Баймаҡ-Сибай юлының шәүләһе тураһында уҡығас, оҙаҡ уйланып йөрөнөм. Ысынында ла шул юлда ниҙер бар бит ул. Мин үҙем водитель булараҡ юлда күп йөрөйөм. Тәжрибә етерлек. Шуға күрә йоҡлап китеп күргәнмен йәки руль артында һаташҡанмын, тип әйтеп булмай.
Бер кис дуҫым шылтырата: “Сибайҙа ҡәйнәм ауырып киткән. Ашығыс барып етергә кәрәк, ә мин эштән һуң “һуғып” өлгөргәйнем. Барып ҡайтайыҡ әле”. Дуҫымды ҡатыны менән ултыртып алып күрше ҡалаға остоҡ. Оло кешене дауаханаға алып барып, кире боролғансы төн төшөп китте. Ҡатыны әсәһе янында тороп ҡалды. Дуҫым менән ҡайтып барабыҙ. Төнгө ике тирәһе. Хәсән ауылын үткәс юлдың ситендә ниндәйҙер аҡ нәмә күренде. Аптырап, текләп ҡараһам ... яланғас ҡыҙ. Яурынына шәл һымаҡ нәмә генә һалған. Теге ҡыҙ ҡулын күтәрҙе. Мин туҡтау ҡайҙа! Эргәһенән елдереп үтеп киттем. Әллә күҙемә күренде инде, тиһәм, дуҫым: “Ысын ҡыҙ булдымы ул?”-тип һораны.
Күпмелер араны үткәйнек, баяғы ҡыҙ яңынан юл ситендә күренде. Ғәжәпләнеүемдең, ҡурҡыуымдың сиге булманы! Тағы ҡул күтәреп юлға сыға башланы. Эргәһенән, төкөмәҫ өсөн, кәйелеп үтеп киттек. Ҡот осто тамам. Тиҙлекте шәбәйтеп, Баймаҡ яғына елдерәм. Бер боролошто үткәс, ҡараһам был ҡыҙ тағы юлда тора. Хәҙер ул машинаның алдына йәһәтләп сыға башланы. Нисек төкөмәй үтеп киткәнмендер - белмәйем. Әммә уның ҡулы пассажир яғынан ишеккә ҡағылып ҡалды. Дуҫыма ҡарайым: теше-тешкә теймәй, ҡалтырай. Баймаҡҡа етеп барғанда көҙгө аша арттағы юлға күҙ һалдым. Ҡараһам, теге ҡыҙ юлдың өҫтөнән генә осоп килә. Хәҙер машинаға бәрелә инде тигәндә, Баймаҡ уттары күренде һәм ҡыҙ юҡҡа сыҡты. Ҡалаға ингәс, юл ситенә туҡтаным. Дуҫым менән икәүләшеп йыш-йыш тын алып, аптырашып ултырҙыҡ. Ҡыҙ ҡағылған пассажир яғындағы ишектә һиҙелер-һиҙелмәҫ тырнаҡ эҙҙәре ҡалған ине.
Ошо хәлдән һуң, әле лә уйланам. Бәлки, юлда фажиғәле һәләк булған йәш ҡыҙҙың йәне тынғы тапмайҙыр? Дин әһелдәре был хаҡта нимә уйлай икән? Бәлки, Баймаҡ-Сибай юлында бар һәләк булғандарға аят-доғалар бағышларға кәрәктер?
Ф.