Коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ арта 2026 йылдың 1 октябренән Башҡортостанда, республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтарын индексациялау планлаштырыла, улар уртаса 10,7 процентҡа артасаҡ, рөхсәт ителгән тайпылыш — 2,1%.
Тарифтарҙы күтәреүҙең ҡайһы бер параметрҙары: Һыу менән тәьмин итеү: бер кубометры өсөн 40,51 һумдан 44,81 һумға тиклем (10,6%). Йыуынты һыуҙы ағыҙыу : бер кубометры өсөн 39,94 һумдан 45,03 һумға тиклем (12,7%). Йылылыҡ энергияһы: 1 Гкал өсөн 3265,85 һумдан 3584,10 һумға тиклем (9,7%). Электр энергияһы: кВт-сәғәте өсөн 4,99 һумдан 5,55 һумға тиклем (11,2%). Газ: бер кубометры өсөн 10,6 һумдан 11,67 һумға тиклем (9,6%).
БР Тарифтар буйынса дәүләт комитеты иҫәпләүҙәре буйынса, түләү, тарифҡа ярашлы түләгән осраҡта, 11,1 процентҡа артасаҡ (иҫәпләгестәр буйынса түләгәндә күпкә аҙыраҡ килеп сыға).