Бөтә яңылыҡтар
10
Конкурстар
12 Март , 12:30

Рухлы егеттәр үҫә

«Башҡорт малайы - 2025» яңы исемдәр асты! Балалар ижады үҙәге һәм мәғариф бүлеге ойошторған бәйгелә 11-12 йәшлек малайҙар ҡатнашты...

«Башҡорт малайы - 2025» яңы исемдәр асты! Балалар ижады үҙәге һәм мәғариф бүлеге менән берлектә уҙған бәйгелә 11-12 йәшлек малайҙар ҡатнашты. Был конкурс 2018 йылдан үткәрелеп, йыл һайын яңы исемдәр аса.

Беренселек өсөн район мәктәптәренең иң шәп малайҙары тапҡырлыҡта, отҡорлоҡта, сәсәнлектә, уңғанлыҡта көс һынашты. Бәйге өс һынауҙан  торҙо. Тәүге өлөштә үҫмерҙәр үҙҙәре менән таныштырҙы, төрлө яҡтан һәләттәрен күрһәтте. Икенсе өлөш ижади эш тип аталды. Был этапҡа  егеттәрҙең бигерәк ентекле әҙерләнеүҙәре ҡыуандырҙы. Кемдер уҡ менән ян, кемдер Ватан һаҡсылары йылына арнап танк, мылтыҡ эшләгән. Шулай уҡ мәсет, йүгән эшләп алып килеүселәр ҙә булды. Улар тамашасы алдында үҙҙәренең ҡул эштәрен яҡлап, сығыш яһаны. Өсөнсө өлөштә малайҙар төрлө һорауҙарға яуап бирҙе. Был юлы ла егеттәр юғалып ҡалманы. Үткер яуаптары менән һөйөндөрҙө. Ғөмүмән, бәйге барышында уларҙың сәхнәлә үҙҙәрен иркен тотоуҙары, рухлы, сая булыуҙары һоҡландырҙы.

 Бәйгеселәрҙе балалар ижады үҙәге директоры Алмира Дәүләтшина, ДОСААФ ойошмаһы рәйесе Рөстәм Нәбиуллин, 1-се мәктәп китапханасыһы  Гөлнәзирә Ҡашҡарова, «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһы ағзаһы Руслан Сабитов баһаланы.

«Хәрби патриотик айлыҡ сиктәрендә ойошторолған бөгөнгө сара бик оҡшаны. Барлыҡ конкурсанттар ҙа бик яҡшы әҙерләнеп килгәндәр. Ҡыйыу, рухлы егеттәр үҫеп килеүе ҡыуандыра. Улар бер ваҡытта ла тормошта юғалып ҡалмаҫтар, тип ышанабыҙ», - тине баһалама ағзаһы Рөстәм Радик улы.

Һөҙөмтәләргә килгәндә, Гран-приҙы Ҡолсора ауылынан Нурислам Йәнтүрин яуланы. Беренсе урынды Үрге Таулыҡай мәктәбенән Илназ Байегетов һәм ҡаланың 5-се мәктәбенән Ильяс Йәнтилин бүлеште. Икенсе урынға Бикеш ауылынан Тимур Мөхәмәҙиев, Ниғәмәттән Нияз Хибәтуллин, ҡаланың 3-сө мәктәбенән Данир Самарбаев сыҡты. Ә өсөнсө урынды лицей-интернаттан Ғаяз Нурасов, 4-се лицейҙан Асҡар Тутаев, Әбделкәрим ауылынан Данияр Йәнбирҙин, 1-се мәктәптән Элвир Ҡангилдин алды. Өсөнсө мәктәптән Радмир Бөркөтбаев «Тырыш малай», 2-се мәктәптән Самат Ҡашҡаров «Рухлы малай» номинациялары еңеүселәре булды.

«Тәьҫораттарыбыҙ бик яҡшы. Уҡыусым Нурислам ышанысымды аҡлап, еңеүсе булды. Бәйгегә ныҡлы әҙерләнеп килдек. Ғөмүмән, был конкурста ҡатнашасаҡ малайҙы йыл да сентябрҙән әҙерләй башлайым: бейеү ярата икән - бейеү һалабыҙ, йыр сәнғәте яҡын булһа - йыр өйрәнәбеҙ. Шулай уҡ телмәр үҫтереү өҫтөндә эшләйбеҙ, Башҡортостан мәҙәниәтен өйрәнәбеҙ. Ғәбит сәсән тоҡомонан булған Нурислам - шәп егет. Яҡшы уҡый, матур бейей, ҡумыҙҙа уйнай,  атаһы кеүек ҡул эштәренә лә оҫта. Ижади эш тигән өлөшкә  ул балта һабы һәм бәке эшләп алып килде, уларҙы нисек эшләүе тураһында матур итеп һөйләне»,_- тине бәйгелә Гран-при яулаусы Н. Йәнтүриндың етәксеһе Рәсимә Халиҡова.

  Еңеүселәргә ҡотлау һүҙҙәре, изге теләктәр еткерелде, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.

Был бәйге егеттәрҙә илһөйәрлек, телһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү, уларҙың һәләтен һәр яҡлап асыу йәһәтенән әһәмиәтле. Фәһемле бәйгене ойоштороусыларға, малайҙарҙы әҙерләүсе етәкселәргә һәм, әлбиттә, конкурста үҙҙәрен һынап ҡараған башҡорт малайҙарына рәхмәт!

 

Альбина Байегетова.  

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас: