Бөтә яңылыҡтар
10
Әҙәби бит
30 Март , 12:00

Ҡарағат ҡара була...

Көҙ еттеме, төрлө төҫтәге сағыу япраҡтарҙы, эй, йыйырға яратыр ине Гөлсәсәк. Береһенән-береһе матур бит улар, бигерәк тә саған, имән, тирәк, уҫаҡ япраҡтары. Алып ҡайтҡас, үтек менән киптереп, китап биттәре араһына һалыр ине. Ҡыш улар бик ярап ҡуя. Тәүҙә улы менән ҡыҙына төрлө-төрлө гербарийҙар, картиналар эшләһәләр, һуңынан ейәндәре өсөн йыйҙы. Йыя торғайны... Бына инде икенсе йыл рәттән көҙҙө өйөндә генә ҡаршылай шул Гөлсәсәк. Хәленән килһә, йүгереп кенә яҡындағы урманды әйләнеп килер ине лә... Их, йәшәргә ине тағы бер аҙ ғына... Гөлсәсәк көсәнеп кенә тороп ултырырға маташты. Юҡ шул, булмай. Ошо ятып китеүе лә оҙаҡҡалыр шул, бәлки, бөтөнләйгәлер... Үҙенең яҙмыш һынауҙары алдында көсһөҙлөгөнән, уларҙы үҙгәртер өсөн бер ниндәй ҙә сара юҡлығын аңлаған ҡатын төшөнкөлөккә бирелде...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Сәлиә Ғатауллина

Ҡарағат ҡара була...

“Һөйгәнеңде яттар алһа, Йөрәккә яра була...” (Йыр)

“Бына көҙ ҙә етте. Алтын көҙ. Һары һағыштарға һалыр, үҙәктәрҙе өҙөп һағындырыр, һарғайтыр көҙ...” Карауатында ятҡан Гөлсәсәк үҙ алдына ошо һүҙҙәрҙе ҡабатланы. Ҡасандыр, кемдәндер ишеткән һүҙҙәр ҡапыл мейеһен телеп үткәндәй булды: “Яман ауырыуҙан көҙөн китәләр икән...” Эй, Алла, һары көҙҙә генә торһа икән эш...

Көҙгө елдәр өҙлөкһөҙ тартҡылағанға ботаҡтарынан ысҡынған япраҡтар ҡайһы саҡ асыҡ форточканан бүлмәгә осоп инә. Бына береһе Гөлсәсәктең күкрәгенә килеп төштө. Эс бошорғос уйҙарға сумып ятҡан ҡатын ҡыуанысынан япраҡты усына алып, наҙлап һыйпап ҡуйҙы. Ҡайын япрағы икән.

Көҙ еттеме, төрлө төҫтәге сағыу япраҡтарҙы, эй, йыйырға яратыр ине Гөлсәсәк. Береһенән-береһе матур бит улар, бигерәк тә саған, имән, тирәк, уҫаҡ япраҡтары. Алып ҡайтҡас, үтек менән киптереп, китап биттәре араһына һалыр ине. Ҡыш улар бик ярап ҡуя. Тәүҙә улы менән ҡыҙына төрлө-төрлө гербарийҙар, картиналар эшләһәләр, һуңынан ейәндәре өсөн йыйҙы. Йыя торғайны...

Бына инде икенсе йыл рәттән көҙҙө өйөндә генә ҡаршылай шул Гөлсәсәк. Хәленән килһә, йүгереп кенә яҡындағы урманды әйләнеп килер ине лә... Их, йәшәргә ине тағы бер аҙ ғына... Гөлсәсәк көсәнеп кенә тороп ултырырға маташты. Юҡ шул, булмай. Ошо ятып китеүе лә оҙаҡҡалыр шул, бәлки, бөтөнләйгәлер... Үҙенең яҙмыш һынауҙары алдында көсһөҙлөгөнән, уларҙы үҙгәртер өсөн бер ниндәй ҙә сара юҡлығын аңлаған ҡатын төшөнкөлөккә бирелде.

Өй эсе тып-тын. Улы, ҡыҙы эштә, ейәндәре мәктәптә. Янына йәлләткес кенә мыяулап бесәйе килеп ятты. Һыуһағандыр инде. Крандан сөбөрҙәп ағып торған һыуҙы эсергә өйрәнгән бесәй, кемдер йыуыныу бүлмәһендәге кранды асып биреүен көтә лә йөрөй. Юғиһә, һауытына һыу тултырып китәләр ҙә бит. Юҡ шул, бесәйҙең үҙ законы. “Түҙ, инде, түҙ, Мусик. Тиҙҙән ҡайтып етерҙәр!” – Гөлсәсәк бесәйҙең арҡаһынан һөйөп ҡуйҙы. Ярай ҙа оҙон-оҙаҡҡа һуҙылған көндәрҙе ҡыҫҡартырға ошо бесәй бар. Хужабикәһенең хәлен аңлағандай үҙе. Әллә ни ҡаңғыртмаҫҡа тырыша.

Аяҡтары тартышып, үлтереп һыҙларға тотондо. Эй, Алла, онотолоп дарыуҙарын эсмәгән икән дә! Тиҙерәк ҡабыр кәрәк, тағы түҙер хәле ҡалмай, ызғырыр инде. Гөлсәсәк янында ғына ятҡан дарыу төймәләрен бер-бер артлы йота һалды ла, күҙҙәрен йомдо. Бәлки, әҙ-мәҙ серем итеп булыр. Төндә һыҙланып, бөтөнләй йоҡламаған ине...

Ҡайҙалыр музыка тауышы ишетелә. Әһә, күршеләрҙән икән. Күптән түгел яңы күршеләр күсеп килде, тигәйне шул ҡыҙы. Башҡорт, йә татарҙарҙыр, тине. Гөлсәсәк үҙ аяғында йөрөһә, күптән танышып алыр ине үҙҙәре менән.

Туҡта, таныш ҡына йыр яңғырай түгелме? Тауышын нығыраҡ асҡандар икән:

...Ҡарағат ашамайым,

Бөрлөгән ашамайым.

Өҙөлөп һөйгән йәркәйемде,

Мәңгегә ташламайым.

Ҡарағатым һин минең,

Бөрлөгәнем, һин минең.

Ҡарағатым, үҙәгемде,

Өҙҙөрәһең, һин минең...

Уф, ошо йыр... Үҙәктәрҙе генә өҙә шул... Йоҡлап алырмын, бәлки, тип уйлаған Гөлсәсәктең йоҡоһо ҡасты. Күрше фатирҙа йырсы өҙгөләнһә, бында Гөлсәсәктең йәне телгеләнде...

***

Бынан күп йылдар элек ауылға ҡайтҡанында Хәлиҙә һеңлеһе кәрт һалған ҡатынға алып барғайны. “Ныҡ дөрөҫ әйтә, тиҙәр, әйҙә әле, күренеп ҡара шуға!” – тип һеңлеһе ай-вайына ҡарамай, күрше ҡаласыҡта йәшәгән Таисияға алып барҙы. Юғиһә, үҙҙәрендә ҡайҙа ғына, кемгә генә йөрөмәне. Мәсеткә лә, күрәҙәсегә лә барҙы. Барыһы ла ҡайтасаҡ, тип көтөргә ҡуша ла... Ҡайҙа һуң!

Өс йыл инде ире икенсе ҡатынға сығып киткәненә. Тыныслан, өҙгөләнмә, етер, тиҙәр. Әммә үҙ хәлен үҙе генә белә шул Гөлсәсәк. Ир бирмәк, йән бирмәк. Ә кәрт һалыусы ҡатын уның яҙмышын үтә лә дөрөҫ итеп һөйләп бирҙе. “Ике балаңа таян. Бигерәк тә улың терәк булыр, бер ҡасан да ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫ. Ирең барыбер ҡайтасаҡ, тиҙ арала түгел. Айҙар, хатта йылдар үтер. Ул мәлдә ул үҙе таяҡҡа таянған булыр”, – тигәйне. Гөлсәсәк көттө Заһирын, йылдар дауамында көттө. Ҡайтып инер бер көн, тигәйне лә...

***

... Заһир менән улар студент саҡтарында танышты. Һөнәрселек училищеһын тамамлаған йылда уларҙың группаһын Сибай ҡалаһына практикаға ебәрҙеләр. Йәш саҡ, дәртле саҡ. Арыуҙы белмәгән йәштәр ауыр төҙөлөш эшенән һуң киске уйынға сығырға ла иренмәй. Гөлсәсәктәр – буяусы-штукатур. Улар менән тағы бер бригада эшләй. Улары инде иретеп йәбештереүсе, балта оҫтаһы, ташсы һөнәрен үҙләштереүселәр. Бергә рәхәтләнеп күңел асалар ҙа, иртәгәһенә арыуҙары ҡул менән һыпырып алғандай булып, дәртләнеп төҙөлөшкә баралар. Ана шул мәлдә осратты ла инде Гөлсәсәк ғүмерлек мөхәббәтен.

Ҡайһы мәлдә иғтибар иткәндер Гөлсәсәккә балта оҫтаһы Заһир, бер мәл артынан да ҡалмай йөрөй башланы. Эштә янынан китмәҫкә тырыша. Нисек шулай килеп сығалыр, эше лә тик ҡыҙ янында. Ишек ҡуйһынмы, тәҙрә яңаҡтарынмы, иҙән түшәһенме – эргәлә генә эшләй. Үҙе бер туҡтауһыҙ йырлап йөрөй. Әллә егеттең шул йырлауына ғашиҡ булдымы Гөлсәсәк?..

Ысынлап та матур йырлай Закир. Ә йырҙары һуң! Бигерәк тә бер йыры үҙәккә үтә. Яҙмышында ул йыр ниндәйҙер роль уйнар, тип уйына ла инмәгәйне Гөлсәсәктең.

Бергә-бергә булырбыҙ, тип ғүмергә,

Бағышланым һиңә йырымды.

