Новости
Баймаҡҡа аҡҡоштар ҡайттыПутин дал старт спуску на воду атомного подводного крейсера «Пермь»Иҫке Сибай ағинәйҙәре боронғо йоланы үтәнеПутин поддержал мирное урегулирование на Украине «не за наш счет»Башҡортостанда Хәтер көнө билдәле булдыБаймаҡ журналистары билдәле драматург Мирхәйҙәр Фәйзиҙең ҡәберлеген таҙарттыБаймаҡ штормдары еңеү яуланыПутин выразил уверенность, что Россия «добьет» ВСУПутин напомнил Джонсону об атомных подлодках РоссииБыйыл талпандан күберәк ер эшкәртеләсәкПоследний этап – установка средств реабилитацииӨфөлә сик һаҡсыһы, Герой Владимир Черкасовты иҫкә алдыларОткрыли сезон экскурсий по научным и туристическим объектам РББаймаҡ ДОСААФ--ы - иң яҡшыһы!Халыҡтың хәүефһеҙлеге өсөнБилал һәм Һәмән халҡы ярҙам әҙерләнеИфтарға яугирҙәрҙең яҡындары саҡырылдыБаймаҡ дауаханаһы нисек эшләйәсәк?Март йылы булып хушлашасаҡРайон башлығы халыҡ менән осрашты
Бөтә яңылыҡтар
10
Новости
26 Март , 16:40

Яугирҙәрҙең ғаиләһен хәстәрләп

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында яугирҙең махсус хәрби операцияла һәләк булыуына бәйле түләү алыусылар тураһында закон ҡабул ителде...

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында яугирҙең махсус хәрби операцияла һәләк булыуына бәйле түләү алыусылар тураһында закон ҡабул ителде. Республика парламенты спикеры Константин Толкачёв һүҙҙәренсә, бәлиғ булмаған балаларҙың аҡса алыуға өҫтөнлөклө хоҡуғы һаҡлана, сөнки улар матди ярҙамға нығыраҡ мохтаж.

«Закон менән бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам алыусылар даирәһе киңәйтелде, — тине Константин Толкачев. — Әгәр һәләк булған яугирҙең башҡа ғаилә ағзалары булмаһа, уның бәлиғ булған балаларының 2 миллион һум алыу хоҡуғы бар. Аҡса тигеҙ өлөшкә бүлеп бирелә».

Законға Башҡортостан Республикаһы Башлығының ҡул ҡуйыуы көтөлә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәмәлдәге ҡануниәт буйынса һәләк булған (үлгән) хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаилә ағзалары:

— рәсми ҡатыны, әгәр махсус операцияға шәфҡәт туташы булып ҡатын-ҡыҙ китһә, уның рәсми ире;

— ата-әсәһе йәки уллыҡҡа алыусылар;

— өләсәһе һәм олатаһы, әгәр ата-әсәһе булмағанлыҡтан өс йылдан ашыу тәрбиәләгән һәм ҡараған булһалар;

— үгәй атаһы менән үгәй әсәһе, әгәр биш йылдан ашыу тәрбиәләгән һәм ҡараған булһалар;

— бәлиғ булмаған балалары, 18 йәшкә тиклем инвалид булған бәлиғ балалары, шулай уҡ 23 йәшкә тиклемге студент балалары.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: