Ишбирҙе ауылы үҙенең эшһөйәр, тырыш, дәртле ғаиләләре менән матур. Зөлфиә һәм Йәлил Маликовтар - тап шундайҙарҙан. Күркәм ғаилә менән яҡындан танышыу маҡсатында улар йортона юл тотҡанда, ихатаға инеү менән булған бөхтәлек, тәртип бында эшһөйәр кешеләр йәшәүен әйтеп тора ине.
Аҡморон ауылы һылыуы Зөлфиә Фәрит ҡыҙы менән Йәлил Йыһанур улы 2011 йылда ғаилә ҡора.
«2001 йылда Ишбирҙе ауылына бер туған Гөлнара апайымдың шәхси магазинына һатыусы булып эшкә килдем. Яйлап ауыл халҡын танып, белә башланым. Йәлил менән оҙаҡ йылдар аралашып, дуҫтарса мөнәсәбәттә булдыҡ. Дуҫлығыбыҙ яйлап мөхәббәткә әүерелде һәм 2011 йылда ғаилә ҡорҙоҡ», - тине Зөлфиә Фәрит ҡыҙы ул матур йылдарға байҡау яһап.
Маликовтар өс ул һәм ике ҡыҙға ғүмер бүләк иткән. Тимерйән, Фәиз, Фәтих - мәктәп уҡыусылары. Кескәй Әмилә менән Әҙилә - балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре. Ғаилә башлығы ошо уҡ ауылдағы шәхси эшҡыуарҙа водитель булһа, Зөлфиә Фәрит ҡыҙы - хужабикә, өй ҡотон һаҡлаусы. Иренең - эштән, балаларының мәктәп һәм баҡсанан ҡайтыуын тәмле аштар бешереп көтөп алыусы уңған хужабикә.
«Һеҙҙеңсә нимә ул ғаилә?» -тип һораным атай-әсәйҙән. «Ғаилә ул - ҡәлғә. Ә балаларыбыҙ - иң ҙур байлығыбыҙ. Ҡыҙҙарыбыҙ һәм улдарыбыҙҙы матур итеп үҫтереп, уҡытып, үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫтырыу - беҙҙең изге маҡсатыбыҙ», - тип яуапланы улар.
«Зөлфиә менән Йәмил - ауылыбыҙҙың матур, йәш ғаиләләренең береһе. Икеһе лә бөтмөр, эшсән», - тине улар тураһында ауылдаштары ла.
Эйе, гөрләтеп йәшәй Маликовтар. Дүрт һыйыр, башмаҡ, дүрт үгеҙ көтә улар. «Ауыл ерендә йәшәгәс, мал көтмәйенсә булмай. Һыйыр ағын эш итеп, унан төрлө ризыҡтар әҙерләйем. Ә үгеҙҙәрҙе мал йыйыусыларға бәләкәй саҡта тапшырмайбыҙ. Уларҙы беҙ матур итеп ашатып, 3-4 йәштәренә тиклем ҙурайтҡас, итләй һатабыҙ. Бик һәйбәт кенә килем төшә», - тигән сере менән уртаҡлашты Зөлфиә Фәрит ҡыҙы. Уңған ғаилә йыл һайын ҡош-ҡортто ла күпләп аҫрай. Быйыл улар 45 тирәһе ҡаҙ, 40-ҡа яҡын бройлер алған.
Ауыл киләсәге - йәштәр ҡулында. Матур балалар тәрбиәләгән, күпләп мал аҫраған, тыуған ергә берегеп, дәртләнеп донъя көткән Маликовтар ғаиләһенә киләсәктә лә бәхетле, бәрәкәтле мул тормош, балалар ҡыуанысы, именлек теләйбеҙ.