хоҙай! – тип тауыш сығармай, эстән генә уфтанды килен, ул килен булып төшкәне бирле нисәнсегә айырым йоҡлаталар инде. Әллә баланы күп табып ҡуймаһын, тиҙәрме икән. Әллә мыҫҡыл итеүҙәре шулмы? Күҙ йәштәрен эскә йотоп, ҡатын иренә урынды айырым йәйҙе. Их, ир ныҡлығы булып айырым йоҡлап ятмаһын ине ул, юҡ шул. Әйтһәң бер генә яуабы бар: – Сабыр ит инде, йәнкиҫәк.