Өҙөлөп һөйҙөм, мин бит һине,

Хәҙер инде, онот, тиһеңме?

Оноторға мөмкин түгел һис ҡасан,

Ут һалдың минең йөрәгемә.

Һайрамағас, бәхет ҡошом,

Ник ҡундың минең тирәгемә?...

Бик матур итеп дуҫлашып йөрөй башланылар. Практикалары тамамланыр һуңғы кисте таңға тиклем етәкләшеп йөрөнөләр. Йәй ауылыңа киләсәкмен, тип вәғәҙәләне егет һәм хушлашҡанда “Бәхет ҡошом”ды йырланы:

Өҙгөләнә йөрәгемдең пәрҙәһе,

Телгеләнә йөрәк яраһы.

Китмә, китмә, бәхет ҡошом,

Һиңә төбәлгән күҙ ҡарашым...

Ошо йырын ул саҡта йырламаған булһасы!

Экзамендарҙан һуң Гөлсәсәкте Өфөгә эшкә тәғәйенләнеләр. Ауылында бер ай булып, юлға йыйынды. Йәй Заһирҙан бер нисә хат килеп өлгөрҙө. “Ауылыңа киләм”, – тигән һүҙҙәрен әсәһе менән бүлешкәйне, уныһы рөхсәт итмәне:

– Ҡуй, әрмелә лә хеҙмәт итмәгән егетте өйгә саҡырып ятырға, исемеңде һатып. Китер ҙә, онотор! – тине.

Өфөгә килгәс кенә күрештеләр. Бик ныҡ һағынышҡайнылар бер-береһен. Шулай Сибай-Өфө араһында аҙна һайын йөрөй торғас, егеткә повестка килде. Вәғәҙәләр биреп хушлаштылар. Көтөргә һүҙ бирҙе Гөлсәсәк.

Заһир хаттарҙы шундай матур итеп яҙа, наҙлы һүҙҙәрен йәлләмәй. Аҙна һайын килеп торған хаттарҙан ғына торған көндәлек яҙа башланы Гөлсәсәк. Заһирҙың һәр хатын, үҙенең хистәренә ҡушып, көндәлеккә яҙып бара. Тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын һағынып көтә.

Сибәр, оҙон сәсле, гел йылмайып йөрөгән Гөлсәсәккә күҙ һалыусылар Өфөлә лә булды. Ә берәүһе, Хәниф исемлеһе, ысынлап ғашиҡ ине:

– Минең менән һин бик бәхетле булырһың, Гөлсәсәк! Сыҡ миңә кейәүгә! – тине.

– Егетем бар минең, вәғәҙә бирҙем, көтәсәкмен! – тип нисек тә төңөлдөрҙө уны ҡыҙ.

Ике йыл ваҡыт үтеп тә китте. Бер мәл эштән ҡайтыуҙарына бер ҡосаҡ сәскә тотҡан Заһир ятаҡ янында ҡаршы алып тора ине. Тура ятаҡҡа килгән икән. Ауылға бергә ҡайтайыҡ, ти. Тәүҙә ҡайтып ет, туғандарың менән күреш, тип Гөлсәсәк егетте яңғыҙ ҡайтырға күндерҙе. Үҙен көтөргә һүҙ бирҙе.

Тағы бер йылдан һуң улар өйләнеште. Туйҙары тәбиғәттең иң ҡырыҫ мәленә тура килде – Яңы йыл алдынан 50 градусҡа тиклем һыуытҡайны. Ҡырҡ бәлә менән яҙылышып ҡайттылар. Үкенескә, Гөлсәсәктең туғандары береһе лә туйға килә алманы. Йәш кәләшкә туйҙан һуң төҙөлөштән китергә тура килде...

Ҡайны-ҡәйнә, иренең ҡусты-һеңлеләре менән бер өйҙә йәшәнеләр. Фермаға һауынсы булып эшкә урынлашты. Ун биш һыйырҙы һауғандан һуң ҡулдарының һыҙлауы...

Хатында әсәһенә шул турала яҙғайны, “Тиҙ арала ҡайт, мин һине һыйыр һауыр өсөн үҫтермәгәнмен!” – тигән яуап алды. Иркәләтеп, яратып үҫтергән ҡыҙын йәлләгәндер инде. Гөлсәсәк һөйгәне янында ҡалды. Бер-береһе өсөн өҙөлөп торғас, ундай ғына ауырлыҡтарға түҙергә була. Иренең яҡындары йылы ҡабул иткәс, йәшәүе үтә ауыр түгел дә кеүек.

Балаға уҙғас, иренең туғандарының унда тиҙ арала фатирлы булыу мөмкинлеге бар, тигән кәңәшен тыңлап, күрше өлкәгә күсеп киттеләр. Өр-яңы ғаилә тормошо башланды. Икеһе лә төҙөлөшкә эшкә урынлашты. Йәшәргә ике ҡатлы ағас йорттан өс бүлмәле фатир ҙа бирҙеләр. Бер-бер артлы ике балалары тыуҙы.

Ана шулай матур ғына йәшәп ятҡанда тормоштарында үҙгәрештәр башланы. Төҙөлөштә эшләгәндәр отпуск, тыуған көндәрҙе, берәһенең сабыйы тыуыуын күмәкләп билдәләү мотлаҡ, тип ҡабул итә ине. Заһир ҙа йыш ҡына эшенән кәйефләнеп ҡайта башланы. Гөлсәсәк тәүҙә әллә ни иғтибар итмәҫкә тырышты. Сөнки ире ҡайтҡас, өй эштәрендә ярҙам итә, магазиндан кәрәк-яраҡ алып ҡайта. Балалары өсөн дә өҙөлөп тора. Әммә тора-бара йәшел йылан үҙенекен итте – уның холҡо бөтөнләй үҙгәрҙе. Эштән һуҡмыш ҡайтып, тиктомалдан тауыш ҡуптара, Гөлсәсәккә ауыр һүҙҙәр әйтә башланы.

Лаяҡыл иҫерек Заһир үҙенә беренсе тапҡыр ҡул күтәргәс, Гөлсәсәк таңға тиклем илап сыҡты, ә ире ятты ла йоҡланы. Иртәнсәк бер ни булмағандай, шаяртып һүҙ ҡушты. Гөлсәсәктең шешенгән күҙҙәрен күргәс, ҡосаҡлап алды. Ни сәбәптән илағанын белгәс, тубыҡланып кисереүен үтенде. Балалар баҡсаһына йыйынған алты йәшлек Йәмил әсәһенә килеп һыйынды ла: “Атай, һин әсәйгә һуҡтың, мин һине яратмайым!”– тине, үпкәләгән ҡарашын атаһына төбәп. Атаһы гел күтәреп кенә йөрөткән иркә Гөлфиә лә, атаһының үҙен яратырға үрелгән ҡулдарын этәреп ҡуйҙы...

Ошо хәлдән һуң Заһир эштән ваҡытында ҡайтырға тырышты. Шулай күпмелер ваҡыт бик матур йәшәп алдылар. Тик оҙаҡҡа түгел ине шул. Заһир эшенән лаяҡыл иҫереп ҡайта ла, юҡ-бар сәбәп табып Гөлсәсәккә бәйләнә. Икеһе бер төҙөлөш идараһында эшләгәс, иртән эшкә бергә сығып китәләр. Эштән ҡайтышлай Гөлсәсәк балалар баҡсаһына ҡыҙын алырға бара. Икенсе класта уҡыған улдары мәктәптән һуң өйҙә бер үҙе ултыра. Ҡыҙын алғас, өйөнә ашыға. Ҡайтып еткәс, аш-һыу яраштыра.

Бер кис Заһир эшенән һуңлап ҡына ҡайтып инде. Тағы нимәлер “йыуғандар” икән. Тиктомалдан бәйләнеп, туҡмас ҡырҡып торған ҡатынына һуғып та ебәрҙе. Шул ыңғайы Гөлсәсәк туҡмас ҡырҡып торған бысағы менән үҙенең бармағын киҫеп ебәрҙе. Яраһының әрнеүе көслөрәк инеме икән, бер сәбәпһеҙ һуғып ебәргән иренә рәнйеүеме – күҙҙәренән әсе күҙ йәштәре ағылды. Әле генә һөйгәне өсөн йәнен бирергә әҙер Заһирҙың ошолай танымаҫлыҡ булып үҙгәреүе бәғерен телә.

Гөлсәсәк бер тапҡыр ҙа үҙенең тормошона зарланғаны булманы. Шуға ла туғандары әлегәсә Заһирҙы тик яҡшы яҡтан ғына белде. Ә теге юлы ауылға ҡайтҡандарында кейәүенең холҡон күреп аптыраған әсәһе, ҡыҙын алып ҡалырға булып: “Мин иренән туҡмалып йәшәһен өсөн ҡыҙ үҫтермәгәнмен”, – тигәйне. Ул саҡта ла Заһир, һәр ваҡыттағыса анттар биреп, ғаиләһен үҙе менән алып ҡайтты.

Йоҡо бүлмәһенә инеп бикләнгән бисара ҡатын, ул кисте иренең тауышы тынғас ҡына, бүлмәһенән сыҡты. Иҫерек Заһир иҙәнгә һуҙылып ятып, ҡаты йоҡоға талғайны. Балалар тауышланмай ғына телевизорға текәлгән. Тын ғына ултырып, балалары менән киске аш ашанылар. Ошо кистән һуң Заһир йыш ҡына иҫереп ҡайта ла, бер сәбәпһеҙгә ҡатынын көнләшеп, бәйләнергә тотонор ине. Бергә эшләгән иптәштәре лә ярҙам иткәндер уға. Араларында шаяртҡан булып, күңеленә ҡотҡо һалыусылар юҡ түгел  бит. Ҡайтҡас ғаиләһендә тауыш ҡуптарыр, тип уйламағандарҙыр.

