Новости
23 Августа , 15:06

Яҡты киләсәк насип булһын

Тағы бер матур пар яралды

Яҡты киләсәк насип булһынЯҡты киләсәк насип булһын
Яҡты киләсәк насип булһын

Башҡорт ауылдарында йолаларҙың һаманда йәшәп килеүе ҡыуаныслы хәл. Халҡыбыҙҙың йолалары беҙҙең байлығыбыҙ, беҙҙе йолалар үткәндәр менән бәйләй һәм үҙебеҙҙең халҡыбыҙҙың йолаларын йәш быуынға тапшырыу беҙҙең алда торған ҙур бурыстарҙың береһе булып тора.

Йомаш ауылының абруйлы һәм өлгөлө ғаиләләрҙең береһе Дамир һәм Лилиә Байсыуаковтар ҡыҙҙарын Зиләне кейәүгә бирҙеләр. Кейәү егете Баймаҡ ҡалаһынан Ғәзиз. Беҙ ауылыбыҙҙың активтары менән туй ваҡытында,, Ҡыҙ оҙатыу "йолаһын күрһәттек. Унда уйынлы -ысынлы, татлы һүҙҙәр , теләктәр әйтелде. Беҙҙең тарафтарҙан ,, Фатиха" йыры башҡарылды. Ҡорған ғаиләгеҙ матур , бәхетле , һау -сәләмәт булһын .Тупылдатып бәпестәр үҫтерегеҙ , ҡыуанышып бер берегеҙҙе аңлап матур итеп милләтебеҙ бәрәкәтен арттырып йәшәгеҙ.

Ер йөҙөнөң бөтөн матурлығын

Килә hеҙгә бүләк итәhе,

Донъялағы иң матур hүҙҙәрҙең

Иң йылыhын hеҙгә әйтәhе.

Наҙлар өсөн hеҙҙе елдәр иҫә,

Күрер өсөн hеҙҙе, таң ата.

Атлағыҙ hеҙ һаман икәү бергә,

Бергә булығыҙ, иҫән сағында.

Альбина Аҡбулатова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас