+16 °С
Ясно


Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда һауа торошоноң үҙгәреүе көтөлә, тип хәбәр итә Башгидрометүҙәк синоптиктары. Бөгөн яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ төньяҡ-көнбайышта йәшенле ямғыр яуа. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы +25, +30° тәшкил итәсәк.
Шаршамбы, 26 августа, төндә урыны менән, көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, ҡайһы бер райондарҙа йәшен йәшнәүе, көндөҙ боҙборсаҡ яуыуы көтөлә. Ел көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +11, +16, көндөҙ +19, +24, көньяҡ-көнсығыш буйынса +25 градус тәшкил итәсәк.