Йыраҡта эшләп йөрөгән ҡустыһы Яңы йыл байрамына килгәйне,ҡунаҡ хөрмәтенә матур итеп табын ойошторҙолар. Ҡунаҡтар таралышҡас, артығыраҡ эсеп ташлаған Заһир Гөлсәсәккә бәйләнергә тотондо. Апаһына ҡул күтәрергә йыйынғанын күреп ҡалған Вәзир бер һелтәнеүҙә еҙнәһен карауатҡа һалып та ҡуйҙы.

– Мин һине хөрмәт итә инем, еҙнә, ай-һай, яңылышҡанмын икән. Апай, бынан һуң нисек йәшәгәнеңде миңә йәшермәй яҙып тор. Ыҙалап йәшәмә, уйла алдағы көнөңдө!– тип ҡат-ҡат иҫкәртте.

Тормошондағы йәмһеҙ күренештәр йыш ҡабатланып торһа ла, Гөлсәсәк айырылышырға ашыҡманы. Аҡылына килер, үҙгәрер, тип өмөтләнде. Заһирҙы бик ныҡ ярата ине шул... Тора-бара Гөлсәсәктең дә түҙемлеге шартлар сиккә етте. Бер ялында эсеп алған ире тауыш ҡуптарып, тағы бәйләнә башланы. Кер үтекләп торған Гөлсәсәк, үҙе лә аңғармаҫтан, ҡыҙыу үтеге менән иренә һелтәнде. Ире нисектер үтектән тайшанып өлгөрҙө шул саҡта... Ошо осраҡтан һуң Заһир ҡапыл ғына эсеүен бөтөнләй ташланы ла ҡуйҙы. Үҙе өсөн ҡурҡыуы көслө булдымы, әллә дөрөҫ йәшәмәгәнен, ниһайәт, аңланымы...

***

Күршеләрҙә теге йырҙы яңынан ебәрҙеләр. Былай ҙа тәненең үлтереп һыҙлауынан, үткәндәрен иҫенә төшөрөп, йөрәге әрнеүенән саҡ түҙеп ятҡан Гөлсәсәктең яңаҡтары буйлап күҙ йәштәре тәгәрәне:

Ҡарағат ҡара була,

 

 

Бөрлөгән ҡыҙыл була.

Һөйгәнеңде яттар алһа,

Күңелгә ҡыйын була.

Ҡарағат та түтәлдә,

Бөрлөгән дә түтәлдә.

Йәнем һөймәй, күңелем ятмай,

Һинән башҡа бүтәнгә...

“Эх, Заһир, Заһир... Ҡыйын булды шул, үтә ҡыйын булды күңелгә... Ҡыйындары әле алда ине...”

Уларға таш йорттан өр-яңы иркен фатир бирҙеләр. Тиҙ арала мебель-фәлән алып, матур итеп йәшәп киттеләр. Ялдарында дуҫ-иштәре килә, үҙҙәре лә ҡунаҡҡа йөрөйҙәр. Йәйге отпускыларында ике яҡҡа ла туғандарына ҡайтып әйләнәләр. Кейәүҙәре бөтөнләй эсмәгәс, ҡәйнәһе лә тынысланды. Заһиры үҙе өсөн өҙөлөп торғас, Гөлсәсәктең дә күңеле тыныс. Иренең эштән ҡайтыуын һағынып көтөп ала. Бер нисә йыл шулай үтеп китте. Тик тыныс тормоштары оҙаҡҡа барманы. Гөлсәсәк ни сәбәптәндер бик йыш ауырый башланы. Эсенең ауыртыуына түҙә алмаһа, больничный астыра.

Арыуланғандай булһа, эшенә сыға ла, тик төҙөлөш эше ныҡ ауыр булғас, ауырыуы яңынан көсәйә. Ире ул саҡта икенсе урынға эшкә күсеп, эш хаҡын яҡшы ала ине. Шуға Гөлсәсәккә эшенән сығырға ҡушты.

– Эш хаҡым барыбыҙға ла етә бит, өйҙә генә ултыр ҙа ҡуй, йәме, ҡәҙерлем! – тип тынысландырҙы.

Бик йыш ауырыһа ла, ул йылдарҙа Гөлсәсәк бәхетле ине. Янында үҙе өсөн өҙөлөп торған Заһиры, инде ҡул араһына кереп, өй эштәрендә ярҙамлашырға эшкингән улы һәм ҡыҙы бар. Ире сменалы эштә эшләгәс, төрлө ваҡытта ҡайта. Тәмле аш-һыуын әҙерләп, Гөлсәсәк уның эштән ҡайтыуын көтөп ала. Машина, баҡса һатып алдылар. Теләгән урынға тиҙ арала барып әйләнергә мөмкин хәҙер. Йәй көндәре күберәк баҡсала булышып үтә. Икеһе лә эшһөйәр булғас, бөтә нәмә уңа, ҡыуанышып, уңыш йыйып алалар. Ҡара ҡарағаттары бигерәк мул уңыш бирә, ауылға ҡайтҡандарында туғандарына ла өлөш сығаралар.

“Әсәй ауыр хәлдә, инсульт. Мөмкинлегең булһа, ҡайтып әйлән” тигән телеграмма алғас, һуңғы арала үҙен яҡшы тойған Гөлсәсәк юлға йыйынды. Бер ай буйына ҡарашып, әсәһе арыулана башлағас, ҡайтырға сыҡты.

“Өйҙә барыһы ла яҡшы, ҡабаланма”, – тип ире телеграф аша шылтыратып торғас, күңеле тыныс ине. Ҡайтып ингәс, иренең үҙен тотошонда үҙгәрешкә иғтибар итте. Күҙ ҡараштары нисектер уйсанланып киткән төҫлө, Гөлсәсәккә лә һынсыл ҡараш ташлап ҡуя. Элеккесә бер туҡтауһыҙ шаяртып, наҙлы һүҙҙәре менән иркәләмәй. Йоҡларға ятҡас та, быға тиклем ҡосаҡлап йоҡлаған Заһир, стенаға боролоп ятып, тиҙ арала йоҡлап китте. Бөтә мәшәҡәте үҙ елкәһендә алғанға арығандыр, тип үҙен тынысландырырға тырышты Гөлсәсәк.

“Бына көҙ ҙә етте. Алтын көҙ. Һары һағыштарға һалыр, үҙәктәрҙе өҙөп һағындырыр, һарғайтыр көҙ...” Карауатында ятҡан Гөлсәсәк үҙ алдына ошо һүҙҙәрҙе ҡабатланы. Ҡасандыр, кемдәндер ишеткән һүҙҙәр ҡапыл мейеһен телеп үткәндәй булды: “Яман ауырыуҙан көҙөн китәләр икән...” Эй, Алла, һары көҙҙә генә торһа икән эш...

Көҙгө елдәр өҙлөкһөҙ тартҡылағанға ботаҡтарынан ысҡынған япраҡтар ҡайһы саҡ асыҡ форточканан бүлмәгә осоп инә. Бына береһе Гөлсәсәктең күкрәгенә килеп төштө. Эс бошорғос уйҙарға сумып ятҡан ҡатын ҡыуанысынан япраҡты усына алып, наҙлап һыйпап ҡуйҙы. Ҡайын япрағы икән.

Көҙ еттеме, төрлө төҫтәге сағыу япраҡтарҙы, эй, йыйырға яратыр ине Гөлсәсәк. Береһенән-береһе матур бит улар, бигерәк тә саған, имән, тирәк, уҫаҡ япраҡтары. Алып ҡайтҡас, үтек менән киптереп, китап биттәре араһына һалыр ине. Ҡыш улар бик ярап ҡуя. Тәүҙә улы менән ҡыҙына төрлө-төрлө гербарийҙар, картиналар эшләһәләр, һуңынан ейәндәре өсөн йыйҙы. Йыя торғайны...

Бына инде икенсе йыл рәттән көҙҙө өйөндә генә ҡаршылай шул Гөлсәсәк. Хәленән килһә, йүгереп кенә яҡындағы урманды әйләнеп килер ине лә... Их, йәшәргә ине тағы бер аҙ ғына... Гөлсәсәк көсәнеп кенә тороп ултырырға маташты. Юҡ шул, булмай. Ошо ятып китеүе лә оҙаҡҡалыр шул, бәлки, бөтөнләйгәлер... Үҙенең яҙмыш һынауҙары алдында көсһөҙлөгөнән, уларҙы үҙгәртер өсөн бер ниндәй ҙә сара юҡлығын аңлаған ҡатын төшөнкөлөккә бирелде.

Өй эсе тып-тын. Улы, ҡыҙы эштә, ейәндәре мәктәптә. Янына йәлләткес кенә мыяулап бесәйе килеп ятты. Һыуһағандыр инде. Крандан сөбөрҙәп ағып торған һыуҙы эсергә өйрәнгән бесәй, кемдер йыуыныу бүлмәһендәге кранды асып биреүен көтә лә йөрөй. Юғиһә, һауытына һыу тултырып китәләр ҙә бит. Юҡ шул, бесәйҙең үҙ законы. “Түҙ, инде, түҙ, Мусик. Тиҙҙән ҡайтып етерҙәр!” – Гөлсәсәк бесәйҙең арҡаһынан һөйөп ҡуйҙы. Ярай ҙа оҙон-оҙаҡҡа һуҙылған көндәрҙе ҡыҫҡартырға ошо бесәй бар. Хужабикәһенең хәлен аңлағандай үҙе. Әллә ни ҡаңғыртмаҫҡа тырыша.

Аяҡтары тартышып, үлтереп һыҙларға тотондо. Эй, Алла, онотолоп дарыуҙарын эсмәгән икән дә! Тиҙерәк ҡабыр кәрәк, тағы түҙер хәле ҡалмай, ызғырыр инде. Гөлсәсәк янында ғына ятҡан дарыу төймәләрен бер-бер артлы йота һалды ла, күҙҙәрен йомдо. Бәлки, әҙ-мәҙ серем итеп булыр. Төндә һыҙланып, бөтөнләй йоҡламаған ине...

