Атайымдың исеме Рәил. Ул 1968 йылда Баймаҡ районы Иҫәнбәт ауылында тыуған. Ғаилә күп балалы була, малайҙар араһында ул иң кесеһе. Бәләкәй саҡтан улар эшкә өйрәнеп үҫә, ауыл мәшәҡәттәре лә етерлек шул. Бесән сабырға, утын ҡырҡырға, мал аҫрарға ярҙам итәләр. Атайымдың атаһы, минең олатайым, ғүмере буйы чабан булып эшләгән, депутат булып та йөрөгән. Олатайымды съездарға ебәргән ваҡыттарҙа, совхоз эштәре балалары елкәһендә ҡала.
18 йәше тулғас, атайым әрме хеҙмәтенә алына, уны Афғанстанға ебәрәләр. Ғәскәрҙәрҙе сығарғанға тиклем ул шунда була. Бәхеткә күрә, һау-сәләмәт ҡайта. Оҙаҡламай өйләнә һәм донъяға беҙ тыуабыҙ: апайым Яҙгөл, мин, һеңлем Гөлдәриә, ҡустым Рәмзил. Беҙ олатайым менән бергә, атайымдың тыуған йортонда йәшәйбеҙ, тиҙҙән олатайыбыҙға 88 йәш тула.
Беҙ атайыбыҙҙы яратабыҙ. Ул беҙгә иғтибарлы һәм бик ярҙамсыл. Һәр эштә изге һүҙе, яҡты йөҙө менән ярҙам итә. Беҙҙе яратып, ҡәҙерләп тора. Атайыбыҙ ысын мәғәнәһендә беҙҙең геройыбыҙ, беҙҙе һаҡлаусы ла, яҡлаусы ла! Донъялағы иң ҡәҙерле кешебеҙ!
Гөлиә Илбулова.