

Оҙон ғүмҽрлҽ инәй-олатайҙар - ауылдың ғорурлығы,йәш быуын өсөн ҡаһарманлыҡ һәм сыҙамлылыҡ өлгөһе. Өлкәндәрҽбҽҙҙҽң тормош юлы ҽңҽл гҽнә бирҽлмәгән. Бөйөк Ватан һуғышы килтҽргән ауырлыҡтар, яҡындарын юғалтыу ҡайғыһы, аттай ҽгҽлҽп эш итҽү - былар барыһы ла - 90 йәштәрҽн тултырған ауылдаштарыбыҙ башынан үткән һынауҙар.
Ошо көндәрҙә һоҡланырлыҡ күркәм инәйҙәребеҙ Байыш ауылының ғорурлығы, ауылым - ауылдаштарым тип янып йәшәүсе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф ветераны, 4 китап авторы Кәримова Фәтхиә Сәхиулла ҡыҙы һәм "Иҫтәлек" фольклор ансамбленең тәүге ағзаһы Иблиәминева Фәридә Сөнғәт ҡыҙы -90 йәшлек юбилейҙарын ҡаршы алды.
Бөгөнгө көндә балаларының, килен-кейәүҙәренең генә түгел ейән-ейәнсәрҙәренең, хөрмәтенә төрөнөп, шатлыҡтарына ҡыуанып, гөрләтеп донья көтәләр .
Инәйҙәргә алдағы тормоштарында ныҡлы һаулыҡ, һәр яңы көн бәхет, шатлыҡ ҡына килтерһен, ныҡлы сәләмәтлектә, йортоғоҙға йәм биреп, дуҫтар-туғандар ихтирамында, балаларығыҙҙың игелегендә иҫән-имен, ҡартлыҡтың - йәшлегендә имен-аман йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Гөлсиә Ибраһимова