Ҡайҙалыр музыка тауышы ишетелә. Әһә, күршеләрҙән икән. Күптән түгел яңы күршеләр күсеп килде, тигәйне шул ҡыҙы. Башҡорт, йә татарҙарҙыр, тине. Гөлсәсәк үҙ аяғында йөрөһә, күптән танышып алыр ине үҙҙәре менән.

Туҡта, таныш ҡына йыр яңғырай түгелме? Тауышын нығыраҡ асҡандар икән:

...Ҡарағат ашамайым,

Бөрлөгән ашамайым.

Өҙөлөп һөйгән йәркәйемде,

Мәңгегә ташламайым.

Ҡарағатым һин минең,

Бөрлөгәнем, һин минең.

Ҡарағатым, үҙәгемде,

Өҙҙөрәһең, һин минең...

Уф, ошо йыр... Үҙәктәрҙе генә өҙә шул... Йоҡлап алырмын, бәлки, тип уйлаған Гөлсәсәктең йоҡоһо ҡасты. Күрше фатирҙа йырсы өҙгөләнһә, бында Гөлсәсәктең йәне телгеләнде...

***

Бынан күп йылдар элек ауылға ҡайтҡанында Хәлиҙә һеңлеһе кәрт һалған ҡатынға алып барғайны. “Ныҡ дөрөҫ әйтә, тиҙәр, әйҙә әле, күренеп ҡара шуға!” – тип һеңлеһе ай-вайына ҡарамай, күрше ҡаласыҡта йәшәгән Таисияға алып барҙы. Юғиһә, үҙҙәрендә ҡайҙа ғына, кемгә генә йөрөмәне. Мәсеткә лә, күрәҙәсегә лә барҙы. Барыһы ла ҡайтасаҡ, тип көтөргә ҡуша ла... Ҡайҙа һуң!

Өс йыл инде ире икенсе ҡатынға сығып киткәненә. Тыныслан, өҙгөләнмә, етер, тиҙәр. Әммә үҙ хәлен үҙе генә белә шул Гөлсәсәк. Ир бирмәк, йән бирмәк. Ә кәрт һалыусы ҡатын уның яҙмышын үтә лә дөрөҫ итеп һөйләп бирҙе. “Ике балаңа таян. Бигерәк тә улың терәк булыр, бер ҡасан да ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫ. Ирең барыбер ҡайтасаҡ, тиҙ арала түгел. Айҙар, хатта йылдар үтер. Ул мәлдә ул үҙе таяҡҡа таянған булыр”, – тигәйне. Гөлсәсәк көттө Заһирын, йылдар дауамында көттө. Ҡайтып инер бер көн, тигәйне лә...

***

...Заһир менән улар студент саҡтарында танышты. Һөнәрселек училищеһын тамамлаған йылда уларҙың группаһын Сибай ҡалаһына практикаға ебәрҙеләр. Йәш саҡ, дәртле саҡ. Арыуҙы белмәгән йәштәр ауыр төҙөлөш эшенән һуң киске уйынға сығырға ла иренмәй. Гөлсәсәктәр – буяусы-штукатур. Улар менән тағы бер бригада эшләй. Улары инде иретеп йәбештереүсе, балта оҫтаһы, ташсы һөнәрен үҙләштереүселәр. Бергә рәхәтләнеп күңел асалар ҙа, иртәгәһенә арыуҙары ҡул менән һыпырып алғандай булып, дәртләнеп төҙөлөшкә баралар. Ана шул мәлдә осратты ла инде Гөлсәсәк ғүмерлек мөхәббәтен.

Ҡайһы мәлдә иғтибар иткәндер Гөлсәсәккә балта оҫтаһы Заһир, бер мәл артынан да ҡалмай йөрөй башланы. Эштә янынан китмәҫкә тырыша. Нисек шулай килеп сығалыр, эше лә тик ҡыҙ янында. Ишек ҡуйһынмы, тәҙрә яңаҡтарынмы, иҙән түшәһенме – эргәлә генә эшләй. Үҙе бер туҡтауһыҙ йырлап йөрөй. Әллә егеттең шул йырлауына ғашиҡ булдымы Гөлсәсәк?..

Ысынлап та матур йырлай Закир. Ә йырҙары һуң! Бигерәк тә бер йыры үҙәккә үтә. Яҙмышында ул йыр ниндәйҙер роль уйнар, тип уйына ла инмәгәйне Гөлсәсәктең.

Бергә-бергә булырбыҙ, тип ғүмергә,

Бағышланым һиңә йырымды.

Өҙөлөп һөйҙөм, мин бит һине,

Хәҙер инде, онот, тиһеңме?

Оноторға мөмкин түгел һис ҡасан,

Ут һалдың минең йөрәгемә.

Һайрамағас, бәхет ҡошом,

Ник ҡундың минең тирәгемә?...

Бик матур итеп дуҫлашып йөрөй башланылар. Практикалары тамамланыр һуңғы кисте таңға тиклем етәкләшеп йөрөнөләр. Йәй ауылыңа киләсәкмен, тип вәғәҙәләне егет һәм хушлашҡанда “Бәхет ҡошом”ды йырланы:

Өҙгөләнә йөрәгемдең пәрҙәһе,

Телгеләнә йөрәк яраһы.

Китмә, китмә, бәхет ҡошом,

Һиңә төбәлгән күҙ ҡарашым...

Ошо йырын ул саҡта йырламаған булһасы!

Экзамендарҙан һуң Гөлсәсәкте Өфөгә эшкә тәғәйенләнеләр. Ауылында бер ай булып, юлға йыйынды. Йәй Заһирҙан бер нисә хат килеп өлгөрҙө. “Ауылыңа киләм”, – тигән һүҙҙәрен әсәһе менән бүлешкәйне, уныһы рөхсәт итмәне:

– Ҡуй, әрмелә лә хеҙмәт итмәгән егетте өйгә саҡырып ятырға, исемеңде һатып. Китер ҙә, онотор! – тине.

Өфөгә килгәс кенә күрештеләр. Бик ныҡ һағынышҡайнылар бер-береһен. Шулай Сибай-Өфө араһында аҙна һайын йөрөй торғас, егеткә повестка килде. Вәғәҙәләр биреп хушлаштылар. Көтөргә һүҙ бирҙе Гөлсәсәк.

Заһир хаттарҙы шундай матур итеп яҙа, наҙлы һүҙҙәрен йәлләмәй. Аҙна һайын килеп торған хаттарҙан ғына торған көндәлек яҙа башланы Гөлсәсәк. Заһирҙың һәр хатын, үҙенең хистәренә ҡушып, көндәлеккә яҙып бара. Тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын һағынып көтә.

Сибәр, оҙон сәсле, гел йылмайып йөрөгән Гөлсәсәккә күҙ һалыусылар Өфөлә лә булды. Ә берәүһе, Хәниф исемлеһе, ысынлап ғашиҡ ине:

– Минең менән һин бик бәхетле булырһың, Гөлсәсәк! Сыҡ миңә кейәүгә! – тине.

– Егетем бар минең, вәғәҙә бирҙем, көтәсәкмен! – тип нисек тә төңөлдөрҙө уны ҡыҙ.

Ике йыл ваҡыт үтеп тә китте. Бер мәл эштән ҡайтыуҙарына бер ҡосаҡ сәскә тотҡан Заһир ятаҡ янында ҡаршы алып тора ине. Тура ятаҡҡа килгән икән. Ауылға бергә ҡайтайыҡ, ти. Тәүҙә ҡайтып ет, туғандарың менән күреш, тип Гөлсәсәк егетте яңғыҙ ҡайтырға күндерҙе. Үҙен көтөргә һүҙ бирҙе.

Тағы бер йылдан һуң улар өйләнеште. Туйҙары тәбиғәттең иң ҡырыҫ мәленә тура килде – Яңы йыл алдынан 50 градусҡа тиклем һыуытҡайны. Ҡырҡ бәлә менән яҙылышып ҡайттылар. Үкенескә, Гөлсәсәктең туғандары береһе лә туйға килә алманы. Йәш кәләшкә туйҙан һуң төҙөлөштән китергә тура килде...

Ҡайны-ҡәйнә, иренең ҡусты-һеңлеләре менән бер өйҙә йәшәнеләр. Фермаға һауынсы булып эшкә урынлашты. Ун биш һыйырҙы һауғандан һуң ҡулдарының һыҙлауы...

Хатында әсәһенә шул турала яҙғайны, “Тиҙ арала ҡайт, мин һине һыйыр һауыр өсөн үҫтермәгәнмен!” – тигән яуап алды. Иркәләтеп, яратып үҫтергән ҡыҙын йәлләгәндер инде. Гөлсәсәк һөйгәне янында ҡалды. Бер-береһе өсөн өҙөлөп торғас, ундай ғына ауырлыҡтарға түҙергә була. Иренең яҡындары йылы ҡабул иткәс, йәшәүе үтә ауыр түгел дә кеүек.

Балаға уҙғас, иренең туғандарының унда тиҙ арала фатирлы булыу мөмкинлеге бар, тигән кәңәшен тыңлап, күрше өлкәгә күсеп киттеләр. Өр-яңы ғаилә тормошо башланды. Икеһе лә төҙөлөшкә эшкә урынлашты. Йәшәргә ике ҡатлы ағас йорттан өс бүлмәле фатир ҙа бирҙеләр. Бер-бер артлы ике балалары тыуҙы.

