+11 °С
Болотло
- Талисмандарыбыҙҙың изгелек һәм өмөт символына әйләнеүен, яугирҙәребеҙҙең өйҙә уларҙы яратыуҙарын һәм көтөүҙәрен иҫкә төшөрөүен теләйбеҙ. Командабыҙҙа ҡатнашыусыларҙың ҡулдары һәм йөрәк йылыһы менән әҙерләнгән айыуҙарҡайҙар һәм ҡыҙылтүштәр яҡташтырыбыҙҙың йән һаҡлағысы булһын, – тине Башҡортостан Республикаһында Халыҡ фронтының йәштәр координаторы Рөстәм Сәләхетдинов.
Оҫталыҡ дәрестәренең инициаторы булып ЛИЛИӘ Ғәлимова тора, ул гуманитар йөктәрҙе оҙатып, күп тапҡыр МХО зонаһында була. Ул бер нисә тапҡыр яугирҙәр менән осрашты һәм уларҙың бындай символик сувенирҙарҙы ҡәҙерләүен билдәләп үтте.