+7 °С
Болотло
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров быйыл Хәтер көнөн үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул Башҡортостандың хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Документтан күренеүенсә, быйыл Хәтер һәм хөрмәт көнө 3 майҙа үтәсәк. Указ ҡул ҡуйылған көндән көсөнә инә.
Ҡағиҙә булараҡ, был көндө республика халҡы туғандарының, дуҫтарының зыяраттарына һәм ерләнгән урындарына бара, ҡәберҙәрҙе таҙарта, сүп-сар сығара.