Бөтә яңылыҡтар
10
Новости
29 Март , 13:30

Иҫке Сибай ағинәйҙәре боронғо йоланы үтәне

Ағинәйебеҙ Мөслимә Илтинина Ғөмрә хажына барып ҡайтты .Ҡайтҡас , баш итенә аятҡа саҡырҙы. Һәр беребеҙгә зәм - зәм һыуы эсерҙе , тәсбих бүләк итте  Баш итен өлөштәргә бүлеп таратҡанда , борондан ҡалған йола урын еренә еткереп атҡарылды : хужабикә телен , ҡолағын , һ б өлөштәрен таратҡанда әйтелә торған теләктәрҙе әйтте .

Иҫке Сибай ағинәйҙәре боронғо йоланы үтәне
Иҫке Сибай ағинәйҙәре боронғо йоланы үтәне

Иҫке Сибай ауылы ,, Ағинәй " йәмәғәт ойошмаһының төп йүнәлештәренең береһе — онотола барған йолаларҙы тергеҙеү һәм таратыу . Халҡыбыҙҙың боронғо йолаларының береһе ,, БАШ ИТЕН АШАТЫУ " йолаһы . Төрлө сығанаҡтарҙан был йола тураһында ентекләп өйрәндек .Баш итенә яҙғыһын күршеләрҙе , туғандарҙы саҡырып , аят уҡығандар .

Ағинәйебеҙ Мөслимә Илтинина Ғөмрә хажына барып ҡайтты .Ҡайтҡас , баш итенә аятҡа саҡырҙы. Һәр беребеҙгә зәм - зәм һыуы эсерҙе , тәсбих бүләк итте . Баш итен өлөштәргә бүлеп таратҡанда , борондан ҡалған йола урын еренә еткереп атҡарылды : хужабикә телен , ҡолағын , һ б өлөштәрен таратҡанда әйтелә торған теләктәрҙе әйтте . Ә ҡунаҡтар ил - йортобоҙ имен торһон , тыныслыҡ булһын , өй хужаларының малы ишле булһын , һаулыҡ - именлек теләп доға ҡылды . Мул табын артында һыйланып , ырымдар , мөнәжәттәр әйтешеп , аралаштыҡ . Баш ите йолаһы үҙенсәлектәре тураһында балалар баҡсаһына , ауыл мәктәбенә лә барып , балаларҙы таныштырырасаҡбыҙ .

Илүзә Йосопова , ойошма етәксеһе

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: