Бөтә яңылыҡтар
10
Конкурстар
20 Март , 09:45

Лицей һылыуҡайы -2025

Ҡаланың 4- се лицейында 8-10 класс ҡыҙҙары араһында  "Лицей һылыуҡайы-2025" конкурсы үтте. Был исемгә кем лайыҡ булғанын сайттан уҡып белерһегеҙ

Ҡаланың 4- се лицейында 8-10  класс ҡыҙҙары араһында  "Лицей һылыуҡайы-2025" конкурсы үтте. Ул үҙең менән таныштырыу, башҡорт милли кейемендә дефили күрһәтеү һәм ижади конкурстарҙы үҙ эсенә алды. Һылыуҡайҙар үҙҙәренең һәләттәрен генә түгел, сәхнәлә, тамашасы алдында үҙҙәрен дөрөҫ тотоуҙарын да күрһәтте. Бәйге бик сәмле генә барҙы. Һөҙөмтәләргә килгәндә, "Һылыуҡай-2025" титулын 9 б класс уҡыусыһы Ильвина Теүәлбаева яуланы! Беренсе урынға 8б класынан Ынйы Солтангилдина, икенсегә - 8 в-нан Әҙилә Иҙелбаева, өсөнсө урынға 9 г класынан Гөлсиә Раева лайыҡ булды. Ә 10 а класынан Регина Рәсүлева Иң һомғол,10 б-нан Азалия Ҡасҡынова Иң зирәк номинацияларында бүләкләнде.

Солтангилдина Ынйы шулай уҡ "Тамашасы һөйөүе" номинацияһында иң күп тауыш йыйып, еңеүсе булды. Ҡыҙҙарҙың барыһын да ҡотлайбыҙ! Һәр саҡ әлегеләй дәртле булығыҙ! 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас: