Белеүегеҙсә, "Айыҡ ауыл" конкурсының тауыш биреү этабы бөгөн төндә тамамланды.
Таулыҡай ауылы 3809 тауыш йыйып үҙ категорияһында беренсе булды!🙏
Бөртөкләп йыйыла алтын, тиҙәр. Әлеге 3809 тауыш та бөртөкләп йыйылып, таулыҡайҙарҙы беренсегә сығарҙы!🙏
Тауыш йыйыуҙа ярҙам иткән, әүҙемлек күрһәткән район хакимиәте, ойошма, учреждение етәкселәренә, ауыл биләмәләре башлыҡтарына, Баймаҡ районы халҡына, ситтә йәшәүсе яҡташтарға, ғөмүмән, һәр кемгә Таулыҡай ауылы халҡы исеменән ҙур рәхмәтлебеҙ!🙏
Алда - проектты яҡлау өлөшө тора.3 апрель комиссия ағзалары алдында ҙур һынау тотҡан таулыҡайҙар бирешмәҫ, тип ышанабыҙ һәм өмөтләнәбеҙ!
#АйыҡАуыл2024
#ТрезвоеСело2024
#ҡоролтай
#курултай
#БаймаҡРайоны
#БаймакскийРайон
#ВсемирныйКурултайБашкир
#ФСГО
#ФондГрантов