Ғаилә йылы
25 Августа , 10:55

Бергә-бергә, ғүмергә

Матур ғаилә – ил күрке, тип бушҡа ғына әйтмәйҙәр. Тирә-яҡҡа нур сәсеп, ҡотло донъ­яларында ғүмер кисергән ғаиләләргә һоҡланып ҡына ҡалмайбыҙ, уларҙан өлгө лә алабыҙ. 

Матур ғаилә – ил күрке, тип бушҡа ғына әйтмәйҙәр. Тирә-яҡҡа нур сәсеп, ҡотло донъ­яларында ғүмер кисергән ғаиләләргә һоҡланып ҡына ҡалмайбыҙ, уларҙан өлгө лә алабыҙ.
 Сәйғәфәр ауылында күп бала тәрбиләп, ауылының ҡотон, йәмен һаҡлаусы ғаиләләр байтаҡ.
Күп бала тәрбиәләп, тормош юлына баҫтырып, хәҙер инде үҙҙәре лә бәхетле олатай, өләсәй булып, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп ғүмер кисерә улар.
Ауылдаштарының хөрмәтенә лайыҡ Йыһаннур һәм Минсара Раймановтар үҙҙәренең бергә йәшәүҙәренә 62 йыл тулды. Ошо көндәрҙә уларҙың үҙҙәре лә 85 һәм 80 йәшлек юбилейҙарын билдәләне. Ошо матур байрам уңайынан Сәйғәфәр клубында «Бергә-бергә, ғүмергә» тип аталған матур сара үтте. Байрамда Раймановтарҙың биш улы,  бер ҡыҙы үҙ ғаиләләре менән ҡатнашты.  Шулай уҡ туғандары ла күп йыйылды.

Юбилярҙарҙың икеһе лә «Баймаҡ» совхоының алдынғы эшселәре була. Йыһаннур ағай - малсы, Минсара апай һауынсы булып эшләй. 

Бергә-бергә, ғүмергә
Бергә-бергә, ғүмергә
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас