0 °С
Болотло
Башҡортостанда йыл һайын дүрт мең гектарҙан ашыу ер талпандан эшкәртелә, әммә был ғына етмәй, тип хәбәр итте Роспотребнадзорҙың төбәк етәксеһе Анна Казак. Уның һүҙҙәренсә, күҙәтеү ведомствоһы әле эшкәртеү майҙандарын арттырыу өсөн муниципалитет етәкселәре менән һөйләшеүҙәр алып бара. Роспотребнадзор мәғлүмәттәре буйынса, 2024 йыл йомғаҡтары буйынса республиканың туғыҙ муниципалитетында талпан энцефалиты менән сирләү осраҡтары теркәлгән. Белорет, Бөрйән, Дыуан, Йылайыр, Иглин, Ҡыйғы, Учалы, Өфө райондарында һәм Өфөлә был ауырыу иң күбе теркәлгән.