Бөтә яңылыҡтар
10
Новости
26 Март , 20:15

Ярат мәҙәниәт йорто иң яҡшыһы!

Юлиә Мырҙабулатова етәкләгән учреждение аҡсалата премияға лайыҡ булды

Ярат мәҙәниәт йорто иң яҡшыһы!
Ярат мәҙәниәт йорто иң яҡшыһы!

2013 йылдан ауыл биләмәләрендә урынлашҡан иң яҡшы муниципаль мәҙәниәт учреждениелары һәм уларҙың хеҙмәткәрҙәре өсөн аҡсалата дәртләндереү алыуға конкурс үткәрелә. Башта был Президент Указы менән ҡаралды, ә 2021 йылдан Мәҙәниәт милли проекты сиктәрендә үткәрелә.  Ошо йылдар эсендә Баймаҡ районында 17 ауыл мәҙәниәт учреждениеһы һәм 6 мәҙәниәт хеҙмәткәре бүләкләнде.

Талантлы ойоштороусы Юлиә Юлай ҡыҙы Мырҙабулатова етәкләгән Ярат ауыл мәҙәниәт йорто 2025 йылда иң яҡшы ауыл мәҙәниәт учреждениеһы исеменә конкурс еңеүсеһе булды. Ауыл мәҙәниәт йорто ҡаҙаныштары өсөн 114 000 һум күләмендә аҡсалата дәртләндереү менән бүләкләнә, ул матди-техник базаны нығытыуға йүнәлтеләсәк.

Ҡотлайбыҙ! Яңы ижади идеялар, яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыуығыҙҙы теләйбеҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: