Новости
Торлаҡ кәрәкме?Путин Хәрби дан көнө тураһында законға ҡул ҡуйҙыБеренсе класҡа бараһығыҙмы?Табиптарға социаль түләүҙәр ҡаралғанРәсәйҙә 1 апрелдән хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш башланаЯралы яугирҙең туғандары өҫтәмә отпуск алырға хоҡуҡлыОткрыт прием заявок на форум «Сильные идеи для нового времени»Прошел Всероссийский форум «Люди доброй воли»Предприниматели освоили навыки грантового проектированияНа трекере стартапа в Межвузовском кампусе предприниматели освоили навыки грантоИртәгә +16 градусҡаса йылытаБаймаҡта өмәләр күптән башландыӘминдә балалар өсөн байрам"Счетчикты алмаштырырға кәрәк" Һаҡ булығыҙ - аферистар шулай тип алдайТалпандар һөжүм итәБаймаҡҡа аҡҡоштар ҡайттыПутин дал старт спуску на воду атомного подводного крейсера «Пермь»Иҫке Сибай ағинәйҙәре боронғо йоланы үтәнеПутин поддержал мирное урегулирование на Украине «не за наш счет»Башҡортостанда Хәтер көнө билдәле булды
Бөтә яңылыҡтар
10
Новости
28 Март , 11:10

Халыҡтың хәүефһеҙлеге өсөн

Май байрамдары осоронда ведомство-ара үҙ-ара эш итеү тәртибен, шулай уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары, оператив һәм авария хеҙмәттәре эшенең төп йүнәлештәрен билдәләне.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 27 мартта республиканың террорға ҡаршы комиссияһы һәм оператив штаб ултырышын үткәрҙе. Ҡатнашыусылар май байрамдарында йәмәғәт именлеген тәьмин итеү мәсьәләләрен тикшерҙе. Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, май айында ойошторолған байрамдарға, айырыуса Еңеүҙең 80 йыллығына арналған сараларға, атап әйткәндә, Өфөлә тантаналы парадҡа халыҡтың күпләп килеүе көтөлә.

«Беҙ халыҡ күп йөрөгән урындарҙа хәлде тулыһынса контролдә тоторға тейешбеҙ», — тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Йәмәғәт тәртибен һәм граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн идара итеү ҡарарҙары әҙерләнгән, шулай уҡ оператив штаб булдырылған. Был хаҡта республика буйынса эске эштәр министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Артур Сәйфуллин хәбәр итте.

Ведомство вәкилдәре транспорт инфраструктураһы объекттарын террорҙан һаҡлауҙы көсәйтеү сараларын ҡараны, май байрамдары осоронда ведомство-ара үҙ-ара эш итеү тәртибен, шулай уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары, оператив һәм авария хеҙмәттәре эшенең төп йүнәлештәрен билдәләне.

Башҡортостан Башлығы республикала йәмәғәт тәртибен тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: