+7 °С
Болотло
Ғүмер атын йылдар ҡыуа килә,
Тормош бара, йылдар йүгерә.
Ғүмерҙәрҙең бик тиҙ үтеүҙәре,
Тынғы бирмәй ҡайсаҡ күңелгә.
ҠУШЫМТА:
Ғүмер үтә йылдар менән бергә,
Аһ-зарыңа һинең ҡарамай.
Йөрәк кенә һаман ярһып тибә,
Күңел генә бер ни аңламай.
Һағыш утҡа шатлыҡ һыуҙар һибә,
Ҡара төндә таңдар уята.
Бала саҡта йәшлек менән бергә,
Ҡалып бара менән йыраҡта.
ҠУШЫМТА.
Ғүмер атын йылдар ҡыуа килә,
Йәшәү рәхәт белһәң ҡәҙерен.
Һаулыҡ менән ҙурҙан бүләкләрен,
Өмөт өҫтәп тыуһын һәр көнөң.