Ана шулай матур ғына йәшәп ятҡанда тормоштарында үҙгәрештәр башланы. Төҙөлөштә эшләгәндәр отпуск, тыуған көндәрҙе, берәһенең сабыйы тыуыуын күмәкләп билдәләү мотлаҡ, тип ҡабул итә ине. Заһир ҙа йыш ҡына эшенән кәйефләнеп ҡайта башланы. Гөлсәсәк тәүҙә әллә ни иғтибар итмәҫкә тырышты. Сөнки ире ҡайтҡас, өй эштәрендә ярҙам итә, магазиндан кәрәк-яраҡ алып ҡайта. Балалары өсөн дә өҙөлөп тора. Әммә тора-бара йәшел йылан үҙенекен итте – уның холҡо бөтөнләй үҙгәрҙе. Эштән һуҡмыш ҡайтып, тиктомалдан тауыш ҡуптара, Гөлсәсәккә ауыр һүҙҙәр әйтә башланы.

Лаяҡыл иҫерек Заһир үҙенә беренсе тапҡыр ҡул күтәргәс, Гөлсәсәк таңға тиклем илап сыҡты, ә ире ятты ла йоҡланы. Иртәнсәк бер ни булмағандай, шаяртып һүҙ ҡушты. Гөлсәсәктең шешенгән күҙҙәрен күргәс, ҡосаҡлап алды. Ни сәбәптән илағанын белгәс, тубыҡланып кисереүен үтенде. Балалар баҡсаһына йыйынған алты йәшлек Йәмил әсәһенә килеп һыйынды ла: “Атай, һин әсәйгә һуҡтың, мин һине яратмайым!”– тине, үпкәләгән ҡарашын атаһына төбәп. Атаһы гел күтәреп кенә йөрөткән иркә Гөлфиә лә, атаһының үҙен яратырға үрелгән ҡулдарын этәреп ҡуйҙы...

Ошо хәлдән һуң Заһир эштән ваҡытында ҡайтырға тырышты. Шулай күпмелер ваҡыт бик матур йәшәп алдылар. Тик оҙаҡҡа түгел ине шул. Заһир эшенән лаяҡыл иҫереп ҡайта ла, юҡ-бар сәбәп табып Гөлсәсәккә бәйләнә. Икеһе бер төҙөлөш идараһында эшләгәс, иртән эшкә бергә сығып китәләр. Эштән ҡайтышлай Гөлсәсәк балалар баҡсаһына ҡыҙын алырға бара. Икенсе класта уҡыған улдары мәктәптән һуң өйҙә бер үҙе ултыра. Ҡыҙын алғас, өйөнә ашыға. Ҡайтып еткәс, аш-һыу яраштыра.

Бер кис Заһир эшенән һуңлап ҡына ҡайтып инде. Тағы нимәлер “йыуғандар” икән. Тиктомалдан бәйләнеп, туҡмас ҡырҡып торған ҡатынына һуғып та ебәрҙе. Шул ыңғайы Гөлсәсәк туҡмас ҡырҡып торған бысағы менән үҙенең бармағын киҫеп ебәрҙе. Яраһының әрнеүе көслөрәк инеме икән, бер сәбәпһеҙ һуғып ебәргән иренә рәнйеүеме – күҙҙәренән әсе күҙ йәштәре ағылды. Әле генә һөйгәне өсөн йәнен бирергә әҙер Заһирҙың ошолай танымаҫлыҡ булып үҙгәреүе бәғерен телә.

Гөлсәсәк бер тапҡыр ҙа үҙенең тормошона зарланғаны булманы. Шуға ла туғандары әлегәсә Заһирҙы тик яҡшы яҡтан ғына белде. Ә теге юлы ауылға ҡайтҡандарында кейәүенең холҡон күреп аптыраған әсәһе, ҡыҙын алып ҡалырға булып: “Мин иренән туҡмалып йәшәһен өсөн ҡыҙ үҫтермәгәнмен”, – тигәйне. Ул саҡта ла Заһир, һәр ваҡыттағыса анттар биреп, ғаиләһен үҙе менән алып ҡайтты.

Йоҡо бүлмәһенә инеп бикләнгән бисара ҡатын, ул кисте иренең тауышы тынғас ҡына, бүлмәһенән сыҡты. Иҫерек Заһир иҙәнгә һуҙылып ятып, ҡаты йоҡоға талғайны. Балалар тауышланмай ғына телевизорға текәлгән. Тын ғына ултырып, балалары менән киске аш ашанылар. Ошо кистән һуң Заһир йыш ҡына иҫереп ҡайта ла, бер сәбәпһеҙгә ҡатынын көнләшеп, бәйләнергә тотонор ине. Бергә эшләгән иптәштәре лә ярҙам иткәндер уға. Араларында шаяртҡан булып, күңеленә ҡотҡо һалыусылар юҡ түгел  бит. Ҡайтҡас ғаиләһендә тауыш ҡуптарыр, тип уйламағандарҙыр.

Йыраҡта эшләп йөрөгән ҡустыһы Яңы йыл байрамына килгәйне,ҡунаҡ хөрмәтенә матур итеп табын ойошторҙолар. Ҡунаҡтар таралышҡас, артығыраҡ эсеп ташлаған Заһир Гөлсәсәккә бәйләнергә тотондо. Апаһына ҡул күтәрергә йыйынғанын күреп ҡалған Вәзир бер һелтәнеүҙә еҙнәһен карауатҡа һалып та ҡуйҙы.

– Мин һине хөрмәт итә инем, еҙнә, ай-һай, яңылышҡанмын икән. Апай, бынан һуң нисек йәшәгәнеңде миңә йәшермәй яҙып тор. Ыҙалап йәшәмә, уйла алдағы көнөңдө!– тип ҡат-ҡат иҫкәртте.

Тормошондағы йәмһеҙ күренештәр йыш ҡабатланып торһа ла, Гөлсәсәк айырылышырға ашыҡманы. Аҡылына килер, үҙгәрер, тип өмөтләнде. Заһирҙы бик ныҡ ярата ине шул... Тора-бара Гөлсәсәктең дә түҙемлеге шартлар сиккә етте. Бер ялында эсеп алған ире тауыш ҡуптарып, тағы бәйләнә башланы. Кер үтекләп торған Гөлсәсәк, үҙе лә аңғармаҫтан, ҡыҙыу үтеге менән иренә һелтәнде. Ире нисектер үтектән тайшанып өлгөрҙө шул саҡта... Ошо осраҡтан һуң Заһир ҡапыл ғына эсеүен бөтөнләй ташланы ла ҡуйҙы. Үҙе өсөн ҡурҡыуы көслө булдымы, әллә дөрөҫ йәшәмәгәнен, ниһайәт, аңланымы...

***

Күршеләрҙә теге йырҙы яңынан ебәрҙеләр. Былай ҙа тәненең үлтереп һыҙлауынан, үткәндәрен иҫенә төшөрөп, йөрәге әрнеүенән саҡ түҙеп ятҡан Гөлсәсәктең яңаҡтары буйлап күҙ йәштәре тәгәрәне:

Ҡарағат ҡара була,

Бөрлөгән ҡыҙыл була.

Һөйгәнеңде яттар алһа,

Күңелгә ҡыйын була.

Ҡарағат та түтәлдә,

Бөрлөгән дә түтәлдә.

Йәнем һөймәй, күңелем ятмай,

Һинән башҡа бүтәнгә...

“Эх, Заһир, Заһир... Ҡыйын булды шул, үтә ҡыйын булды күңелгә... Ҡыйындары әле алда ине...”

Уларға таш йорттан өр-яңы иркен фатир бирҙеләр. Тиҙ арала мебель-фәлән алып, матур итеп йәшәп киттеләр. Ялдарында дуҫ-иштәре килә, үҙҙәре лә ҡунаҡҡа йөрөйҙәр. Йәйге отпускыларында ике яҡҡа ла туғандарына ҡайтып әйләнәләр. Кейәүҙәре бөтөнләй эсмәгәс, ҡәйнәһе лә тынысланды. Заһиры үҙе өсөн өҙөлөп торғас, Гөлсәсәктең дә күңеле тыныс. Иренең эштән ҡайтыуын һағынып көтөп ала. Бер нисә йыл шулай үтеп китте. Тик тыныс тормоштары оҙаҡҡа барманы. Гөлсәсәк ни сәбәптәндер бик йыш ауырый башланы. Эсенең ауыртыуына түҙә алмаһа, больничный астыра.

Арыуланғандай булһа, эшенә сыға ла, тик төҙөлөш эше ныҡ ауыр булғас, ауырыуы яңынан көсәйә. Ире ул саҡта икенсе урынға эшкә күсеп, эш хаҡын яҡшы ала ине. Шуға Гөлсәсәккә эшенән сығырға ҡушты.

– Эш хаҡым барыбыҙға ла етә бит, өйҙә генә ултыр ҙа ҡуй, йәме, ҡәҙерлем! – тип тынысландырҙы.

Бик йыш ауырыһа ла, ул йылдарҙа Гөлсәсәк бәхетле ине. Янында үҙе өсөн өҙөлөп торған Заһиры, инде ҡул араһына кереп, өй эштәрендә ярҙамлашырға эшкингән улы һәм ҡыҙы бар. Ире сменалы эштә эшләгәс, төрлө ваҡытта ҡайта. Тәмле аш-һыуын әҙерләп, Гөлсәсәк уның эштән ҡайтыуын көтөп ала. Машина, баҡса һатып алдылар. Теләгән урынға тиҙ арала барып әйләнергә мөмкин хәҙер. Йәй көндәре күберәк баҡсала булышып үтә. Икеһе лә эшһөйәр булғас, бөтә нәмә уңа, ҡыуанышып, уңыш йыйып алалар. Ҡара ҡарағаттары бигерәк мул уңыш бирә, ауылға ҡайтҡандарында туғандарына ла өлөш сығаралар.

“Әсәй ауыр хәлдә, инсульт. Мөмкинлегең булһа, ҡайтып әйлән” тигән телеграмма алғас, һуңғы арала үҙен яҡшы тойған Гөлсәсәк юлға йыйынды. Бер ай буйына ҡарашып, әсәһе арыулана башлағас, ҡайтырға сыҡты.

