Бөтә яңылыҡтар
10
Новости
23 Март , 14:45

Өс миллион һум йыйып барған аҡсаһын юғалта

Аферистар табипҡа аҡсаһын йәнәһе лә хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә күндерә...

Өфөлә 68 йәшлек табип, мутлашыусыларға ышанып, ҙур суммаһын юғалтҡан. Ҡатынға йәнәһе ләғ компания менеджерынан домофон асҡыстарын алмаштырыу буйынса шылтыратыу килә. Әңгәмәсе уның өйөндә ҡоролмалар алмаштырылыуы тураһында хәбәр итә һәм килгән смс-кодты сиратҡа яҙыу өсөн хәбәр итергә күндерә. Табип күрһәтмәләргә ҡолаҡ һала, әммә трубканың теге осонда сит тауыштар ишетә, мутлашыусы менән аралашыуын аңлай һәм һөйләшеүҙе туҡтата. Һуңынан ҡатын енәйәтселәрҙең шылтыратыуы тураһында хәбәр итергә була. Әммә полицияға  бармай, ә интернет аша номерҙы табып, йәнәһе, «мошенниктарҙан хәүефһеҙлек хеҙмәте»нең ҡыҙыу линияһына шылтырата. Уның белдереүен «ашығыс» тип теркәйҙәр. Бер аҙҙан уға аҡсаһын хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә ҡушалар. Табип өс миллион һумдан ашыу аҡсаһын күсерә. Тик ул күсергән иҫәп аферистарҙыҡы булып сыға. 

Һаҡ булығыҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: