

Ауыл мәҙәниәт йорто алдында сағыу ҙа, йәмле лә байрам — «Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр» исемле сәскәләр байрамы үтте. Был көндө тирә-яҡ гүзәллеккә күмелде, күңелдәр илаһи нур менән тулды. Сараның иң сағыу өлөшө — «Гөлләмәләр конкурсы» булды. Ауылыбыҙҙың уңған, оҫта ҡуллы гүзәл заттары был бәйгелә әүҙем ҡатнашты, һәр береһе үҙенсәлекле һәм зауыҡлы композициялар тыуҙырғайны. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Һеҙҙең наҙлы ҡулдарығыҙ менән тыуҙырылған был гүзәллекте күрергә килгән һәр кем оло кинәнес кисерҙе. Бәйге еңеүселәрен билдәләп үтеү — беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ:
I урын — Фәхирә Таңғатарова
II урын — Әлфирә Сирғәлина
III урын — Шәрифә Сирғәлина
IV урын — Дилара Теләүбаева
V урын — Әминә Үтәбаева
Еңеүселәрҙе ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Артабан да ижади уңыштар, илһам һәм һаулыҡ теләйбеҙ. Бындай матурлыҡҡа битараф ҡалмай, ауыл йәмен арттырыусы барлыҡ ауылдаштарыбыҙға ҙур рәхмәт! Киләсәктә лә тормошобоҙ сәскәләрҙән торһон, күңелдәребеҙҙә тик матурлыҡ йәшәһен! Ошо матур сараға спонсорлыҡ ярҙамы күрһәткән ауыл хакимиәте башлығы Амур Зиннәтулла улына ҙур рәхмәт.
Фәниә Мәжитова, Икенсе Этҡол ауылы китапханасыһы.