“Өйҙә барыһы ла яҡшы, ҡабаланма”, – тип ире телеграф аша шылтыратып торғас, күңеле тыныс ине. Ҡайтып ингәс, иренең үҙен тотошонда үҙгәрешкә иғтибар итте. Күҙ ҡараштары нисектер уйсанланып киткән төҫлө, Гөлсәсәккә лә һынсыл ҡараш ташлап ҡуя. Элеккесә бер туҡтауһыҙ шаяртып, наҙлы һүҙҙәре менән иркәләмәй. Йоҡларға ятҡас та, быға тиклем ҡосаҡлап йоҡлаған Заһир, стенаға боролоп ятып, тиҙ арала йоҡлап китте. Бөтә мәшәҡәте үҙ елкәһендә алғанға арығандыр, тип үҙен тынысландырырға тырышты Гөлсәсәк.

Ысынлап та, күп тә үтмәне, ире элекке хәленә ҡайтты. Ғаилә дуҫтары ҡунаҡҡа килһә, йүгереп йөрөп һыйлай, өҙҙөрөп йырлай. Гөлсәсәк үҙе лә йырға маһир, бәләкәстән гармунда уйнағас, гармуны һәр саҡ үҙе менән. Тағы ла дәртләнеп йәшәп киттеләр. Улы менән ҡыҙы урта мәктәпте тамамлап, үҙҙәре теләгән һөнәрҙәренә эйә булды.

Улар йәшәгән ҡалала төрлө милләт вәкилдәре йәшәй. Башҡорттар ҙа, татарҙар ҙа күп кенә. Байрамдарға концерт ҡуялар. Гөлсәсәк тә ире менән ул концерттарҙа теләп ҡатнаша. Ире менән икәүләп тә, яңғыҙы ла сәхнәгә сығып йырлай. Урындағы халыҡ Гөлсәсәктең йырлауын бигерәк үҙ итә, ҡабат-ҡабат сәхнәгә саҡырып сығаралар. Бигерәк тә оло йәштәге апайҙар янына килеп һоҡланыу, маҡтау һүҙҙәрен яуҙыралар.

8 март алдынан концертҡа әҙерләнгән мәл. Йыраҡтан бер туған һеңлеһе Хәлиҙә ҡунаҡҡа килеп төштө. Һеңлеһе килһә, өй тултырып ҡунаҡ йыйып, геү килешеп алалар. Йыр-моң, бейеү менән кис үтә. Был юлы ла шулай булды. Репетицияға һеңлеһен дә үҙҙәре менән алдылар. Был юлы Заһир ни сәбәптәндер ҡатнашмаҫҡа булды. “Ваҡытым юҡ, эштә арыйым”, тине. Гөлсәсәк менән Хәлиҙәне машинала мәҙәниәт йортона алып барҙы ла, үҙе ҡайҙалыр барып килергә булды. Гөлсәсәктең кәйефе бик шәп, ҡыҙыҡтарын һөйләп, барыһын да көлдөрөп бөттө ул көндө. Байрам бит, һеңлеһе лә ҡунаҡҡа килгән. Шау-гөр килеп концерт ҡуйырға йыйынған артистарҙы күҙәтеп торған Хәлиҙә апаһынан ҡапыл һорап ҡуйҙы:

– Еҙнә ҡайҙа сығып юғалды ул?

– Әй, ул бит дуҫтары янына барып әйләнәм, тигәйне. Концертта ҡатнашмағас, уға ҡыҙыҡ түгелдер. Хәҙер килеп етә ул! – Шулай яуапланы Гөлсәсәк. Һеңлеһе бер ни өндәшмәне. Нимәлер әйтергә уйланымы Хәлиҙә шул саҡта...

 

Концерттары бик шәп булды. Хәлиҙәгә лә оҡшаны, апаһын маҡтап бер булды. “Сәхнәлә үҙеңде шулай иркен тотаһыңдыр тип бөтөнләй уйламағайным”, – тине.

Иртәгәһенә 8 март ине. Заһир иртә менән сығып китте лә, бер аҙҙан сәскәләр, ҡаплы кәнфит тотоп ҡайтты. Һеңлеһе менән икәүһенә берәр роза сәскәһе, ҡыҙына ла бүләген һондо. Үҙе сисенеп тә тормай, гаражға барып киләм, тип сығып китте. Табын әҙерләп бөтөүгә генә ҡайтты.

Һеңлеһенә тағы нимәһелер оҡшап етмәне ул көндө: “Нишләп һиңә бер генә сәскә бүләк итте? Элек улай итмәй торғайны бит.” “Бүләк бирҙе бит инде!”– тип һеңлеһен тынысландырҙы апаһы. Их, ана шул саҡта уҡ һеңлеһе ниҙер һиҙенеп, апаһын иҫкәртергә тырышҡан бит. Еҙнәһендәге үҙгәрештәргә лә иғтибар иткән. Тик Гөлсәсәк үҙе генә бөтөнләй һаңғырау, һуҡыр булған...

Нисек ул һуңғы ваҡытта Заһирҙа булған үҙгәрештәргә бер тапҡыр ҙа иғтибар итмәгән икән? Ә бит иренең эшендә тотҡарланыуы йышайғайны. Эш күп, бөгөн ҡалып эшләйем, тиер ине. Ҡайһы саҡта бергә эшләгән иптәштәре лә: ”Ниндәй эш, ти? Бер кем дә ҡалып эшләмәй бит ул!” – тип асыҡтан-асыҡ әйтеп ҡуйыр ине. Гөлсәсәк кенә ишетмәгән бер кемде лә. “Эшенән” ҡайтыуын өҫтәл әҙерләп көтөп ултыра ине. Туҡтауһыҙ ләпелдәп, иренә көндөҙгө яңылыҡтарҙы һөйләп. Ә уныһы, бөгөн бик ныҡ арып ҡайттым, ятайыҡ инде тиҙерәк, тиер ҙә, йоҡо бүлмәһенә ашығыр ине...

***

Бер көн эштән һуң әхирәте Мәҙинә килеп инде. Гөлсәсәкте саф һауала йөрөп әйләнергә саҡырҙы. Заһир был көндө, эшемдә тотҡарланам, һуңлабыраҡ ҡайтасаҡмын, тип шылтыратҡайны. Шуға Гөлсәсәк иркенләп әхирәте менән йөрөп әйләнергә йыйынды. Киске ашы әҙер, иртәрәк ҡайтып өлгөрһә лә.

Ҡала буйлап һөйләшә-серләшә ашыҡмай ғына бара торғас, Мәҙинә:

– Гөлсәсәк, әйҙә ошонда инеп сығайыҡ. Бер ҡатында йомошом бар ине, – тине бер подъезға ыңғайлап.

Баҫҡыстан күтәрелә башлағайныл, бер фатирҙың ишеге асылып китте лә, унан көлөшә-көлөшә ир менән ҡатын килеп сыҡты. Ҡулдарына һыҙырылған обойҙарҙы төрөп тотҡандар. Көтмәгәндә Заһирҙы ят подъезда осратырмын, тип уйламаған Гөлсәсәк, албырғап:

– Заһир, бында нишләп йөрөйһөң ул? Эштәмен, тигәйнең дә?! – тип һорап ҡуйҙы.

Көтөлмәгән осрашыуҙан юғалып ҡалған Заһир ҙа нимәлер ыҡ-мыҡ килеп аңлатып маташты:

– Эштән ҡайтышлай дивандарын алып барышырға ярҙам иткәйнем... Эштәге таныштың ҡатыны бит был... ремонт эшләйҙәр... – тине һәм бер аҙ һушына килгәс, – Ә үҙең бында нимәшләп йөрөйһөң? Бар, ҡайта тор, мин тиҙҙән ҡыуып етермен, – тип өҫтәне.

Мәҙинә Гөлсәсәктең еңенән тартты: “Әйҙә, сығайыҡ әле, тыгта һөйләшербеҙ..." – тине. Бер ни аңламаған Гөлсәсәк бер Заһирға, бер уның янындағы ҡатынға ҡарап торҙо ла, Мәҙинәнең артынан эйәрҙе.

Әхирәте уға дөрөҫлөктө һөйләп бирҙе. Көтмәгәндә кемдер боҙло һыу менән ҡойондорғандай, тәне күшегеп, дерелдәргә тотондо. Ҡапыл таныштарының йә береһе, йә икенсеһе нимәлер иҫкәртергә маташҡаны иҫенә төштө. Ә бит ул йәштән һөйгән йәренә шул тиклем ышана ине...

– Мин һине ныҡ йәлләйем, Гөлсәсәк, әммә ҡасан да дөрөҫөн белергә тейешһең! – тине Мәҙинә. Гөлсәсәктәргә килгәнендә уларҙың икәүләп шул подъезға инеп киткәнен күргән икән әхирәте. Теге ҡатындың ире хыянатын белгәс, айырылышырға булған. Шуға был икәү яңы фатир алып, шуны ремонтлап йөрөгән мәлдәре икән. Барыһы ла, Гөлсәсәктән башҡа, был турала күптән белгән. Дөрөҫ әйткәндәр, иренең һөйәркәһе барлығын ҡатыны ғына иң һуңынан белә, тип.

Ул мәлдә Гөлсәсәк өсөн донъя түңкәрелде. Туҡтауһыҙ илап, иренә үпкәләп уҙҙы көндәре. Заһир эшенән ваҡытында ҡайта башланы, ғәфү үтенде. Тик Гөлсәсәктең йәне үрһәләнде, бер нисек тә кисерә лә, онота ла алманы.

Күп тә үтмәй, Гөлсәсәк ныҡлап ауырый башланы. Биле бик ныҡ ауыртыуына түҙә алмай, стенаға тотоноп тигәндәй йөрөй башлағас, “Тиҙ ярҙам” машинаһында дауаханаға илтеп һалдылар. Бөйөрөнә операция яһанылар. Операциянан һуң көс-хәлгә аяғына баҫты. Ана шул мәлдә ире ғаиләһен ташлап, икенсе ҡатынға сығып ките.

