Һуңғы йылдарҙа һауа температураһы һиҙелерлек күтәрелә бара. Яҙ ҙа иртәрәк килә, ҡыш та йылыраҡ була.
Быйыл яҙ март айында уҡ үҙ көсөнә инде. Ҡойма ямғырҙар, ваҡытынан алда булған йылы температура эҙһеҙ үтмәй.
Архангел районының Аҙау ауылында ла, ауыл халҡы әйткәнсә, «60 йыл бындай ташҡын булғаны юҡ».
Өфө ҡалаһында Дуҫлыҡ монументы янында ла боҙ тығыны хасил булды.
Был һәм ошоға оҡшаш проблемаларҙы күтәрҙеләр ҙә инде брифингта.
Шулай уҡ һыуһаҡлағыстар урынлашҡан райондар ҙа күҙ уңынан сығарылманы. Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов белдереүенсә, аварияға ҡаршы эштәр 11 марттан алып барыла. Был Баймаҡ районына ла ҡағыла.
Брифинг барышында тура эфирҙа республика халҡының һорауҙарына ла яуап бирҙеләр.
Күперҙәргә килгәндә, әлегә Шишмә районындағы күпер айырыуса контролдә тотола.