Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
4 Апрель 2025, 20:05

АЙГӨЛ ИШЕМҒУЖИНА-ИҘЕЛБАЕВА

#Һаҡмар_конкурс #Тажетдинов Ҡәҙерле дуҫтар! Беҙҙең конкурсыбыҙға Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаева үҙ шиғырын тәҡдим итте. Әйҙәгеҙ, дуҫтар, бергәләшеп лайктар ҡуяйыҡ.  Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаеваның шиғырын сайттан инеп уҡығыҙ. 

АЙГӨЛ ИШЕМҒУЖИНА-ИҘЕЛБАЕВА
АЙГӨЛ ИШЕМҒУЖИНА-ИҘЕЛБАЕВА

АЙГӨЛ ИШЕМҒУЖИНА-ИҘЕЛБАЕВА

УЛДАР ҠАНЫ ҺЕҢГӘН БАЙРАҠ

Байрамда талпына байраҡ,

Гүйә, ялҡын телдәре!

Тартһа ла, өҙгөләй алмай

Замананың елдәре.

 

Тик мәңгелек йортта ғына

Байраҡ ҡалҡына алмай - 

Батыры ҡаһарманлығы

Йөрәген мең ҡат ялмай...

 

Бында улар арта бара

Ил йөрәген ҡанатып.

Гүйә, яуға сыҡҡан ирҙәр -

Эйәрләп ат-ҡанатын...

 

Улдар ҡаны һеңгән байраҡ

Ил һаҡлай булып ҡалҡан.

Азатлыҡ еңел яуланмай,

Онотма шуны, халҡым!

 

КӨТӘЙЕК!

Көтөү көсө ғүмерҙәрҙе

Һаҡлай фәрештә кеүек.

Көтөү - ул үҙе йәшәү ул

Йәнде һәр эшкә күмеп...

 

Көтмәү хаҡы - ғүмер хаҡы...

Ваз кисмәйек көтөүҙән!

Бергә, имен ҡайтһын өсөн,

Айырылмай көтөүҙән,

Көтәйек!..

 

САЛАУАТТЫ ТЫҢЛАҒЫҘ!!!

... Кемдер илен ташлап ҡаса

Уны һаҡлар урынға.

Әйтерһең дә, запасы бар

Тыуғанынан йырылһа…

 

Юҡ шул, ил берәү генә ул -

Әсәй һәм атай кеүек!

Шуны аңламаған бәндә

Булалыр ул һәүерек!

 

Аңығыҙға килегеҙсе,

Яңылышҡан ир-аттар!

Һеҙҙе донъяға яралтҡан

Әсәгеҙҙе кем һаҡлар?..

Атағыҙҙы кем яҡлар?..

 

Яуға бисә-сәсә сыҡһа

Үлмәҫһеңме ояттан?..

Салауат йырын тыңлағыҙ,

Рухығыҙҙы уятһын!!!

Автор: Эльмира Киеккужина
Читайте нас