Һай, ул көндәр... Гөлсәсәктең кисергәндәрен хатта дошманыңа ла теләмәҫһең. Иренең хыянаты күҙ алдынан китмәне. Бөтөнләй аҡсаһыҙ, эшһеҙ ҡалған бисара ҡатын ауырыуынан ныҡлап йүнәлеп тә өлгөрмәгәйне әле. Тиҙ арала эшкә сығырҙай хәлдә түгел ине.

Күпмелер ваҡыттан ире ҡайтты. Уны барыһы ла оялтҡан икән ул саҡта. Тик Гөлсәсәк кисерә алманы. Көн дә ғәйепләп илап, үҙе янына яҡын да ебәрмәгән ҡатыны менән һөйләшеп тә, аңлашып та булмағас, Заһир түҙмәне:

– Былай йәшәп булмай, мин китәм. Түҙергә була ине бит саҡ ҡына... – тине лә, бөтөнләйгә сығып китте.

Их, шул саҡта сабырлығы етмәне шул Гөлсәсәктең, ғүмерлеккә яратҡан һөйөклө иренең хыянатын кисереп, нисек тә киҫелгәнде ялғау сараһын күрергә. Үҙенең кәңәштәре менән Гөлсәсәкте өгөтләп, туҡтатып ҡалырға янында тормош тәжрибәһе үткән бер кеме лә булманы микән? Һуңынан бик үкенде лә бит, әммә тормош юлдары бөтөнләйгә айырылғайны инде.

Уҡыу йорттарын тамамлап, яңыраҡ эшкә урынлашҡан улы һәм ҡыҙы нисек тә был ауыр хәлдән сығырға тырышты. Йәмил атаһын оҙаҡ ғәфү итә алманы, әсәһенә ныҡлы терәк булырға һүҙ бирҙе.

– Һин әсәйебеҙгә уға ауыр ваҡытта хыянат иттең – ташлап киттең, мин һине күрә алмайым!– тине улы атаһына нәфрәтләнеп. Юлында осрап, атаһы һүҙ ҡушһа, һаулығын да алмай, урап уҙыр ине.

Тик Гөлсәсәк улын да, ҡыҙын да ҡаты итеп киҫәтте:

– Ниндәй генә булһа ла, ул һеҙҙең атайығыҙ, ҡаты бәрелмәгеҙ. Ул миңә генә хыянат итте, һеҙгә түгел. Арағыҙҙы бер ҡасан да һыуытмағыҙ!

Улы ошо хәлдән һуң ике йыл үткәс кенә атаһы менән аралаша башланы.

Гөлсәсәк аҙыраҡ арыуланғас, йәһәтләп төҙөлөшкә эшкә сыҡты. Эш хаҡы алғас, тормоштары ла яйға һалына башланы. Төҙөүсе эше үтә ауыр, хеҙмәттәштәре әле ярай хәленә кереп, еңелерәк эшкә ҡуйырға тырышалар. Үҙен ҡулға алғас, концерттарҙа ҡатнашып, тулы тормош менән йәшәргә үҙендә көс тапты. Ныҡ ябыҡҡан ине, ваҡыт дауалай икән. Хәҙер уға, һин матур, һөйкөмлө ҡатынһың, тиҙәр барыһы ла.

Тиҙҙән һабантуй буласаҡ тигәстәр, яңыраҡ ҡына ишетеп ҡалған йырҙы өйрәнеп, башҡарырға булды. “Ҡарағат ҡара була” исемле халыҡ йыры. Беренсе ишеткәндә үк ныҡ оҡшатҡанғамы, әллә күңел торошо хәс тә ошо йырҙағыса булғанғамы...

Халыҡ күп йыйылған. Әхирәттәренең кемеһелер килеп шыбырҙаны: “Заһир ҙа килгән, теге бисәһе менән!”

Улай икән... Элегерәк бергә йөрөрҙәр ине һабантуйға, балаларын да үҙҙәре менән алып...

Шул хәтлем йөрәге әрнегәнгәме, сәхнәлә ныҡ моңло итеп башҡарҙы йырын Гөлсәсәк. Үкһеп илап ебәрер хәлдә ине үҙе:

...Ҡарағат та түтәлдә,

Бөрлөгән дә түтәлдә.

Йәнем һөймәй, күңелем ятмай,

Һинән башҡа бүтәнгә...

Йырлап төшөүенә әллә күпме кеше янына килеп ҡотланы: “Бигерәк шәп йырланың, Гөлсәсәк”, “Илаттың, һеңлем...”, “Үҙеңдең яҙмышың тураһында йырланың бит һин...”, – тинеләр.

Кемдер һуңынан Заһирҙың бик моңһоу төҫтә йырҙы тыңлап, ҡуҙғалып китә алмай, оҙаҡ ҡына баҫып торғанын әйтте. Йөрәге янғаны тойола ине, тинеләр. Теге бисәһе ҡайҙа булғандыр ул саҡта? Шул көндән алып ошо йыр һәр ваҡыт күңел түрендә, әллә Заһир ҙа теге көндө тыңлағанға...

Шулай ике йыл тирәһе ваҡыт үткәс, әсәһе ҡабаттан ныҡлап ауырып китеүе хаҡында телеграмма алды. Тыуған яғына ҡайтты.

– Кейәү менән икәүләшеп ҡайтмағанһығыҙ икән, ҡыҙым. Бушамайҙыр инде. Аллаға шөкөр, кейәүебеҙ һәйбәт. Һине лә бер һүҙһеҙ мине ҡарарға ҡайтарып ебәргән, рәхмәт инде үҙенә! – тип, кейәүен хатта хәл белешергә килгән кешеләргә лә туҡтауһыҙ маҡтай әсәһе.

Бер мәл, түҙемлеге етмәй, икәүһе генә ҡалғанда барыһын да һөйләне лә бирҙе Гөлсәсәк. Ул саҡта әсәһенең өҙгөләнеүе!

– Нисек миңә һөйләмәй түҙҙең, шул саҡлы ыҙалап йәшәгәнһең икән дә? Ныҡ рәнйейем мин уға, үҙенә лә әйтерһең... – тине үҙе ауыр хәлдә түшәктә ятҡан әсә, ҡыҙы өсөн үртәнеп. Гөлсәсәк юлға сыҡҡанда ныҡ борсолоп ҡалды.

“Ах, әсәй, әсәй, һинең үҙеңдең тормошоң минекенән күпкә ауырыраҡ булғандыр ҙа. Һаман да мине ҡайғыртаһың...” – тип әсенде ул саҡ Гөлсәсәк. Бер аҙҙан әсәһен һуңғы юлға оҙатырға ҡайттылар...

***

Ауырыуҙары йышайҙы Гөлсәсәктең. Сәбәпһеҙ генә килмәйҙер инде улары ла. Кисергән ауырлыҡтар, яҡын кешеңдең хыянаты, гел ғазап уттарында яныу шулай тәнеңдә ауырыуҙар барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итәлер. Еңелерәк эш табып, икенсе эшкә күсергә тура килде. Нисек тә бирешмәҫкә тырыша, төрлө сараларҙа ҡатнашып, әүҙем тормош алып бара. Моңло, тырыш ҡатынға күҙ һалыусылар ҙа булманы түгел, булды. Тик уның яуабы ундайҙарға һәр ваҡытта ла ҡәтғи: “Ҡайтасаҡ Заһир, барыбер әйләнеп ҡайтасаҡ, уны ғына көтәм...”

Теге юлы Таисияға кәрт һалдырырға бармағанда, тормош юлы үҙгәреп тә китер ине, бәлки? Ҡайтасаҡ, тик оҙаҡ көтөргә кәрәк буласаҡ, тип ул өмөтләндерҙе бит! Эйе, йылдар буйына көттө, бер мәл барыбер ҡайтыр, тип. Бөтөнләйгә ҡайтып инерен. Таяҡҡа таянып булһа ла. Теге саҡта артыҡ ҡаты бәрелмәҫкә, түҙергә, сабыр итергә кәрәк булған да бит бер аҙ ғына. Нисек кенә ауыр булһа ла. Яратыуы ни тиклем көслө булһа, нәфрәте лә ул мәлдә шул саҡлы булғандыр инде... Үҙен еңергә, кисерергә көс тапманы. Инде хәҙер таяҡҡа таянып ҡайтып инеүе лә кәрәкмәҫ...

Ҡыҙы кейәүгә сығып, ейәне тыуғас, икенсе һулышы асылды Гөлсәсәктең. Хатта ауырыуҙары ла артҡа сигенгәндәй булды. Ейәнен шул хәтлем ярата, бар шатлығы хәҙер тик ул ғыналыр төҫлө. Буяусы булып эшләгәс, илле йәшенән хаҡлы ялға сыҡты ла, өйҙә генә ултырыу мөмкинлеге бар. Ейәненә бер йәш тулғайны, Гөлфиәгә эшкә сығырға рөхсәт итте. Көн оҙонона ейәне менән мәш киләләр. Урамда саф һауала йөрөп әйләнгәс, ейәнен йоҡлата ла, өй эштәре менән булыша, балаларының ҡайтыуына киске аш әҙерләй. Шулай бер нисә йыл үтеп китте.

Яҙмыштан уҙмыш юҡ, тигәндәр... Гөлсәсәк һуңғы йылдарҙа онкология юлын тапай башланы. Тәненең төрлө органдарында барлыҡҡа килгән шештәрҙе операция юлы менән алып ташлайҙар. Күп тә үтмәй, яңы урында ҡалҡып сыға. Тик әлегә яман шешкә әйләнмәгән, тигәндәре генә йыуата күңелен. Ауыр операцияларҙан һуң көскә аяҡҡа баҫып, тынысланып йәшәй башлауы була, яңынан башлана ғазаптары.

Ҡыҙы, ғаилә тормошо тәүге көндәрҙән үк бармағас, әсәһенә әйләнеп ҡайтҡайны. Әле яңынан бәхетен һынап ҡарарға булып, икенсе тапҡыр кейәүгә сыҡты. Уңмаған юлды ҡыума, тигәндәре шулдыр. Икенсегә ауырлы булып, тағы әсәһенә ҡайтты. Эйе, ауырыу әсәгә ҡыҙының икенсе улын да үҫтерергә ярҙам итергә тура килде. Үҙенә нисек кенә ауырға тура килһә лә.

Улы Йәмил бөтөнләй өйләнмәне. Әллә ата-әсәһенең айырылышыуы сәбәпсе булдымы. Гөлсәсәк тәүге йылдарҙа үҙен ҡулға ала алмай, туҡтауһыҙ илар ине. Йәмиле: “Әсәй, мин һине бер ҡасан да ташламаясаҡмын”, – тип йыуатып, гел янында булырға, хәлен еңеләйтергә тырышты. Эшенән ҡайта ла, өй эштәрендә ярҙамлашты. Гөлсәсәк тамам тынысланып, әүҙем тормош менән йәшәй башлауына иң ҡыуанғаны улы булғандыр. Һеңлеһенең балаларын ҡарашырға ла һәр ваҡыт ярҙам итте.

Бер-бер артлы кисергән ауыр операцияларҙан һуң Гөлсәсәккә химия башларға тәҡдим иттеләр. “Ауырыуыңды туҡтатып торор. Тәүге мәлдә процедураларҙан һуң ауыр булһа ла, аҙаҡ хәлең еңеләйер”, – тинеләр. Ысынлап та, бер ике йыл шулай булды. Ул процедураларҙан һуң көс-хәл менән рәтләнеп китер ине. Тора-бара химия бөтөнләй ярҙам итмәй башланы.

Һуңғы йылдарҙа Заһир уларға йыш килә. Ейәндәренә күстәнәстәр алып килеп, зыу килешеп уйнайҙар. Гөлсәсәк үҙ аяғында йөрөгәндә бергә ултырып сәй ҙә эсеп алырҙар ине. Шунан ул хушлашып ҡайтып китә. Эйе, ҡайтып китә, теге ҡатын янына... Ул килеп күренһә, мәңге уңалмаҫ яралары ҡуҙғала Гөлсәсәктең. Инде хәҙер уның ҡайтыуын көтмәй ҙә. Бындай хәлендә кәрәкмәйҙер ҙә. Хыянаты менән йөрәген ғүмерлеккә яралаған кешене яңынан ҡабул итә лә алмаҫ ине...

Бынан бер-ике ай тирәһе элек, хәл белешергә ингәйне Заһир. Гөлсәсәккә уйсан ғына ҡарап торҙо ла:

– Кисер мине, Гөлсәсәк, булдыра алһаң... Теге саҡта мин улай ҡыланмаһам, бәлки, бөтөнләй икенсе хәлдәр булыр ине. Һин дә ул хәтлем ауырлыҡтар кисермәҫ инең..., – тине бошонҡо ғына.

Гөлсәсәк ҡапыл ғына ни әйтергә белмәй, ике ҡулы менән йөҙөн ҡапланы. Бер аҙҙан ғына өндәшә алды:

– Юҡтыр, Заһир, минең күрәсәгем ошолор. Мин һине күптән ғәфү иткәнмен. Һәр кемдең үҙ яҙмышы, тиҙәр. Рәхмәт һиңә, үҙем тере саҡта ошо һүҙҙәреңде ишеттергән өсөн. Мин бит ғүмерем буйына бик ныҡ яраттым һине, бел шуны. Хатта һиңә булған нәфрәтем дә ул тойғоно кәметә алманы. Көттөм ҡайтырыңды... Ышанып көттөм. Ә һин... икенсе ҡатын менән бик бәхетле булғанһыңдыр. Киреһенсә булһа, күптән ҡайтыр инең. Тик бына... мин бөтөнләйгә китеп барһам, балаларҙы ярҙамыңдан ташлама. Бына шул минең һиңә үтенесем...

Заһир тын ғына тора бирҙе лә, ауыр атлап сығып китте. Үҙенә лә ҡыйын булғандыр күңелендәген сығарып, Гөлсәсәк менән аңлашыуы...

***

Ыһ, тип ыңғырашып ҡуйҙы Гөлсәсәк, бөтә тәненең үлтереп һыҙлауына түҙә алмай. Башына быяла ярсыҡтарын шығырым тултырып ҡуйғандармы ни? Уйҙарына бирелеп күпмелер онотолоп ятҡайны ла... “Ниндәй гонаһтары өсөн шул хәтлем ғазаптар яҙған икән һуң уға?!” Тиҙерәк дарыу төймәләрен үрелеп ҡапты ла, серем итеп булмаҫмы, тип күҙҙәрен йомдо.

...Ишек асылғаны ишетелде. Ейәндәре мәктәптән ҡайтҡандыр инде. Их, үҙ аяғында сағы булһа, тәмле-тәмле аш-һыу әҙерләп көткән булыр ине үҙҙәрен. Бигерәк тә ҡоймаҡ ярата улар. Юҡ шул, бына ярты йыл инде бөтөнләй тормай ята.

Икенсе синыфта уҡыған Наил ҡолонсағы ҡайтҡан икән. Иркәләнеп кенә өләсәһе янына килеп ятты, бер ҡулы менән бесәйен һыйпаштыра. Ошо бала һәр саҡ шулай иркә булды, ҙурайғансы тик өләсәһе янында йоҡланы. Әле лә шулай, иркәләнеп, мәктәптәге ҡыҙыҡ хәлдәрҙе һөйләй. “Һиңә нимә алып киләйем ашарға, әйт?” – тип һораған була. Әлегә кәрәкмәй, тигәс бесәйен алып, үҙ бүлмәһенә китте.

Их, ошо ейәндәренең ҙурайып, егет ҡорона әйләнгәнен ныҡ күргеһе килә Гөлсәсәктең. Булмаҫтыр инде. Һуңғы тапҡыр өлкә клиникаһына барғанда, яман шеш аҙған, бөтә тәнеңә таралған, тинеләр. Бик көслө дарыуҙар яҙҙылар. Яҙмышыңа яҙғанды күрәһең инде, тип бошондо Гөлсәсәк.

Ана, ейәне Айнур ҙа ҡайтып инде. Ул да тиҙерәк өләсәһе янына килеп баҫты. Хәлен һорашҡас, ашарына алып килде. Тик Гөлсәсәк һуңғы ваҡытта бөтөнләй ашамай тиерлек. Янына килтергәндәрен кире алып китәләр. Барыбер рәхмәтле балаларына Гөлсәсәк. Ҡыҙы эштән ҡайтып инеү менән әсәһен тәрбиәләргә тотона. Улы ла эштән ҡайтышлай инеп ҡайта. Бер үҙе булһа, нишләр ине? Тик бына... артыҡ оҙаҡ ятмаһын ине, балаларын ыҙалатып. Һуңғы ваҡытта тик шуны теләй, Хоҙайҙан ялбара бисара ҡатын.

“Кеше көнлө булып ятырға яҙмаһын, ҡараған кешегә ауыр була”, – ти торғайны ололар. Бына ошо көндәр Гөлсәсәккә лә килде. Эйе, оҙаҡ ятырға ғына яҙмаһын... Көнөн ауыр уйҙар менән үткәргән ҡатын, көслө дарыуҙары ярҙам иттеме, ҡаты йоҡоға талды...

...Шундай яғымлы ла, үтә таныш та тауыш ишетелгәс, үҙ ҡолағына ышанмай, ята бирҙе. Эйе, был әсәһенең тауышы. Ә уның янында кем һуң? Көскә күҙҙәрен асты. Ишек яғына күҙ һалды. Ә унда әсәһе менән атаһы тора. Үҙҙәре шундай шат. Әсәһе йылҡылдап ҡына торған асыҡ йәшел төҫтәге иҫ киткес матур күлдәк кейгән, атаһы ап-аҡ кейемдә.

Ҡыҙының күҙҙәрен асҡанын күргәс, әсәһе йылмайып өндәште: “Уяндыңмы, ҡыҙым? Бына, атайың менән һине алып китергә килдек! Былай ҙа етерлек ыҙаланың инде!” Гөлсәсәк, телен көскә әйләндереп, саҡ һораша алды: “Ата-а-й... Әсә-ә-әй... Һеҙ килдегеҙме?! Мин бик оҙаҡ көттөм... Тик бына... балалары-ы-м?! Ыһ...”

“Борсолма, ҡыҙым. Беҙ уларға ярҙам итеп торорбоҙ, күмәкләп. Бөтә ауырыу-һыҙланыуҙарыңдан ҡотолоп алһаң, үҙең дә күрерһең. Барыһы ла яҡшы буласаҡ ейәндәребеҙҙең!” – тине атаһы. “Эйе, ҡыҙым, йыйын! Беҙ тиҙҙән артыңдан килеп етербеҙ!”– тине әсәһе. Бына улар, яйлап ҡына төҫһөҙләнә барып, быуға әйләнделәр ҙә, ҡапыл юҡҡа сыҡтылар...

Ныҡлап уянған Гөлсәсәк, был күренеш ысын булдымы, әллә төш күрҙеме икәнен аңлай алмай, оҙаҡ ҡына ятты. “Бына... килделәр ҙә... Ваҡыттыр инде...” – тип күңеле тулышты. Теге күкрәгенә осоп төшкән һары япраҡ та иҫкәрткәндер инде шул турала...

Күршеләрҙә магнитола ҡабыҙҙылар. Тағы теге йырҙы...

Ҡарағат ҡара була,

Бөрлөгән ҡыҙыл була.

Һөйгәнеңде яттар алһа,

Йөрәккә яра була.

Һөйгәнеңде яттар алһа,

Йөрәккә яра була...

Сәлиә Ғатауллина.

(Хикәйә ҡыҫҡартып бирелде)

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: